ЕПКЕРТЕҮ
ала ла, .. игенле яҡтарға сәфәр сыға ине. С. Ғәбиҙуллин.
ЕПКЕРТЕҮ (епкерт-) ҡ. диал. екһетеү.
ЕПКӘ ТЕҘЕҮ (епкә теҙ-) (Р.: нанизывать; И.: string; T.: dizmek) ҡ.
Епкә, бауға бер-бер артлы үткәреү. □ Нанизывать. // Нанизывание (на нить). Мунсаҡты епкә теҙеү. Ҡыҙыл миләш емештәрен епкә теҙеү.
ЕП КӘТҮГЕ (Р.: ниточная катушка; И.: reel of thread; T.: bobin) и. туҡ.
Тегеү, иләү ҡорамалдары өсөн махсус ҡулайлаштырылған ике яҡ башы түңәрәк үҙәккә уралған еп. П Ниточная катушка.
ЕПЛЕ (Р: с ниткой; И.: filiform; made of thread; T: ipli) с.
Еп менән, ептән яһалған. □ С ниткой, ниточный, нитчатый. Нескә епле селтәр.
ЕПЛӘҮ (еплә-) (Р: привязывать; И.: tie (up); T: bağlamak) ҡ.
Еп (2) менән бәйләү, епкә тағыу. □ Привязывать, надевать. Ҡармаҡты епләү. М Ҡармаҡты әрәм итәһец! .. Аждаһалай балыҡҡа кеше йылтырма ырғытамы? Икенсе йылтырманы шпагат бау менән епләргә кәрәк. Д. Бураҡаев.
ЕП ОҘАТЫУ (еп оҙат-) (Р: сновать;
И.: warp; T: mekik dokumak) ҡ.
Киндер, тула, шәл һуғырға әҙерләгәндә буйлыҡ епте һуҙыу. □ Сновать (нити).
ЕП ОСО (Р: жёсткий острый конец нити; И.: waxed thread; T: ipin sert ucu) и.
1. Аяҡ кейеме теккән ептең осона энә урынына ишеп ҡуйған шырт. □ Жёсткий острый конец нити; дратва.
2. күсм. Ниндәйҙер эш-хәлдең, ваҡиғаның башланыуын билдәләгән сәбәп. □ Завязка в каком-л. деле. N Шул тиклем оҫта итеп ептең осон йәшерҙеләр, уларҙы бергә күргән кеше, һис шикһеҙ, һоҡланып ҡарап торор ине. Д. Бүләков.
ЕП СИРАТЫУ (еп сират-) (Р: сучить (нить)\ И.: spin; T.: çevirmek) ҡ.
Орсоҡ йә махсус машина ярҙамында иләнгән епте ике ҡатлап ишеү. □ Сучить, крутить, скручивать (нить). // Сучение
нитки; тростить. Ҡүп итеп еп сиратып алыу. Ойоҡ бәйләргә тип еп сиратыу.
ЕПСӘ (Р: волокно; И.: fibre; T.: lif) и. биол.
Тән туҡымаһын тоташтырған оҙонса күҙәнәк. □ Волокно. / Волокнистый. Тоташтырғыс епсәләр. Епсәләр төҙөлошө.
ЕП СӘЙЕ (Р: обрядовое чаепитие; И.: ritual tea-party; T.: çay içme töreni) и. этн.
Бала тыуып ҡырҡ көн үткәс, сабыйға ғүмер теләп, аҡ еп бәйләме таратыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙы, әбейҙәрҙе саҡырып сәй эсереү йолаһы. □ Обрядовое чаепитие, доел. Чай ниток (чаепитие, устраиваемое по случаю рождения ребёнка, во время которого приглашённым женщинам как символ долголетия раздают специально намотанную белую нить с благопожеланиями). Еп сәйенә саҡырыу.
ЕПСӘЛЕ (Р: волокнистый; И.: fibrous; T: lifli) c.
Епсәһе булған. □ Волокнистый. Епсәле туҡыма. Епсәле үҫемлектәр.
ЕП ТАРАТЫУ (Р: дарение пряжи старухам по случаю рождения ребёнка; И.: kind of Bashkir ritual ceremony; T: bir tür gelenek) и. этн.
Еп сәйе йолаһын үткәргәндә, сабыйға ғүмер теләп, ҡатын-ҡыҙға, әбейҙәргә алдан әҙерләнгән аяҡлы еп бүләк итеү. □ Дарение пришедшим женщинам, старухам специально намотанной пряжи по случаю рождения ребёнка.
ЕП УРАУСЫ (Р: мотовильщик; И.: reeler; T: bobin kırıcı) и. туҡ.
Туҡыусылыҡ сәнәғәтендә урау машинаһы менән кәтүктәргә еп, сүс ураусы эшсе. □ Мотовильщик, мотовильщица; шпуль-ник, шпулыцица, мотовило.
ЕП УРАУЫ и. ҡар. еп бәйләме.
ЕП ҺАБАҠЛАУ (еп һабаҡла-) ҡ. ҡар. еп һаплау.
ЕП ҺАПЛАУ (еп һапла-) (Р: вдевать нитку; И.: pass through (a needle’s eye); T: iğneye iplik geçirmek) ҡ.
Энә күҙәүе аша еп үткәреү. □ Вдевать нитку (в иголку). Тегеү өсөн еп һаплап биреү.
544