ЕП-ЙЫШЫУ
алтын башаҡлы, ҡыҙыл ҡауырһынлы, көмөш кеҙеле уғын епкә бәйләп, келәт өрлөгөнә аҫҡан. Әкиәттән.
3. кусм. Ниҙелер беректергән бәйләнеш. □ Нить, узы. Дуҫлыҡ ептәре. Туғанлыҡ ебе. Һуҙ ебе. Фекер ебе. Хыял ебе. ■ Ваҡыт ебен уйҙан етеҙ, хыялдан тиҙ һутә-һутә, киләсәккә көләс көнгә елеп уттем йылдар утә. Р. Назаров. Бығаса иңгә-иң һуғышып йөрөмәһәләр ҙә, ошо ике-өс сәғәтлек кенә сәфәрҙәре уларҙы куҙгә куренмәҫ еп менән ғумерлеккә бәйләне. Ҡайһылай нескә ул еп. Ә. Хәкимов. Йәштәр нәҫел-нәсәп ебен юллап тормай шул. Р. Камал.
♦ Бер епкә теҙеү бер төрлө тип, бер итеп ҡарау. □ Одинаково относиться ко всем. букв. В одну нитку нанизывать. ■ [Зөбәйҙә:] Һеҙ бисәләрҙең бөтәһен дә бер епкә теҙергә ашыҡмағыҙ әле, Ғәйфи Ғәҙелич. Ғ. Әхмәтшин. Еп кеүек өҙөлөү әрнеү, һыҙлау (йөрәккә ҡарата). □ Ныть (о сердце). ■ Һин булмаһаң, алдым томанлана, йөрәккәйем өҙөлә еп кеуек. А. Игебаев. Епкә теҙгән кеүек тигеҙ генә рәткә теҙелгән. □ Ровными рядами. ■ Курегеҙсе, епкә теҙгән кеуек ҡаңғылдашып улар осалар. Ғ. Мәсғүт. Еп өҙөрлөк <тә> хәл ҡалмау бөтөнләй хәлдән тайыу □ Совсем выбиться из сил, обессилеть. Я Ерҙең буйынан-буйына һыулы биҙрә кутәреп йөрөп Фәриҙәнең еп өҙөрлөк тә хәле ҡалманы. Ф. Әсәнов. Муйынға еп һалыу ныҡ ирекһеҙләү. □ Сильно неволить, принуждать к чему. Энәһенән-ебенә тиклем бөтә ваҡ ентегенә тиклем. □ Подробно, досконально, букв. От иголки до нитки. Энәһенән-ебенә тиклем һорашыу. ■ Иң элек вывесканың яҙыуын энәһенән-ебенә тиклем уҡып сыҡтым. С. Агиш.
ЕПАРХИЯ [рус. < гр. eparchia} (Р: епархия; И.: eparchy; T.: piskoposluk) и.
Епископ ҡул аҫтындағы административ сиркәү округы. □ Епархия.
ЕП БЕШЕРЕҮ (еп бешер-) (Р: кипячение нити-основы в щелочной воде; И.: boiling warp threads in alkaline water; T.: çözgü kaynatmak) ҡ. туҡ.
Буйлыҡ епте һелтеле һыуҙа ҡайнатыу.
□ Кипячение нити-основы в щелочной воде.
ЕП БӘЙЛӘМЕ (Р: моток ниток; И.: skein, hank; cut; T.: iplik burma) и. туҡ.
Аяҡлы, баҫмалы йәки кәтүкле итеп уратылған еп йыйымы. □ Моток ниток или пряжи. Еп бәйләме әҙерләп ҡуйыу. Еп бәйләме һатып алыу.
ЕП ИЛӘҮ (еп илә-) (Р: прясть; И.: spin; T.: eğirmek) ҡ.
Йөндө, сүсте, киндерҙе һ. б. орсоҡ йә махсус машина ярҙамында ишеп еп итеү.
□ Прясть. // Прядение.
ЕП ИЛӘҮ МАШИНАҺЫ (Р: прялка;
И.: distaff; T.: öreke) и.
Йөндө, сүсте, киндерҙе һ. б. ишеп еп яһай торған ҡорамал. □ Прялка, пряслице.
ЕП ИЛӘҮ ОҪТАХАНАҺЫ (Р: прядильня; И.: spinning mill / factory; T.: iplikhane) и.
Еп иләү, әҙерләү фабрикаһы, бинаһы.
□ Прядильня; прядильная мастерская.
ЕП ИЛӘҮ ӨМӘҺЕ (Р: супрядки; И.: collective spinning; T.: ip örmek) и.
Күмәк кеше бергәләп еп иләү йыйыны.
□ Супрядки.
ЕПИЛӘҮСЕ(Р.: прядильщик; И.: spinner; T.: iplikçi) и. туҡ.
Туҡыусылыҡ сәнәғәтендә еп иләү эше менән шөғөлләнеүсе кеше. □ Прядильщик, прядильщица, пряха.
ЕПИСКОП [рус. < гр. episkopos ‘өҫтән’ + skopeö ‘ҡарайым’] (Р.: епископ; И.: bishop; T.: piskopos) и.
Христиан диненең юғары рухани дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Епископ.
ЕП ЙОМҒАҒЫ (Р: нитяной клубок; И.: clew; T.: ip topu) и.
Еп уралған йомғаҡ. □ Нитяной клубок.
ЕП-ЙЫРТЫШ и. этн. диал. ҡар. ул ебе, кыҙ ебе.
ЕП-ЙЫШЫУ (Р: разные верёвки; И.: strings and twines; T.: ipler) и. йыйн. һөйл.
Ишелгән төрлө бау. □ Разные верёвки, бечёвки. ■ [Бөрйән халҡы] еп-йышыу ишеп, кәрәк сабып, туғын бөгөп, дегет ҡайнатып
543