Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 547 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР
Бесән ята торған ер. Ҡайтыр ер. Ятыр ер. Ултырыр ер. ■ Ат эсерә торған ергә барып, һалҡын һыу менән бик шәпләп йыуындым. .. Бөтөнләй хәл инеп китте. С. Агиш. Хатта аҡсарлаҡтарҙың да ҡайтыр ере, һағынып, яратып көтөп торған балалары бар. 3. Биишева.
15. Нимәгәлер тәғәйенләнгән, ниндәйҙер эшмәкәрлек итә торған ойошма, урын. □ Место (работы, деятельности, занятий, службы и т. п.). Уҡыған ер. Эшләгән ер. Хеҙмәт иткән ере һәйбәт. Уҡытҡан еренән алып, икенсе эшкә күсергәндәр. Эшләгән ерен маҡтап бөтә алмай.
16. Әҙәби, музыкаль әҫәрҙең һ. б. берәй киҫәге, урыны. □ Часть, отрывок (произведения). Хәбәр ҡыҙыҡ ерендә өҙөлдө. Йырҙың һуҙып йырлай торған ере. Романдың ҡыҙыҡ ерҙәре куп. ■ [Газета эшселәре] мин уҡырға тейеш булған ерҙе бармаҡ менән төртөп күрһәттеләр. С. Агиш.
17. Ара, арауыҡ (ғәҙәттә, алыҫлыҡ берәмектәре менән ҡулланыла). □ Промежуток, расстояние. Бер аҙ ер. Арауыҡ ер. Байтаҡ ер. Биш саҡрым ер. Өс аҙым ер. Квартал самаһы ер киткәс. Бер аҙ ер үткәс. ■ Төн булһа, артиллерия утына ҡарамаҫтан, .. ярты саҡрымлап ергә һыуға барабыҙ. Д. Юлтый. [Беҙ] иптәшем менән кәмәлә байтаҡ ер аҡҡайныҡ инде. Т. Йәнәби.
18. күсм. Кәрәклек, хәжәт булыу. □ Выступает в роли служебного имени для уточнения определяющего слова. Берәр ергә ярау. Етмәгән еренә үҙем бирермен.
19. күсм. Мөмкинлек, берәй нәмәнең булыу, башҡарылыу ихтималы; хәл. □ Возможность, состояние (что-л. сделать). Түҙер ер ҡалманы. Табыр ерем юҡ.
20. Тапҡыр, мәртәбә (у-в. клш. һандарҙы ҡабатлағанда ҡулланыла). □ В форме местного падежа в значении «раз» употребляется при умножении. Ике ерҙә ике — дүрт. Дүрт ерҙә бишең — егерме.
♦ Ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетә артыҡ күп хәбәр белгән кеше тураһында шелтәләп әйтелә. □ соотв. Видеть на два
аршина под землей. ■ [Булат:] Бына һиңә Рахмай. Ул ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә ишетә... Ҡасан Ҡарыя тураһындағы хәбәрҙе белеп алған. К. Кинйәбулатова. Ер аяғы — ер башы бик алыҫ. □ соотв. За тридевять земель. Ер аяғы — ер башы ерҙән килеү. ■ Бына хәҙер уның ейәне ер аяғы —ер башы ерҙән, Ҡултабан ауылынан, килештереп хат яҙып ебәргән. М. Кәрим. Йәйәүләп ер аяғы — ер башы оҙам юл килеүгә уның [егеттең] аяҡтары талыҡҡан, үҙе әбеккән, һамҫыған, билғау аҫты ла бәләкәс бушаған. Ж. Кейекбаев. Ер бауыры һалҡын үлгән кеше бара-бара онотола, иҫән кешене онотоуы ауыр тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Земля холодная (в значении «мёртвые забываются, тяжело забыть живых»). Ер бит ояты юҡ, намыҫһыҙ, оялыуҙы белмәгән. □ Бессовестный, бесстыжий. ■ [Гөлбикә:]Рәхмәт әйтәһе урынға битеңә төкөрөп сығып китһен әле, ер бит. Н. Асанбаев. Ер булыр (йәки булһын) ҡарғ. үлһен, юҡ булһын. □ Пусть сгниёт! (зложелание). Ер емерелгәндәй яман көслө тауышҡа ҡарата әйтелә. □ соотв. Будто земля разверлась (о сильном шуме, грохоте). ■ Ер емерелгәндәй, гөр килде haya. Б. Бикбай. Ер емереп (йәки емертеп) ҙур дәрт менән, ихлас тырышып, шәп итеп. □ С большим желанием, подъёмом (работать, действовать ит. д.) ■ Парижды ла алдыҡ беҙ. Француздарҙы еңгәндә ер емертеп йөрөнөк беҙ. Халыҡ йырынан. Еренә еткереп 1)яҡшы, һәйбәт сифатлы, тулы, тейешенсә итеп (башҡарыу, үтәү). □ Выполнить полностью, хорошо, качественно (сделать что-л.) Еренә еткереп эшләү. Ҡарарҙы еренә еткереү. ■ Һәр нәмәне йыбанмай, еренә еткереп эшләй ул Байморат. Н. Мусин; 2) ентекләп, аңлайышлы, асыҡ итеп. □ Внятно, чётко, понятно (объяснять, рассказывать и т.п.) Еренә еткереп һөйләү. Ер йыртып көслө йәмһеҙ тауыш менән (ҡысҡырыул үкереү һ. б.). □ Громко (орать, кричать). Ер йыртып үкереү.Ш Айыу тәненең әсетеүенә сыҙай алмай өңөнән килеп сыҡҡан һәм ер йыртып үкереп ебәргән.
18*
547