Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 549 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР ГРУШАҺЫ
царство, в котором живут люди, животные, хтонические существа. Ер аҫты донъяһына төшөу. Ер аҫты донъяһынан сыҡҡан ат.
ЕР АҪТЫ ЙЫЛАНЫ (Р. : слепыш; И.: mole rat; T.: körfare) и. зоол.
Ер аҫтында йәшәүсе, кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған, күҙҙәре тире аҫтында үҫешеп етмәгән, тешле һөйрәлеүсе йәнлек. □ Слепыш (лат. Spalacidae).
ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ (Р.: подземные воды; И.: subterranean waters; T: yeraltı suları) и. геол.
Тау тоҡомдарының өҫкө ҡатынан үҫемлек һәм тереклектәрҙең эшмәкәрлеге арҡаһында яһалған ер ҡатламында була торған һыу. □ Грунтовые воды. Ер аҫты һыуҙары бәреп сығыу. ■ Ер ҡатламындасы иреусән матдәләрҙе ер аҫты һыуҙары иретеп ағыҙалар. Картотека фондынан.
ЕР АТАҺЫ и. миф. диал. ҡар. ер эйәһе.
ЕР БАЛАҺЫ (Р: землянин; И.: earthman; T.: dünyalı) и.
Ер планетаһы кешеһе; кеше. □ Земной человек, землянин.
ЕР БАУЫРЛАУ (ер бауырла-) (Р: лететь очень низко; И.: hedge hopping flight; T.: alçak düzeyde uçmak) ҡ.
Түше менән ергә тейер-теймәҫ елеү, осоу. □ Лететь очень низко, быстро, еле касаясь земли (мчаться, скакать). Ер бауырлап сапҡан ат. Ер бауырлап осҡан ҡош. ■ Ә Илмырҙа атына ҡамсы тартып, ер бауырлап елә .. ҡайҙалыр. М. Тажи. Ялан ғына ерҙе бауырлап осҡан муйыны ала ҡара ҡарлуғас. Халыҡ йырынан. Быйыл ғына уткән, ай, ғумерем, йоҡомдасы кургән төш кеуек, йәш ғумеркәйҙәрҙең, ай, утеуе ер бауырлап осҡан ҡош кеуек. Халыҡ йыры. Сәукәләр ер бауырлап осһа, тиҙ утмәле һалҡын ямғырға, бейектә осһа, аяҙға һәм эҫегә булыр. М. Өмөтбаев.
ЕР БАУЫРЫ (Р: земная поверхность и недра; И.: earth’s entrails; T: yer yüzü) u.
Ерҙең йөҙө һәм ҡуйыны. □ Земная поверхность и недра. ■ Тарих көслө .. көрәш
майҙанында тормош өсөн ер бауырын ҡандан йыуҙырған. Т. Йәнәби.
ЕР БАШЫ (Р: межа; И.: boundary path; balk; T: sınır) и.
Баҫыуҙың сиге, ыҙаны. □ Межа. ■ Пар еренең ауыл осона яҡынлағанда ер башында Йәмбикә баҫып тора ине. Ф. Иҫәнғолов. Ер башына килеп баҫҡанымда таралғайны төндөң эңере. М. Кәрим.
ЕРБЕСӘР и. иҫк. ҡар. ер үлсәүсе.
ЕР БИЛӘҮ (ер билә-) (Р: владеть землей; И.: own (land); T: yere sahip olmak) ҡ.
Билдәле бер хоҡуҡи нигеҙҙә ергә хужа булыу һәм унан файҙа күреү. □ Владеть землей. //Землевладение.
ЕР БИЛӘҮСЕ (Р: землевладелец; И.: landowner; T: yer sahibi) и.
Билдәле бер хоҡуҡи нигеҙҙә ергә хужа булған һәм унан файҙа алған айырым кеше, ойошма йәки дәүләт. □ Землевладелец. Эре ер биләусе. Ваҡ ер биләусе. Ер биләуселәр кәңәшмәһе. Ер биләуселәр хоҡуғы.
ЕР БӨРСӘҺЕ (Р: земляная блоха; И.: earth flea; T: pire böceği) и. зоол.
Бөрсәһе япраҡ кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған, һикереп йөрөй торған бәләкәс кенә төрлө ҡоротҡос бөжәк. □ Земляная блоха (лат. Alticini). Ер бөрсәһенең зыяны.
ЕР БУЙЫ (Р: величина измерения длиною в 80 сажень; И.: measure of length 80 sazhen long; T: yer kadar ara) и. иҫк.
Буйы 80 сажинға (һәр сажин 2,134 м) тигеҙ булған оҙонлоҡ үлсәү берәмеге. □ Величина измерения длиною в 80 сажень. Бер ер буйы киткәс. Ер буйындай барыу. ■ Бында аҙым һайын хикмәтле нәмәләр куреп тораһың. Бер ер буйы ла китә алмағанмындыр, ниҙәр генә куреп бөтмәнем. Ә. Вәли. [Юламан] ҡыңғырлай-ҡыңғырлай беҙҙән ер буйы ҡалышып, арттан эйәреп килде. Ф. Иҫәнғолов.
ЕР ГРУШАҺЫ (Р: земляная груша; И.: Jerusalem artichoke; T: yerelması) и. бот.
Көнбағыш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ашарға яраҡлы бүлбе емешле күп йыллыҡ үҫемлек; топинамбур. □ Земляная груша,
549