ЕҢЕЛ
тар еңгәсәйҙе лә, баҡаны ла үлтермәйҙәр. Хикәйәттән.
ЕҢДЕРЕҮ (ендер-) (Р.: поддаваться; И.: give way, give in; T.: kapılmak) ҡ.
Еңергә юл ҡуйыу. □ Поддаваться, давать возможность победить себя. Кешенән еңдереү.
ЕҢЕЛ [дөйөм төрки йэңкил, йеңил] (Р: лёгкий; И.: light; T.: hafif) с.
1. Күтәрергә ауыр түгел, ергә тартым көсө бәләкәй; киреһе — ауыр. □ Лёгкий. // Легко. Еңел йөк. Еңел нәмә. Еңел таш. Еңел булыу. Еңел итеу. ■ Ул [Һәнәрсе] яһаған касалар шундай нәфис, йоҡа, еңел булып сыға.
3. Биишева. Малайҙар [арбанан төшөп] йугерҙеләр ҙц йугерҙеләр. Уларға ҡыҙыҡ, ә атҡа аҙ булһа ла еңел. Б. Бикбай.
2. Ашҡаҙанда тиҙ үҙләшеүсән, тиҙ һеңеү-сән, ашҡаҙанға ауырлыҡ килтермәгән, күп түгел, әҙ. □ Лёгкий, не тяжелый, легко усвояемый (о пище). Еңел аш.
3. Сағыштырмаса ауырлығы әҙ, ҡулланыуға уңайлы, йыйнаҡ (итеп яһалған).
□ Лёгкий, не громоздкий. Еңел арба. Еңел сана. Еңел кәрәк. Еңел тырма. ■ Куҙ асып йомғансы булмай, пар туры аттар еңел сананы елдереп алып киттеләр. Һ. Дәүләтшина.
4. Ҡалын түгел, йылы түгел; йоҡа.
□ Лёгкий, тонкий, не тёплый (об одежде). Еңел кейем. Еңел кулдәк. / Еңел генә кейенеп, елһеҙ йомшаҡ тышҡа сығаһың. Ғ. Сәләм.
5. Йылдам, етеҙ, тиҙ хәрәкәт иткән; киреһе — һалмаҡ, яй. □ Лёгкий, быстрый. Еңел аҙым. Еңел хәрәкәт. // Еңел атлау. Еңел йөрөу. Еңел ҡуҙғалыу. ■ Мурзин уҙенең баҫҡан ерҙә бейеп торған .. йондоҙ ҡашҡа аҡбәкәл туратының билендәге ҡашлы эйәренә еңел һикереп атланды. Һ. Дәүләтшина. Оҙон һәм тығыҙ булып уҫкән улән араһынан уның салғыһы ғәжәп еңел йөрөй, «ғырш-ғырш» иткән күңелле тауыш ҡына ишетелеп ҡала. Н. Мусин.
6. Үҙләштереүгә, аңлауға, башҡарыуға, үтәүгә ҡыйын түгел; анһат. □ Лёгкий, несложный, нетрудный, не тяжёлый, не требующий большого труда. Еңел дәрес. Еңел тема. Еңел мәсьәлә. Еңел эш. Еңел булыу. Еңел
юл эҙләү. Еңел тугел. Еңел уҡыу. Еңел эшләу. ■ Еңел эш, буш һүҙгә ҡолаҡ һалма, булыр-булмаҫ кәңәште уйға алма. М. Аҡмулла. [Сәйҙел:] беләм, Зәйнәп, һиңә лә ауырҙыр, еңелме ни миңә? Ғ. Сәләм. Инсан улын ал-далау анһат, еңел, сөнки ул бер ҡатлы һәм йомшаҡ күңел. Ш. Бабич. Унда барыу еңел тугел: илле ил, етмеш диңгеҙ кисергә кәрәк тигән Ертыңлар. Әкиәттән.
7. Күңел асыуға тәғәйенләнгән. □ Лёгкий, простой, доступный, весёлый. Еңел көй. Еңел музыка.
8. Күп көс түкмәй, анһат табылған.
□ Лёгкий, нетрудоёмкий. // Легко, без труда, без усилий, просто. Еңел уңыш. Еңел аҡса табыу. Еңеү еңел генә килмәй. Уңышҡа еңел өлгәшеү.
9. Ауырлыҡ килтермәгән, ыҙа сиктермәгән, борсоуһыҙ, мәшәҡәтһеҙ. □ Лёгкий, спокойный, безпроблемный, безмятежный. Еңел тормош. Еңел күренеү. Еңел тойолоу. Еңел генә донъя көтөү. ■ Бына хәҙер бар суфыйҙар хәле шулай: еңел генә көн итеу яғын уйлай. Мөнәжәттән. Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр, еңел көнкәйҙәрҙе уйлайым. Халыҡ йырынан. Донъя ауырлығы еңел күренә, арыҫландай сабыр ир булһа. Халыҡ йырынан.
10. кусм. Етди түгел, өҫтән-мөҫтән генә булған; һай. □ Легкомысленный, неглубокий, несерьёзный, поверхностный. Еңел ҡараш. Еңел уйлау. ■ [Шәкерт:] Уҡырға кәрәк. Ундай [әйләнеү тигән] еңел уй менән юҡҡа булышма, туған. Т. Йәнәби.
11. Әҙ генә, йомшаҡ, һирәк (көсө, тәьҫире һ. б. буйынса). □ Лёгкий, легковесный, незначительный, небольшой, слабый. Еңел генә томан төштө. Еңел генә ел иҫә. Еңел болоттарҙы ел осора.
12. Тәьҫир көсө әҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ.
□ Слабый, незначительный, еле заметный. Аштың тоҙо еңел. Еңел генә йылмайыу. ■ Фәйзуллин Сыртлановтың был оҙон телмәрен йылмайып тыңланы, һуңғы һүҙҙән һуң еңел генә көлөп һүҙгә ҡыҫылды. С. Агиш.
13. Ҡурҡыныс тыуҙырмаған, ҡурҡыныс түгел, төҙәтеп була торған. □ Не опасный,
537