ЕНЛӘНДЕРЕҮ
1. миф. Ене булған, ен эйәләшкән. □ Бесовский, чертовский (место, где водятся злые духи, черти). Енле урын. Енле ой.
2. кусм. Иҫ-аҡылдан яҙып ҡоторған; юҡ-барға сәбәпле-сәбәпһеҙ ҡыҙып барыусы; ҡыҙмалы. □ Бешеный, неистовый, неистовствующий. Енле хужа. Енле бисә. Енле ҡараш.
3. кусм. Ниҙеңдер шауҡымы тейгән, нимә -гәлер самаһыҙ дәрәжәлә бирелгән. □ Страстно увлеченный чем-л., помешанный на чем -л., одержимый чем-л. Ат енле булыу.
ЕНЛӘНДЕРЕҮ (енләндер-) (Р.: бесить; И.: enrage; irk; T.: cinlendirmek) к.
Ныҡ ярһытыу, ҡотортоу, сығырынан сығарыу. □ Бесить, раздражать, выводить кого-л. из себя. Кешене енлэндереу.
ЕНЛӘНЕҮ (енлән-) (Р: взбеситься; И.: rage, be furious; T.: cinlenmek) к.
1. Ныҡ итеп ҡыҙып китеү, ярһыу, ҡотороу. □ Взбеситься, раздражаться, психовать, буйствовать. Енләнеп килеп инеу. Ен-ләнеп ҡысҡырыу. ■ Поленов енләнеп, .. наган көбәген Хисмәтулланың кукрәгенә терәне. Я. Хамматов.
2. Ен ҡағылып ауырыу, аҡылдан яҙыу.
□ Сходить с ума; бешенствовать; помешаться. Енләнеп ауырыу.
ЕН-ПӘРЕЙ и. миф. ҡар. ен-бәрей.
ЕНСЕК ҺӨЙӘГЕ (Р: голень; И.: shin, shank; T.: baldır) и. анат.
1. Аяҡтың тубығы менән бәкәле араһындағы ҡуш һөйәк. □ Голень, берцовая кость. Аяҡ енсеге. ■ Вагондан рельсҡа йығылып төшкәйнем, уң аяҡтың енсегенә тура килде. Ул ныҡ ауырта торған ер икән: һындарым китеп яттым. Д. Юлтый.
2. Ҡулдың терһәге менән ҡушҡары араһындағы ҡуш һөйәк. □ Локтевая и лучевая кости. Ҡул енсеге.
ЕНСИ [ғәр. (Р: половой; И.: sexual; carnal; T.: cinsî) с.
Енескә мөнәсәбәтле, енес менән бәйле.
□ Половой, плотский. Енси хис. Енси теләк. Енси тормош. Енси ағза. Енси айырмалар. Енси бәйләнеш. Енси көсһөҙлөк. Енси мөнәсәбәт. Енси тойғо. Енси өлгөрөу. Енси
урсеш. Енси тотанаҡһыҙлыҡ. Енси тәрбиә.
■ Роберт .. ҡатын-ҡыҙ тураһында, енси тормошто бик яҡшы белгән кеше кеуек, ентекләп .. һөйләй. А. Карнай.
ЕНТ (Р: вид национальной пищи; И.: kind of national dairy food; T.: yemek türü) и. этн.
Кипкән ҡыҙыл эремсекте тартып, май, шәкәр ҡушып яһаған ашамлыҡ. □ Вид национальной пищи из размельченного сухого творога с сахаром.
ЕНТЕК (ентеге) (Р: подробность; И.: particularity, detail; T.: ayrıntı) и.
Ниҙеңдер эстәлегендәге һәр төрлө ваҡ нескәлек. □ Подробность, тонкость, тщательность, обстоятельность, скрупулёзность.
■ Юлия әллә ҡасан булып уткән был ваҡиғаларҙың һәр бер ентеген, әлбиттә, хәтерләмәй ине. һ. Дәүләтшина.
ЕНТЕКЛЕ I (Р: подробно; И.: detailed, minute; T.: ayrıntılı) с.
Бөтә яғы, ваҡ нескәлектәре иҫәпкә алынған, тулы. □ Подробный, тщательный, обстоятельный, скрупулёзный, доскональный. Ентекле телмәр. Ентекле мәғлумәт.
ЕНТЕКЛЕ II (Р: подробный; И.: detailed, minute; T.: ayrıntılı) р.
Бөтә яғы, ваҡ нескәлектәре иҫәпкә алынған, тулы рәүештә. □ Подробно, тщательно, обстоятельно. Ентекле рәуештә аңлатыу. Ентекле итеп һөйләу. ■ Әҫәрҙә Кусәк бейҙең Ҡарағөлөмбәттән ус алыуы бик ентекле рәуештә бирелгән. К. Мәргән.
ЕНТЕКЛӘҮ (ентеклә-) (Р: разбирать подробно; И.: detail, go into details; T.: incelemek) ҡ.
Бөтә ентеген, һәр төрлө ваҡ нескәлектәрен иҫәпкә алыу; төпсөү. □ Разбирать подробно (тщательно, обстоятельно, досконально), вдаваться в детали, детализировать. Ентекләп ҡарау. Ентекләп өйрәнеу. Ентекләп һорау. Ентекләп һөйләу. ■ [Аҡназаров] арышты ҡойоп, бик ентекләп тикшерҙе. Ә. Вәли.
ЕН ТУЙЫ (Р: пир бесов; И.: devil; T.: cinler bayramı) и. миф.
534