ЕР АСЫЛЫУ
Ж. Кейекбаев. Ер кинәнгере! ҡарғ. үлем теләп әйтелә. □ Зложелание. букв. Чтоб земля наслаждалась кем. Ер күтәрер эле бер нәмә лә булмаҫ (еңелсә генә йығылған бала-сағаға, кешегә ҡарата әйтелә). □ Ничего не случится, букв. Земля поднимет. ■ Сәғиҙә баланы кутәреп торғоҙҙо. Ә Хафиз ҡарт: — Ҡурҡма, ҡыҙым, бер ни ҙә булмаҫ,— тине,— ер кутәрер. Әҙәм балаһы йығыла-йығыла кеше була. М. Тажи. Ер күтәрә алмаҫлыҡ үтә ныҡ ауыр, ҙур; кеше түҙә алмаҫлыҡ (ҡайғы-хәсрәт, енәйәт һ. б. тураһында). □ Слишком тяжёлое, большое (о горе, несчастье). Ер кутәрә алмаҫлыҡ ҡайғы. Ер кутәрә алмаҫлыҡ гөнаһ. Ер менән күк араһы айырма бик ҙур тигән мәғәнәлә нимәнелер сағыштырғанда әйтелә. □ Отличаться как небо и земля. Ер өҫтөндә йөрөү (йәшәу, булыу). □ Жить, существовать. Ауырыһа ла, шөкөр, ер өҫтөндә йөрөп ята әле.■ Ер өҫтөндә саҡта йөрәк бул һин, кемгә хәжәт йөрәк йораты. Р. Назаров. Ер өҫтөндә беҙ ҡунаҡ ҡына. Д. Бүләков. Лирик герой .. лайыҡлыны ер өҫтөндә сағында курергә, тейешле баһаны ла уға шунда сағында бирергә өндәй. «Ағиҙел», № 10, 2010. Ер тишегенә (йәки аҫтына) инерҙәй булыу бик ныҡ оялыу, ғәрләнеү, ояттан ни эшләргә белмәү. □ Готов сквозь землю провалиться. ■ Исламов бойороҡто уҡығанда, шундай уңайһыҙ хәлдә ҡалды, әгәр ер ярылһа, ер тишегенә инеп китер ине. Ғ. Хәйри. Ер тырмашып ныҡ, көс менән тырышып. □ Усердно, старательно, прилагая большие усилия (работать, жить ит. д.) Ер тырмашып донъя көтөу. Ер тырмашып йәшәу. Ер һиңкетеп (йәки һелкетеп) ныҡ, көслө рәүештә, дәрт-көс менән. □ Сильно (плясать, прыгать и т. п.), букв. Что под ногами земля дрожала и тряслась. Ер һиңкетеп бейеу. Ер һелкетеп йөрөу. ■ Бергә килеп ер һиңкетеп уйнап-көлөу бар беҙҙә. Халыҡ йырынан. Ер ярып, ер ярырҙай булып үтә ныҡ тауыш менән, ҡурҡыныс итеп. □ Громогласно; громовым голосом, звуком. Ер ярырҙай булып ҡысҡырыу. Ер ярып укереу. ■ Ниғмәтйән [йоҡлап та китте) .. баһадирҙарса ер ярып хырылдарға ла
тотондо. Ф. Иҫәнғолов. Килмәгән ере юҡ матур, аҡыллы, уңған. □ Всем хорош, всем взял (и красотой, и умом). Килендең килмәгән ере юҡ. Егеттең килмәгән ере юҡ. Табан (йәки аяҡ) ергә теймәй бик шәп йөрөгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Быстро идти, бежать, мчаться, букв. Ногами не касаться земли. Тамыр тартҡан ер нәҫел-нәсәп күбәйеп, зат-ырыу бергә йәшәгән урын. □ Родина, земля (где обосновался, пустил корни весь род). ■ Нишләйһең, тамыр тартҡан ер. Айырылышыу ауыр булһа ла тыуған яҡтарыңа ҡайтыу ҙур бәхет, тине өләсәйем. Р. Низамов. Тотҡан ерҙән һындырыу нимәнелер хәл иткәндә оҙаҡ уйлап тормай мәсьәләне ҡапыл хәл итеү. □ Решать долго не раздумывая, на горячую голову. ■ [Дусмәт — Яппарға:] Һин дә тотҡан ерҙән шартлатып һындыра торған рабфак студентының ҡылыҡтарын ташламағанһың, дуҫ. М. Кәрим.
ЕР АСЫЛЫУ (ер асыл-) (Р: обнажиться из под снега; И.: bare / appear from under snow; T.: yerin kardan açılması) ҡ.
Яҙ көнө ҡар иреп, ҡара ер күренә башлау. □ Обнажиться из-под снега (о земле), проталина. Ер асылыу менән кук улэн куренэ башлай.
ЕР АҪТЫ (Р: недра; И.: bowels; depths (of the earth); T: yeraltı) и.
Ерҙең аҫҡы ҡатламы. □ Недра; подземелье. / Подземный, грунтовый, ископаемый. Ер аҫты байлыҡтары. Ер аҫтынан уткән юл. Ер аҫты газ уткәргестәре. Ер аҫты һыуҙары. ■ [Корбанов] .. ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткән кеуек, эштең ҡайҙа, нисек барғанын ишетеп ята. М. Тажи.
ЕР АҪТЫ БАТШАЛЫҒЫ и. миф. ҡар. ер аҫты донъяһы.
ЕР АҪТЫ ДОНЪЯҺЫ (Р: подземный мир; И.: the nether world; T.: yeraltı dünyası) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, ерҙең аҫтында кешеләр, хайуандар һәм әҙәми булмаған заттар йәшәгән айырым донъя. □ В башкирской мифологии: нижний мир, подземное
548