ЕҢГӘЙ
йөрөй. Г. Яҡупова. [Заһит:] Еңгә, мин һиңә ҙур йомош менән килдем. Мин нисек тә булһа, бөгөн төндә Сафураны алып китер уй менән килгәйнем, һ. Дәүләтшина.
ЕҢГӘЙ и. ҡар. еңгә. ■ Тулыбай .. ондо Вәлимә еңгәйгә килтереп бирҙе. Ғ. Дәүләтшин. [Барсынһылыу:] Торсо, еңгәй, .. тороп, билең быусы, еңгәй!Йән серҙәшем булсы, еңгәй. «Алпамыша».
ЕҢГӘ ЙӨҘӨГӨ (Р.: подарок невесты младшим сёстрам и братьям мужа; И.: senior daughter-in-law’s present; T.: gelinin görümcü-lerine armağanları) и. этн.
Боронғо йола буйынса, еңгә булып килгән ҡыҙҙың ҡәйнеш, балдыҙҙарына таратҡан бүләктәре (йөҙөк, беләҙек, янсыҡ, ҡулъяулыҡ һ. б.) □ Подарок невесты младшим сёстрам и братьям мужа. ■ Төшәр өйгә килгәндән һуң килендең яҡын бер ҡәйенһеңлеһе уның билен сисеп, билбауын алып китә лә бер нисә көндән аш-һыу менән билбауҙы килтереп, һыйлашып, еңгәһенән йөҙөк алып ҡайта. М. Буранғолов.
ЕҢГӘ КҮРЕҮ (Р: обряд знакомства с невесткой в доме её мужа; И.: a Bashkir ethnographic rite; T.: düğün âdeti) и. этн.
Өйләнгән егет ауылына кәләшен оҙатып алып ҡайтҡас, егеттең кесе туғандарының еңгәне күреү, танышыу йолаһы (ғәҙәттә, еңгә кеше ҡайынһеңлеләренә бүләктәр өләшә).
□ Обряд знакомства с невесткой в доме её мужа. ■ Күршеләр үҙҙәренең ҡыҙҙарына: — Бар, анау Заһит ағайың еңгәңде алып ҡайтҡан, барып еңгә күрегеҙ, йөҙөк бирер, — тип ебәрәләр ине. Һ. Дәүләтшина.
ЕҢГӘ ҠАТЫН (Р: вдова; И.: widow married to a lad; T.: dul) и. этн.
1. Элек ирҙә булып, икенсегә егет кешегә кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ. □ Вдова, вышедшая замуж за парня. Еңгә ҡатын алыу. ■ Ул [Ирмоҡан] ире үлеп, тол ҡалған еңгә ҡатынға әйләнеп, уның йортона инде. И. Көҫәпҡол.
2. этн. Боронғо йола буйынса, ағай үлгәндән һуң, еңгәләтә алынған ҡатын.
□ Жена умершего брата, вышедшая по обы
чаю замуж за младшего. • Еңгә ҡатында етмеш төрлө хәйлә була. Әйтем.
ЕҢГӘЛӘТӘ (Р: будучи вдовой; И.: being a widow; T.: dul olarak) p.
Ҡыҙ кеше түгел, элек еңгә булған, еңгә көйө (боронғо йола буйынса, ире үлгәс, ҡатын-ҡыҙ ҡәйнешенә кейәүгә сыҡҡан). □ Будучи вдовой (выйти замуж за шурина или женить на вдове). Еңгәләтә алған бисә. Еңгәләтә алыу. Еңгәләтә барыу. ■ Айбулат — Бөрйән ырыуынан булған Алдар ҡарт мәрхүмдең еңгәләтә алған икенсе бисәһенән тыуған бала. Һ. Дәүләтшина. Минең әсәм еңгәләтә барған ҡәйнешенән булғанмын мин. Хикәйәттән.
ЕҢГӘНЕ ҺЫУҒА БАШЛАУ (Р: обряд проводов невестки к роднику за водой; И.: а Bashkir ethnographic ceremony; T.: düğün âdeti) и. этн.
Яңы оҙатылып килгән киленгә ҡайынһеңле тейеш ҡыҙҙарҙың һыу юлын күрһәтеү йолаһы. □ Обряд проводов невестки к роднику за водой. ■ [Йомай әбей — Зәлифәгә:] Еңгәңде һыуға башлағанда уның яурынына көйәнтәне һин һалырға тейеш. .. Барығыҙ, еңгәңде уртаға алығыҙ. Һыу алған көйәнтәне еңгәңдең уң яҡ яурынына күтәрт. Күтәрткән саҡта: «Төклө аяҡлы, ырыҫлы, бәхетле бул», — тип теләк теләп күтәрт. Кайтҡанда ҡабаланмағыҙ, .. ипле генә йөрөгөҙ. Ҡайтып еңгәң һыуын ҡуйғас та, һин уның биленән билғауын сисерһең. Шунан сәй эсербеҙ, йөҙөк өләшербеҙ. Һ. Дәүләтшина.
ЕҢГӘСӘЙ I и. ирк. ҡар. еңгә. ■ Аласа шаршау, ҡылыс бау, һин бәйләнең дә, еңгәсәй. Сеңләүҙән.
ЕҢГӘСӘЙ II (Р: красноклоп бескрылый; И.: firebug; T.: kundakçı) и. зоол.
Арҡаһы ҡыҙыл, ҡара төрткөлө ҡуңыҙҙар ғаиләһенә ҡараған бөжәк; ҡыр тараҡаны; сеңгәсәй. □ Красноклоп бескрылый, солдатик (лат. Pyrrhocoris apterus). Өйҙөң нигеҙен еңгәсәйҙәр һырып алған. ■ Көнгә сығырға, еңгәсәйҙәр кеүек ҡояшҡа арҡа йылытып алырға кәрәк. 3. Биишева. Беҙҙә башҡорт
536