ЕҢСӘ
2. Хеҙмәт һ. б. әлкәлә нимәнелер тормошҡа ашырыу, үтәү өсөн булған көрәштә яуланған уңыш. □ Победа, успех, достижение. Хеҙмәт еңеуе. ■ [Бригадир:] Еңеу башлана, иптәштәр, еңеу! Беҙ быйыл былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр [игенде] артыҡ сәстек. Б. Бикбай.
ЕҢЕҮЛЕ (Р.: победоносный; И.: victorious, triumphant; T.: muzaffer) с.
Еңеү яулаған, еңеп сыҡҡан, еңеү килтергән. □ Победоносный. Еңеуле ҡиәфәт. Еңеуле юл. Еңеуле һөжум.
ЕҢЕҮСЕ (Р.: победитель; И.: conqueror; victor; T.: galip) и.
Һуғышта, көрәштә, уйында, эш-хеҙмәттә, көс һынашта һ. б. өҫтөнлөк алыусы, еңеп сығыусы. □ Победитель, триумфатор. Ярышта еңеусе булып сығыу. Еңеусе халыҡ. Еңеусе яраһы. Еңеуселәр байрамы. Еңеуселәр рәтендә булыу. ■ Шунан, көслөрәк, оҫтараҡ уйнаған яҡ ҡаршы команданы ҡыҫырыҡлай барып, уның «ҡалаһын» баҫып ала һәм еңеусе булып сыға. Н. Мусин.
ЕҢЕШЕҮ (еңеш-) (Р: спорить; И.: argue; T.: tartışmak) ҡ.
һүҙеңде һүҙ итергә тырышып бәхәсләшеү; һүҙ көрәштереү. □ Спорить, состязаться в споре. Курше малай менән еңешеу. Класҡа инеу өсөн еңешеу. ■ Емеш һыр бирергә теләмәй: «Минең кулдәгем ситса тугел, ебәк кенә ул»,— тип еңешә. 3. Биишева.
ЕҢ ҠАЙТАРМАҺЫ (Р.: обшлаг; И.: cuff; T: kol) и.
Кейем еңенең ҡаршыға ҡайтарып тегеп йәки кирегә бөкләп ҡуйылған осо. □ Обшлаг, манжет. Ең ҡайтармаһына төймә тағыу. Атластан тегелгән ең ҡайтармаһы. Ҡул ҡушҡарын ҡаплап сығып торған ең ҡайтармаһы.
ЕҢЛЕ (Р: имеющий рукава; И.: having sleeves; T.: yenli) c.
Еңе булған, ең ҡуйып тегелгән. □ Имеющий рукава, с рукавами. Ецле кулдәк. ■ Өҫтөнә ҡыҫҡа еңле, аҡ ерлеккә ҡыҙыл борсаҡ һибелгән кулдәк, аяҡтарына аҡ сандали кейгән ҡыҙ, уның тау уратып гиҙгән
йомшаҡ елдә елберҙәгән һары сәстәре, һомғол ҡаҡса кәуҙәһе, көләс йөҙө тауышһыҙ кино кадрҙары һымаҡ куҙ алдында сихри тамаша ҡора, гуйә. Ә. Әминев.
ЕҢМЕШ (Р: неуступчивый; И.: obstinate, uncompromising, unyielding; T.: uzlaşmaz) c.
Дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла үҙ һүҙенән кире ҡайтмай талашыусан; үҙ һүҙле. □ Неуступчивый, упрямый. Еңмеш булыу. ■ Фәғилә өндәшмәҫерәк булһа ла, алдына алғанын ҡуймай торған ецмеш ҡыҙ ине. Н. Мусин.
ЕҢМЕШЛӘНЕҮ (еңмешлән-) (Р: быть неуступчивым; И.: be obstinate; T: inat etmek) ҡ.
Дөрөҫ булһаң да, булмаһаң да еңергә, үҙеңдекен итергә тырышыу. □ Быть неуступчивым, не уступать, упорствовать, упрямиться. ■ [Ғәләу:] Теге уҙ һуҙле, угеҙ куҙле Харис бар ине бит, шуның еңмеш ҡыҙы .. еңмешләнә торғас, бөтәһен дә еңеп бөткән. И. Ғиззәтуллин.
ЕҢМЕШӘК с. диал. ҡар. еңмеш.
ЕҢ ОСО и. ҡар. ең ҡайтармаһы.
ЕҢСӘ I (Р: нарукавник; И.: oversleeve, armlet; T.: kolluk) и.
1. Берәр эш (ураҡ урыу һ. б.) эшләгәндә беләк осона терһәк тиңенән кейә торған айырым ең. □ Нарукавник; рукавчик. ■ [Айбулат менән Гөлйөҙөм] еңсәләрен тиҙ генә кейә һалып, ашығып урырға кереште. Һ. Дәүләтшина. [Ҡыҙҙар эшләй] ҡулдарына ап-аҡ еңсә кейеп, яулыҡтарын бәйләп ҡыйыҡ. Ғ. Мәсғүт.
2. тех. Төрлө машинаның еңгә оҡшатып ҡуйылған өлөшө. □ Нарукавник шнека. Бункер еңсәһе.
ЕҢСӘ II (Р: влагалище; И.: vagina; T: dö-lyolu) и.
1. анат. Ҡатын-ҡыҙ енес ағзаһының эскә ингән юлы. □ Влагалище. Еңсә ҡыҙҙарҙа ҡыҙлыҡ ярыһы менән ябылған була.
2. бот. Сәскә инәлегенең емшәнгә төшкән юлы һәм ҡайһы бер үҫемлек япрағының һуҡта уратҡан өлөшө. □ Влагалище.
3. мед. Тарамышты, ҡайһы бер тамыр, нервыны уратып алған көпшә. □ Сосуд, тру-
541