ЕҢСӘЛЕ
бочка. Нервы еңсәһе. Ҡорһаҡтың тура мускул еңсәһе, һеңер еңсәһе.
ЕҢСӘЛЕ (Р.: влагалищный; И.: vaginal; T.: vajinal) с. анат., бот.
Еңсәһе булған. □ Влагалищный. Еңсәле япраҡ. Еңсәле һеңер.
ЕҢСӘЛЕ КҮРӘН (Р: осока буровлагалищная; И.: sedge, carex; T.: akut saz) и. бот.
Дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек касалы ҡыяҡлы үлән төрө. □ Осока буровлагалищная (лат. Carex acuta). Кул тирәһен еңсәле курән алған.
ЕҢ ТӨБӨ (Р: пройма; И.: armhole; T.: kol oyuntusu) и.
Кейемдә ең өсөн яһалған уйым һәм шулай уҡ еңде кейемгә тоташтырған урын.
□ Пройма. Ең төбө уйыу. Ең төбөн улсәу. Ең төбөн киңерәк итеу.
ЕҢ УЙЫУ (ең уй-, ең уя) (Р: вырезать пройму; И.: cut out an armhole; T.: koi yapmak) ҡ.
Ең ултыртыу өсөн кейемдең арҡа менән күкрәк тоташҡан ҡабырға ситенән үлсәп уйым яһау. □ Вырезать пройму.
ЕҢ УЛТЫРТЫУ (ең ултырт-) (Р: вшивать рукав; И.: sleeve; T.: yen dikmek) ҡ.
Еңде кейемгә тоташтырып тегеү. □ Вшивать рукав. Кофтаға ең ултыртыу.
ЕҢҺЕҘ (Р: не имеющий рукава; И.: sleeveless; T.: yensiz) с.
Еңе булмаған, ең ҡуйылмайынса тегелгән.
□ Не имеющий рукава, без рукавов. Еңһеҙ кейем. Еңһеҙ тегеу. ■ Аяҡтарында — башы тишек, уксәһе асыҡ сандали, өҫтәрендә -ялтыры беленмәҫлек булып иҫкергән атлас кулдәк өҫтөнән камзул һымағыраҡ еңһеҙ кофта, баштарында — яулыҡ, ҡулдарында — төйөнсөк, ти. Г. Яҡупова.
ЕҢ ҺЫҘҒАНЫУ (ең һыҙған ) (Р: засучить рукава; И.: roll up one’s sleeves; T: sıvamak) ҡ.
1. Еңде ҡул осонан үргә ҡарай бөкләп, төрөп ҡуйыу. □ Засучить рукава.
2. кусм. Бөтә ихласлыҡты һалып тырышыу. □ Охотно, с душой, старательно делать что-л. Ең һыҙғанып эшләу. ■ [Котлояр — Айбулатҡа:] Ҡотлояр ағаң да япондарҙы туҡмарға китергә ең һыҙғанып ултыра инде.
һ. Дәүләтшина. Ҡартайһам да, һеҙҙең менән бергә ең һыҙғанып эшләрмен әле. Т. Йәнәби. • Ең һыҙғанған егеттең тамағы туҡ. Әйтем.
ЕҢҺӘҮ и. диал. ҡар. еңсә 1,1.
ЕҢ ЭСЕ (Р: подкладка рукавная; И.: lining; T.: yenin içi) и.
Еңдең эске яғынан тегелгән туҡыма. □ Подкладка рукавная. Ебәк ең эсе. Ең эсе тегеу.
ЕҢӘРЕМ (Р.: упрямство; И.: obstinacy, stubbornness; T.: inatçılık) и. диал.
Кешенең үҙ һүҙен генә өҫкә сығарырға тигән сәме, хаҡһыҙ булһа ла еңеренә, барыбер үҙенекен итәсәгенә ышанысы. □ Упрямство, неуступчивость, каприз. Еңәремде ҡуйыу. Еңәремде туҡтатыу. Еңәремгә сығыу. Еңәремгә китеу. Еңәремгә һалышыу.
ЕҢӘРМӘН с. диал. ҡар. еңмеш.
ЕҢ-ЯҒА (Р: рукава и воротник; И.: sleeves and collar; T.: yen ve yaka) и. йыйн.
Кейемдең ең һәм яғаһы. □ Рукава и воротник. Кулдәктең ең-яғаһы керләнгән.
♦ Ең-яға килешеү (йәки килеү) елкәнән алып, ныҡ һуғышыу. □ Хватать друг друга за шиворот. ■ Батрактар менән ең-яға килешкәне Зилскийҙың куңеленән сыҡманы. Ғ. Дәүләтшин.
ЕП (ебе) [дөйөм төрки йеп] (Р: нитка; И.: thread; T.: ip) и.
1. Тегеү өсөн тәғәйенләп, мамыҡ, ебәк сүсенән иләнгән бик нәҙек бау, бәй. □ Нитка, нить; пряжа. / Нитяный, ниточный. Бер кәтук еп. Нәҙек еп. Йыуан еп. Бер һаплам en. Капрон еп. Киндер еп. Сиратҡан еп. Суреле еп. Еп йомғағы. En суреһе. En сиратыу. En урау. En ойоҡ. En бейәләй. En шойтөләу. ■ Ул [Исхаҡ] энәгә уткәреп, ебен тешләп өҙҙө лә һенлеһенә бирҙе. Һ. Дәүләтшина. Яғаларын, еңдәрен, итәктәрен нәғешләп, һеҙгә берәр кулдәк тектек... Беҙ уларҙың һәр бер нәғешенә айырым куңел һалдыҡ, ептәрен, төҫтәрен, биҙәктәрен һайланыҡ. Д. Юлтый.
2. Бәйләү, ниҙер тағыу өсөн тәғәйенләнгән нәҙек бау; бәй. □ Бечёвка, верёвка, тесьма. Ҡармаҡ ебе. Быҙау муйынына еп тағыу. Еп [менән] бәйләу. ■ Ҡамыр батыр
542