Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 550 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕРГӘ ҠАЙТЫУ
подсолнечник клубненосный (лат. Heliânthus tuberosus). Тура һабаҡлы ер грушаһы. Аҡ бүлбеле ер грушаһы.
ЕРГӘ ҠАЙТЫУ (ергә ҡайт-) ҡ. ҡар. ер ҡуйынына инеү. ■ [Ҡормай:] Беҙгә .. күптән ергә ҡайтаһы ине лә бит, ваҡыт етмәй. Б. Бикбай.
ЕРҘЕҢ ҺЫУ ҠАТЛАМЫ и. ҡар. гидросфера.
ЕРҘЕ ФАЙҘАЛАНЫУ (Р.: землепользование; И.: land tenure, land use; T.: toprak kullanımı) и.
Ҡабул ителгән йола-тәртип йәки закон буйынса ерҙе файҙаланыу. □ Землепользование. Ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу. Ерҙе файҙаланыуҙа тәбиғәткә килтерелгән зыян. Ерҙе файҙаланыуҙа ҡырағайҙарса ысулдар ҡулланыу һөҙөмтәләре. Ерҙе файҙаланыуҙың яңы ысулдары.
ЕРҘӘН бәйл. ҡар. еренән. Тотҡан ерҙән ебәреү. Киткән ерҙән кире боролоу. Башлаған ерҙән туҡтап ҡалыу. Ятҡан ерҙән тороу. ■ Ҡара, ҡара, атаһы, ҡара, ниндәй һикерә! Талпынып та, йылмайып та [бала] һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә. Ғ. Амантай.
ЕРҘӘШ и. ҡар. яҡташ. ■ Ял итеүҙе белмәй унда [Өфөлә] кеше — фронт өсөн эшләй ерҙәштәр. Ә. Вәли.
ЕР ЕГЕ (Р: расселина; И.: fissure; cleft, rift; T.: çatlak) и.
Ерҙең ярылған урыны, ерҙең ярығы.
□ Расселина. ■ Рысҡужа ауылында йылға ағып килә лә ҡапыл юҡ була, ер егенә инеп китә икән. Экспедиция материалдарынан.
ЕРЕГЕҮ I (ерек-) (Р: пускать корни; И.: take root; T.: kökleşmek) ҡ.
1. Ергә тамыр ебәреү; тамырланыу.
□ Пускать корни (о растениях). Ерегеп үҫеү. Ныҡлап ерегеү. ■ Гөлдәр матур булып, ерегеп үҫеп китте. Ф. Иҫәнғолов. Улай ҙа андыҙҙы күпмелер төп ҡаҙып алып, Зәңгәр шишмә үҙәненә күсереп ултыртып ҡараған егет, ерегеп китһә. Г. Яҡупова. • Ереккәнде ер ярата. Мәҡәл.
2. күсм. Бәйләнеү, берегеү. □ Привязываться, тяготеть, иметь склонность к чему.
Ергә ерегеү. ■ Күңелемә яңы йырҙар килә, йырҙарым да ергә ереккән. И. Кинйәбулатов.
3. Үҫкән, булған ерендә нимәгәлер ныҡ берегеп, шуның менән бер, айырылғыһыҙ булып китеү. □ Укрепиться, стать частью чего. ■ Улар инде, әсә менән ул булыуҙан бигерәк, Сөм янындағы «Ҡыҙыл ҡая» тауының ерегеп үҫкән, Игеҙәктәр тип атап йөрөткән кеше һынлы ике суйыр ташына оҡшайҙар ине. Б. Бикбай. Тамыры ташҡа ереккән ҡарағай, имән, ҡайыны — бары ла һөйгән Уралтау. Ҡобайырҙан.
4. Нимә менәндер ныҡ берләшеп, үҙенең тәүге булмышын бөтөнләй юғалтыу. □ Слиться, смешаться, срастаться. Ереккән һуҡмаҡ. ■ Салауат яуында [баш күтәреүселәрҙең] ҡаҙыған окоптары ошо көнгә саҡлы .. бөтөнләй ерекмәй яталар. М. Буранғолов. Үлән үҫеп етлекмәҫ, юшҡын төшөп ерекмәҫ, илен һөйгән батырҙар быуат-быуат бер юлдан яуға сабып йөрөгән юл. «Ҡуңыр буға».
5. күсм. Яңы ултырған урынға, яңы ергә өйрәнеү, шул ерҙе яҡын, үҙ күреп, яратып йәшәп китеү; үҙләшеү. □ Адаптироваться, приживаться. Ерегеп китеү. Ерегә алмау. Яңы ерҙә ерегеп йәшәп китеү. ■ Һиңә әйтә тип уйлама, улым. Шулай ҙа ереккәнде ер яратыңҡырай ул. Кем төйәкләнеп йәшәй, һәйбәт донъяның изгелеген шул күберәк күрә. Н. Мусин.
ЕРЕГЕҮ II (ерек-) (Р.: утомляться; И.: get tired / fatigued; T.: yorulmak) ҡ.
1. Биҙеү, ялҡыу. □ Утомляться, уставать. Эшһеҙ тормоштан ерегеү.
2. Берәй төрлө аҙыҡтан ныҡ биҙеү һәм икенсеһен бик ныҡ ашарға теләү; аш көҫәү {ауырлы ҡатын тураһында). □ Приедаться (о пище). Ерегеп йөрөү. • Ереккән йылан ите ашаған. Әйтем.
ЕРЕК (ереге) (Р.: ольха; И.: alder (tree); T.: kızılağaç) и. бот.
Ҡайындар ғаиләһенә ҡараған, еүеш, һыулы ерҙә, яр буйҙарында үҫә торған мурт ағас. □ Ольха. / Ольховый. Аҡ ерек. Ҡара ерек. ■ Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан йоҡоһоҙ ел,
550