Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 545 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР
ЕПҺӘ (Р.: шпунт; И.: groove, rabbet; T.: çivi) и. махе.
1. Бер нисә ағасты, таҡтаны йыйып тоташтырған арҡыры шына йәки сөй.
□ Шпунт (для скрепления половиц, брёвен и т. п.). Ишектец епһәһе. Бураның епһәһе.
2. туҡ. Һоҫа эсендәге сүрене кейҙерә торған үҙәк; һоҫа энәһе. □ Спица, стержень (для надевания цевки).
ЕПҺӘҮ (епһә-) ҡ. диал. ҡар. төпсөү.
Епһәп һорашыу.
ЕПШЕК (Р: мокрый; И.: wet, moist; T.: ıslak) с.
1. Йылыға бер аҙ йомшаған, еүешләнгән.
□ Мокрый, талый (о снеге). Епшек ҡар. Епшек булыу.
2. Еүеш, иретеп торған (ятҡан) (көн тураһында). □ Мокрый, влажный, слякотный (о погоде)', оттепель, ростепель. Епшек буран. Епшек һауа. Епшек көн. ■ Марттың епшек буранында ҡышҡы эҙҙәр ҡалды күмелеп. Ғ. Рамазанов.
ЕПШЕКЛӘНЕҮ (епшеклән-) (Р: становиться мокрым; И.: thaw / melt a little; T: ıslanmak) ҡ.
Епшеккә әйләнеү. □ Становиться мокрым, слякотным; подтаивать. ■ Ҡояш йы-лытҡанлыҡтан, көн тағы ла йомшара төштө. Ҡар ҙа епшекләнә башланы. Б. Хәсән.
ЕПШЕЛТӘК с. диал. ҡар. епшек 2.
ЕПШЕТЕҮ (епшет-) (Р: вызывать оттепель; И.: produce a thaw; T.: çözülmek) ҡ.
1. Йылытып, йомшатыу, еүешләндереү.
□ Вызывать оттепель. Йылы ел ҡарҙы епшетте.
2. эйһ. ф. ҡар. епшеү I. ■ Көн бик ныҡ епшетеп, юлдар тамам ҡарайҙы. X. Мохтар.
ЕПШЕҮ I (епше-) (Р: подтаивать; И.: thaw / melt a little; T.: biraz çözülmek) ҡ.
Йылыға бер аҙ йомшау, еүешләнеү (ҡарға ҡарата)', епшеккә әйләнеү. □ Подтаивать, подтаять, становиться мокрым (о снеге). ■ Кискә табан көн һыуытты. Көндөҙ лысҡылдап, епшеп ятҡан юл боҙға әйләнде. Я. Хамматов.
ЕПШЕҮ II (Р: подтаявший; И.: humid, moist; damp; T.: çözülmüş) c.
1. Йылыға йомшап, бер аҙ еүешләнгән (ҡарға ҡарата). □ Подтаявший, мокрый, влажный (о снеге).
2. Ҡары иреп, бер аҙ еүешләнгән (көнгә ҡарата). □ Мокрый, слякотный (о погоде). Көн епшеү.
ЕПШӘН с. диал. ҡар. епшек 2.
ЕП ЫЛЫМЫҠТАР (Р: водоросли нитчатые; И.: confervoid algae; T.: su yosunları) и. бөт.
һыу аҫтында еп һымаҡ һуҙылып үҫкән үҫемлектәрҙең бер төрө. □ Водоросли нитчатые.
ЕР [боронғо төрки йер\ (Р: Земля; И.: Earth; T.: yerküre) и.
1. (баш хәреф менән) астр. Ҡояш системаһындағы өсөнсө торған, кеше йәшәгән планета. □ Земля, земной шар. / Земной. Ер шары. Ер әйләнәһе. Ай — Ерҙең юлдашы. Ер үҙ күсәрендә һәм Ҡояш тирәләй әйләнә. Ерҙән Кояшҡа тиклемге ара 150 миллионе а яҡын саҡрым. ■ Орбитаны урап Ер гел йөрөр, кис булдырып һәм таң аттырып. Р. Ниғмәти.
2. Тәбиғәт тереклек иткән, кеше йәшәгән урын; яҡты донъя. □ Земля, поверхность земли; белый свет. Ерҙә йәшәү. ■ Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы, күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо. С. Юлаев. Был ерҙә юҡ, теге донъялалыр, тип ысын бәхетте, өмөтһөҙләнә башлай ул [күңел]. М. Ғафури. Ул йондоҙҙар яна шунда [йыһанда] һоҡландырып ерҙе, күкте. М. Кәрим. Ерҙе йоҡонан уятҡан, илде эшкә ҡуҙғатҡан, .. ҙур ҡояшлы таң ине. Р. Ниғмәти.
3. Ҡоро урын, материк (океан, һыу һәм һауа киңлектәренә ҡаршы ҡуйып әйтелә). □ Суша; сухое место, материк. Ергә сығыу. ■ Кәмәнең мороно ергә төртөлдө. Пароход диңгеҙ уртаһына етте, ер күренмәй башланы. Алпамыша Барсынһылыуҙы биленән алып һауаға сөйөп ебәрә лә, ергә төшөп имгәнмәһен тип, ҡулына тотоп ала. «Алпамыша». Башҡортостан бөтә ҡоро ерҙең меңдән бер өлөшөн алып тора. Картотека фондынан.
18- 1.0116.12
545