ЕҢЕЛӘЙЕҮ
Юғары булмаған температурала иреү һәләтлеге. □ Лёгкоплавкость. Быяланың еңел иреусәнлеге.
ЕҢЕЛЛЕК (еңеллеге) (Р.: лёгкость; И.: lightness; easiness; T.: hafiflik) и.
1. Ҡыйынлыҡһыҙ, еңел хәл. □ Лёгкость, льгота. Еңеллек биреу. Еңеллек эшләу. ■ Беҙ ҙә хәлдән килгән ҡәҙәре юғарынан һиңә еңеллек һораған булыр инек. Ғ. Дәүләтшин.
2. Тән һәм йән рәхәтлеге. □ Лёгкость, облегчение. Тәндә еңеллек тойоу. ■ Айбулат тураһындағы уйҙар уға [Ләйләгә] еңеллек бирҙе. Ғ. Ибраһимов. Бер аҙҙан мин, тәнемдә еңеллек һиҙеп, куҙҙәремде иркен асып,.. ҡарап яттым. С. Кулибай. Был уй бар булмышына шундай еңеллек, рәхәтлек бирә, гуйә, куптән ниәтләгән оло бер эшен атҡарған. Ә. Әминев.
ЕҢЕЛЛӘНЕҮ (еңеллән-) (Р.: становиться неуравновешенным; И.: become unbalanced; T.: dengesiz olmak) ҡ.
1. Еңеләйеү (5). □ Становиться неуравновешенным.
2. һөйл. Еңеләйеү (6). □ Заболевать психически.
ЕҢЕЛЛӘШЕҮ (еңелләш-) (Р: становиться легче; И.: become lighter; T.: kolaylaşmak) ҡ.
Еңелгә әйләнеү (эш, тормош һ. б. ҡарата). □ Становиться легче, облегчаться (о работе, жизни). Эш еңелләшеуе. Тормош еңелләшеуе.
ЕҢЕЛЛӘШТЕРЕҮ (еңелләштер-) (Р: облегчать; И.: make lighter; T: hafifletmek) ҡ.
Еңелгә, анһатҡа әйләндереү. □ Облегчать. Тормошто еңелләштереу. Эште еңел-ләштереу.
ЕҢЕЛ МАШИНА (Р: легковая машина; И.: (passenger) car; T: araba) и.
Аҙ һанлы пассажирҙар йөрөтә торған бәләкәй автомобиль. □ Легковая машина. Еңел машина тәгәрмәсе. Еңел машинала баҡсаға китеу. Еңел машиналар сығарған бысраҡ газ. Ихата тулы еңел машина. ■ Ҡаланан заводҡа, заводтан ҡалаға йөк ташыусы грузовиктар, еңел машиналар, ав
тобустар һис туҡтауһыҙ ағылып торалар. X. Мохтар.
ЕҢЕЛМӘҪЛЕК (Р: неодолимый; И.: irresistible; T: yenilmez) с.
Еңеп булмай торған, ҡаҡшамаҫ. □ Непреодолимый, непобедимый. Еңелмәҫлек көс.
ЕҢЕЛСӘ (Р: слегка; И.: lightly; T: hafif) р.
Еңел (1—4) булған. □ Слегка. Еңелсә яраланыу. Еңелсә кейенеу.
ЕҢЕЛСӘН р. ҡар. еңелсә. Еңелсән йөрөу.
ЕҢЕЛТЕН р. диал. ҡар. еңелсә. В Һәр бер кеше уҙе бер донъя ул, хөкөм итмә өҫтән еңелтен. Ҡ. Даян.
ЕҢЕЛ ТОҠАНЫУСАН (Р: легковоспламеняющийся; И.: highly inflammable, deflagrable; T.: parlayıcı) c.
Тиҙ генә тоҡанып янып китеүгә һәләтле.
□ Легковоспламеняющийся. Еңел тоҡаныу -сан материалдар. Еңел тоҡаныусан шыйыҡса.
ЕҢЕЛҺЕҮ (Р: легкомысленный; И.: light-minded, light-headed; T: yeleme) с.
Еңел ҡылыҡлы; елбәҙәк. □ Легкомысленный, ветреный. ■ [Сафия:] Еңелһеу булаһың ҡыҙ саҡта, тойғоға таянып йәшәйһең гел. Б. Бикбай.
ЕҢЕЛ ҺӨЙӘКЛЕ (Р: расторопный;
И.: quick, prompt, efficient; T: becerikli) c.
Етеҙ хәрәкәтле, кәүҙәгә еңел. □ Расторопный, поворотливый. И Еңел һөйәкле инең һин, хәҙер — ҡара: оҡшап ҡалдың ҡуҙғата алмаҫлыҡ умартаға. Картотека фондынан.
ЕҢЕЛӘЙЕҮ (еңеләй-) (Р: становиться легче; И.: become lighter; T: hafifleşmek) ҡ.
1. Күтәреү өсөн еңелгә әйләнеү, ауырлығы кәмеү. □ Становиться легче; уменьшаться в весе, перестать быть тяжёлым, легчать. Йөк еңеләйҙе.
2. Башҡарыу, кисереү, үҙләштереү өсөн еңелгә әйләнеү. □ Становиться легче, облегчать. Эш еңеләйә. Уҡыуҙар еңеләйҙе. ■ Ҡыйын эштәр еңеләйә, булһаң тырыш. Ш. Бабич.
3. Ҡыйын, ауыр хәлдән еңелгә, анһатҡа әйләнеү. □ Становиться легче, полегчать. Тормош еңеләйҙе. Хәл еңеләйҙе. Баш еңеләйҙе.
539