Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 538 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА
поправимый, без труда излечимый, лёгкий. Еңел ауырыу. Еңел яра. Еңел яраланыу. ■ Эс ауырыуы, еңел яра менән, минең кеуек контужен булып килгән һалдаттар яталар. Д. Юлтый.
14. Ҡапыл ҡыҙып барыусан. □ Невоздержанный, неуравновешенный. Еңел тәбиғәтле. Еңел кеше. ■ Мырҙаш тигән сауҙагәр кеше маҡтаһа кәпәреп, эреләнеп китә торған еңел тәбиғәтле, дыуамал кеше. Д. Юлтый.
15. Хәрәкәте тиҙ, бер урындан икенсе урынға тиҙ күсә алған, ауыр ҡоралдар менән ҡоралланмаған. □ Лёгкий, легко передвигаемый, не тяжёлый, не громоздкий. Еңел артиллерия.
♦ Ауыр тупрағың еңел булһын мәйетте ерләгәндә, хушлашҡанда (йәки һуңынан иҫкә алғанда) әйтелә торған әҙәп һүҙе. □ Пусть земля ему будет пухом. ■ Атайым мәрхум, ауыр тупрағы еңел булһын, «Ҡотһоҙ был урын, улым»,— ти торғайны тормошонан уртәнгән көндәрендә. Ф. Иҫәнғолов. Ауыр тупрағың еңел булһын инде, атай! Ваҡытһыҙ киттең һин, йәшләй киттең. В. Исхаҡов. Аяғы еңел (йәки еңел аяҡлы) бер кеше килгәс, эш, хәл ыңғайға, яҡшыға киткән саҡта әйтелә. □ букв. У него нога лёгкая (о человеке, с приходом которого работа идёт лучше, дело спорится). ■ Һөйләнә-һөйләнә Хәҙисә апай килеп инде: «Минең аяҡ еңел була торған, был йортта туй булмай ҡалмаҫ». Ә. Бикчәнтәев. Ҡулы (йәки ҡул арты) еңел билдәле бер кеше башлаған эш уңып, ыңғайға киткән саҡта әйтелә. □ Лёгкая рука у кого. ■ Зәйтунә ҡыҙым техникум бөтөрөп, шул эшкә [алма ултыртыуға] тотондо инде. Ҡулы еңел, тиҙәр, ултыртҡан ағасы ерҙе яратып, тамыр ебәрә. Ш. Янбаев. • Толпарҙың уҙ тояғы уҙенә еңел. Мәҡәл.
ЕҢЕЛ АТЛЕТИКА (Р.: лёгкая атлетика; И.: track and field; T.: atletizm) и. спорт.
Йүгереү, һикереү, йөҙөү һ. б. эсенә алған спорт төрө. □ Лёгкая атлетика. / Легкоатлетический. Еңел атлетика менән шөғөлләнеу. Еңел атлетика ярыштары.
ЕҢЕЛ-ЕЛБӘГӘЙ (Р.: легкий; И.: light; T.: hafif) с.
Йоҡа, еңел (кейемгә ҡарата). □ Лёгкий (об одежде). ■ [Ҡарт:] Ай-Һай, йонсоноң. Өҫ-башың да еңел-елбәгәй генә шул. М. Тажи.
ЕҢЕЛ-ЕЛПЕ (Р: всякий, мелкий (о работе)’, И.: easy; light; T: ufak) с. һөйл.
1. Күп көс талап итмәгән, башҡарыуға анһат. □ Всякий, мелкий (о работе).
■ Шашты хәҙер Шәһит. Етенсене бөткәне бирле гел еңел-елпе эштә. Н. Мусин.
2. Тәрән мәғәнәһеҙ, етди түгел. □ Неглубокий, несерьёзный, легкомысленный. Еңел-елпе таҡмаҡ. Еңел-елпе уй. Еңел-елпе шиғыр.
■ Вәғәҙәләр бирмә. Үттек инде еңел-елпе йәшәр осорҙо. М. Кәрим.
3. Етди түгел, елбәҙәк, еңел. □ Лёгкий, беспечный, ветреный. Еңел-елпе холоҡ. Еңел-елпе ҡыҙ тугел, тырыш, маҡсатына ынтылыусан.
ЕҢЕЛЕРЛЕК (Р: преодолимый; И.: surmountable; T.: yenilebilir) с.
Еңеп була торған, ҡаҡшатыу мөмкин булған. □ Преодолимый, победимый, одолимый. Еңелерлек эш. Еңелерлек ҡаршылыҡ.
ЕҢЕЛЕҮ (еңел-) ҡ. төш. ҡар. еңеү 1,1—3. страдат. от еңеү I, 1—3. Ҡешенән еңелеу.
■ Ҡәрәш һабаҡтарын тылҡый-тылҡый уҫ-кән батырҙар еңелмәҫтәр мәңге! Ғ. Амантай. Барсынһылыу еңелде, ти, Алпамышаға бирелде, ти. «Алпамыша».
ЕҢЕЛЕҮСЕ (Р: побеждённый; И.: defeated; T: yenilmiş) и.
һуғышта, эштә, ярышта еңелгән кеше, яҡ. □ Побеждённый, потерпевший поражение, проигравший. Еңелеусе төркөм. Еңелеусе һығымта яһай белде.
ЕҢЕЛ ИРЕҮСӘН (Р: легкоплавкий; И. fusible; T: erigen) с.
Юғары булмаған температурала ирей торған. □ Лёгкоплавкий. Еңел иреусән металл. Еңел иреусән мәғдән.
ЕҢЕЛ ИРЕҮСӘНЛЕК (иреүсәнлеге) (Р: лёгкоплавкость; И. fusibility; T: erigenlik) и.
538