Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 552 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР ЙӨҘӨ
бөтмәгән һуҙен дауам итте ҡатын. X. Зарипов.
2. Нимәлер ҡапыл эҙһеҙ юғалыу, юҡ булыу. □ Исчезнуть, потеряться. ■ [Хәйрүш:] Әллә үҙен [Сәлимде] ер йотто инде, һис бер ерҙән табып булмай. Яңы ғына ошо тирәгә килгән кеүек ине. X. Ибраһимов.
♦ Ер йотҡор {йәки йотһон) 1) әрләү, ләғнәтләү һүҙе. □ Чтоб земля проглотила! Ер йотҡор яуыз. 2) ант итеү, ышандырыу һүҙе. □ Клятвенное слово «чтоб мне провалиться, если...». Нахаҡ булһа, ер йотһон!
■ Үҙ күҙем менән күрҙем. .. Алдаһам, ер йотһон, ана Ҡояш! Р. Низамов. Ер упҡыр {йәки упһын) ҡар. ер йотҡор. Ер упҡыры бәндә! ■ Күпме барма, сикһеҙ кеүек һуғыш ҡыры: О ни булды?! Шул минутта бөтәһен дә ер упҡыры! Н. Нәжми;
ЕР ЙӨҘӨ (Р: поверхность земли; И.: earth’s crust; T.: yeryüzü) и.
1. Ер ҡыртышы. □ Поверхность земли, суша. ■ Ямғыр яуһа, рәхәт төҫлө ғаләмгә — төрләнешеп йәшәрәлер Ер йөҙө. М. Аҡмулла.
2. Ер өҫтөндәге тупраҡ һәм диңгеҙҙәр. □ Поверхность земли.
3. Донъя. □ Мир.
ЕР КЕНДЕГЕ (Р: центр земли; И.: the hub of the universe; T.: yer göbeği) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, магик көскә эйә ерҙең үҙәге булған изге урын. □ Центр земли, букв. Пуп земли — священные места, имеющие магическую силу. ■ Ер кендегенең ысығы файҙалы тип таңда ысыҡҡа тәгәрәйҙәр, һыуы менән ҡойоналар, изге ерендә ятып йоҡлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
ЕРКЕ ҮЛӘН (Р: лабазник; И.: corn chandler; T.: erkeç sakalı) и. бот.
Роза сәскәләре ғаиләһенә ҡараған, һыулы ерҙә үҫә торған ап-аҡ сәскәле, хуш еҫле, баллы дарыу үләне. □ Лабазник {лат. Filipenduld).
■ Мин, мылтығымды иңгә һалып, ҡайырып һалғыһыҙ булып үҫкән ерке үләненең ысығын һирпеп, яланғырт буйлап барам. М. Сәғитов.
ЕР-КҮК (Р: земля и небо; И.: all the world, the whole world; T: yer ve gök) и. йыйн.
Ер һәм күк. □ Земля и небо, весь мир.
■ Бөтә ер-күк нурға сырмалған. Ш. Бабич.
ЕРКҮЛӘН и. бот. диал. ҡар. ерке үлән.
ЕР КҮСӘРЕ (Р: земная ось; И.: axis of the equator, terrestrial axis; T.: Yer ekseni) и.
Үҙ тирәһендә әйләнгән Ер есеменең фа-рази үҙәге. □ Земная ось. Ер үҙ күсәрендә әйләнә. Ер күсәре шыуыу фаразы.
ЕРКӘН и. бот. диал. ҡар. ерке үлән.
ЕРКӘНЕҮ (еркән-) ҡ. диал. ҡар. ерәнеү
1,2.
ЕР КӘТМӘНЕ (Р: доля с нового урожая; И.: share from new harvest; T.: bir âdet türü) и. этн.
1. Йола буйынса, яңы уңыштан күрше-күләнгә сығарылған өлөш (ғәҙәттә, бер биҙрә). □ Доля с нового урожая {обычно величиной с ведро), выделяемая соседям по обычаю. Ер кәтмәне биреү. ■ Элек картуф алғанда, күршеләр бер-береһенән: «Кәтмән! Кәтмән! Кәтмән бирмәһәң, китмәм!» — тип шаярып, ер кәтмәне һорай торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
2. Яңы уңыштан ергә хәйер итеп күмеп ҡалдырылған өлөш. □ Оставленная в земле часть нового урожая; дар земле. ■ Картуф алғанда ер кәтмәне тип ерҙә картуф ҡалдыралар. Экспедиция материалдарынан.
ЕРКӘҮЕК (еркәүеге) и. диал. ҡар. ерке үлән.
ЕР ҠАБЫҒЫ (Р: земная кора; И.: the earth’s crust; T.: yer kabuğu) и. геол.
Ер шарының тикшереп була торған ҡаты тышҡы ҡатламы. □ Земная кора. ■ Кайһы бер урында ер ҡабығы сатнай һәм уның ярыҡтарынан шыйыҡ магма ағып сыға. М. Моталов.
ЕР ҠАТЛАМЫ (Р: пласт земли; И.: earth stratum; T.: yerey) и. геол.
Ерҙең геологик төҙөлөшөн тәшкил иткән ҡат-ҡат булып ятҡан өлөштәре; ҡатлау. □ Пласт земли. ■ Башҡортостанда ер ҡатламының ҡалынлығы 40 —48 километрға етә. Картотека фондынан.
ЕР ҠОЙҠАҺЫ и. ҡар. ер ҡыртышы.
552