Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 553 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕРЛЕКЛӘШТЕРЕҮ
ЕР ҠОРТО (Р.: земляной жук; И.: earthworm; T.: yersolucam) и. зоол.
Май ҡуңыҙының ваҡ ҡына ҡорттары, ҡарышлауығы. □ Земляной жук. ■ Тик ер ҡорто тапты әмәлен, ул тамырға төштө, ҡәһәрең. Картотека фондынан.
ЕР ҠУЙЫНЫ (Р.: недра; И.: bowels (of the earth); T.: iç, bağır) и.
Ер аҫты, ерҙең эсе. □ Недра, букв. Земная пазуха. Ер ҡуйынын аҡтарып, быраулаусылар нефть эҙләй. ■ Был асыл беҙҙең булмышыбыҙға нәҫелдән һалынған һәм, ер ҡуйынындағы хазина кеуек, уйлап эҙләгәнде, тапҡанды көтөп кенә ята. Й. Ильясова.
ЕР ҠУЙЫНЫНА ИНЕҮ (ер ҡуйынына ин-) (Р: умереть; И.: die; T: ölmek) ҡ.
Үлеү. □ Умереть. ■ Ер ҡуйынына инер ваҡытым еткән, ниндәй бабай кәрәк булһын миңә, — тине әбей. Хикәйәттән.
ЕР ҠЫРТЫШЛАУ (ер ҡыртышла-) (Р.: разрушать земной покров; И.: destroy earth cover; T.: tarla açmak) и.
Ерҙең ҡыртышын аҡтарыу, емереү.
□ Разрушать земной покров. ■ Дошмандың ауыҙ-мороно ҡанда булыр, .. ер ҡыртышлап, вата-емерә бара булыр. Р. Ниғмәти.
ЕР ҠЫРТЫШЫ (Р: земной покров; И.: the earth’s crust; T.: yer kabuğu) и. геол.
Ерҙең иң өҫкө ҡатламы, ҡабығы {яҡынса 30 — 40 см). □ Земной покров, земная кора. Ер ҡыртышын аҡтарыу.
ЕРЛЕ I (Р: владеющий землёй; И.: having land, landed; T.: yerli) с.
1. Epe булған, epe бар. □ Владеющий землёй, имеющий землю. Куп ерле райондар. Ерле булыу. Ерле итеу. ■ Ниндәй хурлыҡ, туғандар .. купецҡа тилмереп барып тороуҙар; ерле көйгә ерһеҙ булып ятыуҙар. «Бабсаҡ менән Күсәк». • Ерле — ерендә, екән — кулендә. Мәҡәл.
2. Билдәле бер урынға, әлкәгә ҡараған.
□ Местный, областной. Ерле һөйләш. Ерле матбуғат. Ерле сәнәғәт. Ерле шарттар. Ерле әйтелеш.
3. Ошо урында йәшәгән, торған; урындағы. □ Местный; проживающий здесь. Ерле йырсылар. Ерле сәсәндәр. Ерле милләттәр.
ЕРЛЕ II (Р.: совсем; И.: quite; T.: büsbütün) киҫ.
Көсәйтеү мәғәнәһе бирә; һис, бөтөнләй.
□ Совсем, вовсе, совершенно. Ерле көтмәгәндә. Ерле хәтер юҡ. Әйткәнде ерле тыңламай. ■ Аҙашырлыҡ яман таш ҡала, тип һөйләуҙәре ерле буш икән. Ғ. Амантай.
♦ Ерле юҡҡа (йәки юҡ өсөн) бөтөнләй сәбәпһеҙ. □ Зря, напрасно, понапрасну. Ерле юҡҡа асыуланыу. Ерле юҡты һөйләу. ■ [Тимер:] Ерле юҡҡа буран ҡуптара ла ул Фатима. Б. Бикбай.
ЕРЛЕК (ерлеге) (Р: фон; И.: background; Т.: ton) и.
1. Башҡа төҫтәре, биҙәктәре айырылып торған төп төҫ. □ Фон, основной тон. Аҡ ерлекле тауар. Яулығының ерлеге һары.
■ [Тауарҙарҙың] береһенә ҡыҙыл ерлеккә зәңгәр биҙәктәр төшөрөлгән. С. Агиш.
2. кусм. Ниҙеңдер яһалышы өсөн сығанаҡ, таяныс булған төп нәмә; нигеҙ. □ Основа, основание, почва. Ижтимағи ерлек. Милли ерлеҡ. Тарихи ерлек. Ерлек булмау.
■ Повестағы [«Яҙҙы ҡаршылағанда»] һәр бер мөһим ваҡиға йәки куренештең уҙенең бер сығанағы, тарихи ерлеге бар. Ғ. Хөсәйенов.
ЕРЛЕКЛЕ (Р.: обоснованный; И.: substantiated; T.: gerekçeli) с.
1. Нигеҙле, ерлеге булған. □ Обоснованный. Ерлекле һөйләшеу. Ерлекле сығыш. Ерлекле ваҡиғаға таянып яҙылған әҫәр.
2. Билдәле бер ергә, бер урынға хас.
□ Характерный, свойственный местности.
■ Йырҙы төбәккә ҡулайлаштырып уҙгәртеу ерлекле материал менән һуғарып көсәйтергә тырышыу була. К. Мәргән.
ЕРЛЕКЛӘШТЕРЕҮ (ерлекләштер-) (Р: приспосабливать; И.: fit, adapt (to); T.: uydurmak) ҡ.
Билдәле бер ергә, бер төбәккә ҡулайлаштырыу. □ Приспосабливать, приноравливать, уподоблять. ■ Ике ырыу сәсәндәре та
553