Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 540 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕҢЕЛ ӘЙТЕЛЕШЛЕ
Тән еңеләйҙе. ■ Береһе менән уртаҡлашһаң, ҡайғы еңеләйеп киткәндәй була. Б. Бикбай. Сәғиҙәнең куңеле кутәрелеп, еңеләйеп киткәндәй булды. М. Тажи. Тығын менән ҡаплап ҡуйылған һымаҡ тойолған ҡолаҡ эсенән йылымысланған һыу ҡымырйытып ҡына ағып төштөмө, әй рәхәт булып ҡала, бөтә башың еңеләйеп киткәндәй була. Н. Мусин.
4. Әҙ генә иҫереү, ҡыҙмаса булыу.
□ Быть навеселе. ■ Еңеләйеп алғас, дуҫтар һуҙгә кусте. Картотека фондынан.
5. Тотанаҡһыҙға әйләнеү. □ Стать неуравновешенным.
6. Аҡылы кәмеү, еңел аҡыллыға әйләнеү.
□ Помешаться, тронуться; заболеть психически. ■ Моғайын, аҡылға еңеләйеп сығып киткәндер ул [Мәулиха]. Ш. Янбаев.
7. Ныҡ ауырыған кешенең үлер алдынан һауыҡҡан һымаҡ булып китеүе. □ Полегчать (перед смертью). Үлер алдынан ул еңеләйҙе, тороп ултырып ашап алды.
ЕҢЕЛ ӘЙТЕЛЕШЛЕ (Р.: легкопроизно-симый; И.: easy to pronounce; T: kolay telaf-fuzlu) c.
Әйтеүгә ҡыйын булмаған, көсөргәнешһеҙ, ауырлыҡһыҙ, еңел әйтелгән (һуҙҙәр, өндәр һ. б.). □ Легкопроизносимый, удобнопроиз-носимый. Еңел әйтелешле һуҙ. Еңел әйтелешле өндәр.
ЕҢЕЛӘЙТЕҮ (еңеләйт-) (Р: облегчать;
И.: make easier / easy; T: hafifletmek) ҡ.
1. Тартыу, һөйрәү өсөн еңелгә әйлән-дереү, ауырлығын кәметеү. □ Облегчать, уменьшить тяжесть. Тоҡто еңеләйтеу. Йөктө еңеләйтеу. Арбаны еңеләйтеу.
2. Ҡыйын, ауыр хәлдән еңелгә әйлән-дереү. □ Облегчать, смягчить, ослабить. Тормошто еңеләйтеу. Эште еңеләйтеу. Сәй тәнде еңеләйтеп ебәрә. ■ Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы. Н. Нәжми.
ЕҢЕҮ I (ең-) [дөйөм төрки йэң 'еңеү’ < ең] (Р: побеждать; И.: gain / win a victory; T: yenmek) ҡ.
1. Һуғышта, яуҙа ҡаршы яҡты буйһонорға мәжбүр итеү, еңеүсе булып сығыу. □ Побеждать, преодолеть. Дошманды еңеу. Һуғышта еңеу. ■ Бар миндә бына шул нәфрәт, бар миндә асыу көсө, шул нәфрәт менән дошманға ташланып еңә кеше. Р. Ниғмәти.
2. Берәй төрлө ярышта, көрәштә, оҫталыҡта өҫтөнлөк алыу, беренселеккә сығыу, уңыш ҡаҙаныу. □ Победить, достичь успеха, перебарывать, одержать верх. ■ [Барсынһылыу:] Көрәштә еңеп дан алдың, батыр егет Алпамыша, йөрәгемә ут һалдың. «Алпамыша». Артыҡ өсөн әйтешеп, дуҫың менән һынашма; еңгәнмен, тип, берәугә ялған һуҙең ташлама М. Аҡмулла.
3. кусм. Тормоштағы төрлө хәлдәрҙе, үҙеңдәге етешһеҙлекте тырышлыҡ, ихтыяр көсө менән йырып сығыу, бирешмәү, сыҙау. □ Осиливать, одолевать, пересилить, перебороть, превозмогать, преодолевать. Ауырлыҡты еңеу. Ҡайғыны еңеу. Ҡаршылыҡты еңеу. Теләкте еңеу. Хисте еңеу. ■ Был донъяның ауыр ҡайғыларын еңеп була берҙәм булғанда. Халыҡ йырынан. Йылҡыбай .. таң алдынан йоҡоһон еңә алмай йоҡлап китте, ти. Әкиәттән. Әкиәт ҡыҙыҡ, ләкин йоҡо еңә, куҙҙәр йомола башлай. Р. Солтангәрәев.
4. Ниндәйҙер хәл, сифат өҫтөнлөк алыу, үҙ тәьҫиренә буйһондороу. □ Преобладать. Ҡыҙыл төҫ еңгән. • Алйот еңдем тиер, аҡыллы ҡуйҙым тиер. Мәҡәл. Еңгән еңелгәндең елкәһенә менгән. Мәҡәл. Кешене сир еңер, сирҙе аҙыҡ еңер. Мәҡәл.
ЕҢЕҮ II (Р: победа; И.: victory; T.: yengi) и.
1. Һуғышта, көрәштә, эш-хеҙмәттә яуланған уңыш. □ Победа. / Победный. Еңеу байрамы. Еңеу көнө. Еңеу йырҙары. Еңеу шатлығы. Еңеу хәбәре. Бөйөк Ватан һуғы-шындағы оло еңеу. Ҙур еңеу яулау. ■ Мең туп утыҙ тапҡыр һауаны яңғыратты. Был беҙҙең Бөйөк Еңеуҙең кукрәуе ине. Т. Күсимов. Еңеу беҙҙең яҡта булыр. Ватан өсөн, фашист яуын тамам тар-мар иткәнгә тиклем алға, иптәштәр! М. Тажи.
540