Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 546 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР
4. Шул планетаның өҫкө һәм тәрәндәге ҡаты ҡатламы. □ Земля, грунт, пласт земли. Ер өҫтө. Ер аҫты. Ер убылыу. ■ Ҡапыл ер һелкенде, өҫкә тупраҡтар ҡойолдо. Д. Юлтый.
5. Ер шарының өҫкө майҙаны, тереклек бара торған ҡатлауы; тупраҡ. □ Земля, поверхность земли, почва. Туң ер. Ҡаты ер. Ер аҫты. Ер йәшәреу. Ер кибеу. Ер бауырлап осоу. Ер һөрөу. Ер ҡаҙыу. Ер соҡоу. Ергә тамыу. Ергә ҡойолоу. Ергә һалыу. Ергә кумеу. Ергә ултырыу. Ерҙән кутәрелеп осоп китеу. ■ Әле куптән тугел генә ҡалын ҡар аҫтында баҫылып ятҡан ер ҙә уянды. М. Тажи. Яҙ етер бер, боҙ китер, ер асылып, ер өҫтөнә улән сығыр. Ш. Бабич. Ер кеше ҡулдарының хеҙмәтенә һәм уҙенең дошманы булған эрозиянан яҡлауға мохтаж. Картотека фондынан. Ялан яғы, .. уның хатта еренең төҫө лә башҡаса. Аҡһыл һары. Ҡөл төҫлө. Эйек буйында ер ҡара һағыҙ кеуек сөм ҡара бит!
3. Биишева. Өсөнсө ай инде ямғырҙар юҡ, иҫә афәт еле. Ерем көйә. М. Кәрим.
6. Шул майҙандың үҙенә бер хас үҙенсәлек менән айырылып торған урыны. □ Место; местность. Таҡыр ер. Тигеҙ ер. Уйпат ер. Уйһыу ер. Ялан ер. Батҡаҡ ер. Йылғаның тар ере. Тауҙың текә ере. ■ Тау ерендә йылан куп була,.. абайла [тине әбей]. М. Тажи. Уйһыу ғына ерҙән болан килә, әй тутә тип, Зөлхизә. Халыҡ йырынан. Уйпат-уйпат, уйпат ерҙә бейә һауа киленсәк. Халыҡ йырынан.
7. Хужалыҡ мәнфәғәттәрендә ҡулланылған, эшкәртелә, ашлыҡ сәселә һ. б. файҙаланыла торған майҙан; ер-һыу (урман, ҡыр һ. б.). □ Земля, участок земли. / Земляной, земельный. Помещик ере. Ҡөтөу ере. Сәсеу ере. Ер биләу. Ер булеу. Ерҙе дәуләтләштереу. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе уҙләштереу. ■ Бар ине беҙҙең ерҙәрҙә һунарҙың шәп замандары. Хәҙер урман да йылдан-йыл һирәгәйә, йәнлектәр, ҡоштар ҙа кәмеп бара. М. Тажи. [Һалдаттар:] Һуғыш та, мир ҙа беҙҙең өсөн тугел. Уларҙың барыһы ла генералдар, байҙар өсөн,.. беҙҙең бер табан еребеҙ юҡ. Д. Юлтый.
8. Иген һ. б. ашлыҡ үҫтерелә торған сәсеүлек майҙаны; баҫыу. □ Земля, поле. Иҫкергән ер. Пар ере. Ер ашлау. Ер һуғарыу. Ер эшкәртеу. Игенселәр ерҙең өлгөргәнен көтә. ■ Ер оҙон, бер башынан бер башы әллә ҡайҙа ята. Аяғың ғына туҙһен. Р. Низамов.
9. Баҫыуҙың билдәле бер үҫемлек үҫә торған өлөшө. □ Участок (земельный, садовый, фруктовый и т. п.). Арыш ере. Баҡса ере. Сөгөлдөр ере. ■ Бригадир кәбән ҡойҙораһы урынға уны [Зыяны] картуф еренә ебәрә. М. Тажи.
10. Халыҡтың үҙ төйәге; ил. □ Земля, страна, сторона. Ят ер. Сит ер. ■ Ул [ел] миңә хәбәр килтерә тыуған-уҫкән еремдән, өҙөлөп һөйгән илемдән. С. Юлаев. Арыҫландар уҙ ерен залимдарҙан таптатмаҫ. Ш. Бабич.
11. Халыҡ йәшәгән билдәле бер урын; административ территория. □ Поселение, административная территория. Ауыл ере. Ҡала ере. ■ Ауыл ерендә шул инде ул, ситтән килгән кеше бойҙай араһындағы һерәйеп ултырған һоло һымаҡ куҙгә бәрелеп кенә бара. М. Тажи.
12. Әйберҙең, нәмәнең ниндәй ҙә булһа бер өлөшө, киҫәге, урыны; төш. □ Место, участок. Ҡаланың матур ере. Тәрән ер. Йылғаның тар ере. Ҡейемдең туҙған ере. Тәҙрәнең ватылған ере. ■ Ҡеше тугел, сыбыҡты ла тотҡан еренән һындырып булмай. М. Тажи. Бергәләшеп, .. өс тағанды киң һикенең урта бер еренәрәк ҡорҙолор ҙа .. йоҡлап киттеләр. Т. Йәнәби. Канау эсе тубыҡтан һыу,.. ҡайһы ере тәрән, ҡайһы ере һай. Д. Юлтый.
13. Кеше тәненең бер өлөшө. □ Часть тела. Ауыртҡан ер. Һынған ер. Табандың өйкәлгән ере. Баланың ҡайһылыр ере өләсәһенә тартҡан. ■ Артабан ҡайһы ерҙәре һыуланғандыр, бер сирҡаныс алғас, Ҡасимға һиҙелмәне. Н. Мусин. Ҡаранығыҙмы, бер ере лә имгәнмәгәнме? Ә. Чаныш.
14. Пимәлер була торған, нимәлер эшләнә торған билдәле бер майҙан, урын. □ Место, площадь, участок. Уйнай торған ер. Осраша торған ер. Һыу ала торған ер. Мал ҡуя торған ер. Тиреҫ туккән ер. Ҡыуыш ҡорған ер.
546