Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 555 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР ТЕТРӘҮ
2. Кәрәсин. □ Керосин. ■ [Атайым:] Әсенгәндән әйтәм,.. еткереп булмай бит, әле ер майы, әле шырпы .. бөтөп кенә тора. Ғ. Ғүмәр.
ЕРМЕГӘН (Р.: не дающий промаха, меткий; И.: well-aimed, accurate; T.: isabetli) с.
Һис яҙлыҡмаған, тура тейгән; мәргән. □ Не дающий промаха, осечки; меткий. Ермегән уҡ. ■ Ермегән ҡырҙан-ҡырға атҡан уғым, ҡалъяным ике яҡта әл дә тулғын. М. Буранғолов.
ЕР МЕЛИОРАЦИЯҺЫ (Р. агромелиорация; И.: melioration; T.: meliyorasyon) и.
1. Мелиорация фәне бүлеге. □ Агромелиорация. Ер мелиорацияһын яҡшы өйрәнеү. Ер мелиорацияһы белгесе.
2. Тупраҡ, һыу, һауа шарттарын яҡшыртыуға һәм ерҙе юғары кимәлдә файҙаланыуға йүнәлтелгән саралар (һаҙлы, ҡоро,ҡомло йәки татырлы ерҙәрҙе үҙләштереү эше). □ Агромелиорация. ■ Ер мелиорацияһына иғтибар биреү.
ЕР МЕНӘН ТИГЕҘЛӘҮ (ер менән тигеҙлә-) (Р: сровнять с землёй; И.: level with the ground; T.: taş taş üstünde birakmamak) ҡ.
Юҡ итеү, ҡырыу, бөтөрөү. □ Сровнять с землёй. ■ Беҙҙец бер снаряд фашистарҙыц алға сығып барған йөҙләп һалдатын ер менән тигеҙләне. Д. Юлтый.
ЕР НАДЕЛЫ (Р: земельный надел; И.: allotment; T: yerey) и. тар.
Крәҫтиән ғаиләһенә файҙаланыу өсөн бүлеп бирелгән ер биләмәһе. □ Земельный надел. Алпауыт биргән ер наделы. 1861 йылғы реформа менән билдәләнгән ер наделы. Крәҫтиәндәрҙец община менән файҙаланған надел ерҙәре.
ЕР ӨЙ (Р: землянка; И.: dugout; T: zeminlik) и.
Ергә ҡаҙып яһалған, ерҙән әҙерәк ҡалҡып сығып торған тупраҡ кәҫтәрҙән яһалған өй. □ Землянка. Ер өйҙә йәшәү. Ер өй яһау. ■ Бына шулай .. ҙур байлыҡҡа ирешеп, шәп итеп йәшәп ятҡанда .. теге саҡта ташлап киткән ер өйө Ирйегеттец иҫенә төшкән.
3. Биишева.
ЕР ӨҪТӨ ҺЫУҘАРЫ (Р: поверхностные воды; И.: surface-water; T: yer üstü sulan) u.
Йылға, күл, шишмә, быуа һәм ер аҫты һыуҙарынан айырмалы шундай төрлө һыу ятҡылыҡтары. □ Поверхностные воды. Ер өҫтө һыуҙарын һаҡлау.
ЕР РЕНТАҺЫ (Р: земельная рента; И.: land rent; T: kira) и. тар.
Ер биләүсегә ер файҙаланыусы тарафынан даими түләнгән аренда хаҡы, йәғни ерен файҙаланған өсөн ер биләүсе алған даими табыш. □ Земельная рента. Ер рентаһыныц үҫеүе. Ер рентаһыныц дәүмәле. Ер рентаһыныц барлыҡҡа килеү юлдары.
ЕР РЕФОРМАҺЫ (Р: земельная реформа; И.: land reform; T.: yer reformu) и.
Ер биләүгә һәм ер менән файҙаланыуға ҡағылышлы реформа. □ Земельная реформа. Ер реформаһы әҙерләү. Яцы иҡтисади үҫешкә ярашлы ер реформаһы. Ер реформаһындасы үҙгәрештәр.
ЕР СИГЕ (Р: край земли; И.: ends of the earth, land’s end; T: yeryüzünün sonu) и.
Бик алыҫ урын, ер аяғы-ер башы. □ Край земли. ■ Ер сигенән килеп, байып ята еребеҙҙә күпме килмешәк. Р. Бикбаев.
ЕР ТАРТЫУ (ер тарт-) (Р: зов земли; И.: call of the earth; homesickness; T: yurt özlemi) ҡ.
1. Тыуған яҡты һағыныу; тыуған ерҙең йылы тойғо уятып саҡырыуы. □ Тяга к родине, земле; тоска по родине, букв. Притяжение земли.
2. Үлем яҡынайыу. □ Зов земли, приближение смертного часа. ■ [Бабай — Абдуллаға:] Күпкә бармам, улым. Ер тарта мине,— тине. Т. Сәғитов.
ЕР ТЕТРӘҮ (Р: землетрясение; И.: earthquake; T: yer sarsıntısı) и. геол.
1. Ер эсендә барған төрлө процестар, вулкандар һ. б. сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килгән ер аҫты һелкенеүҙәре һәм Ер ҡабығы тирбәлеүе. □ Землетрясение. Ер тетрәүҙән ҡала ҙур зыян күрҙе. ■ Төркиәнец Көнъяҡ-көнсығыш провинцияларында көслө ер тетрәү булды. «Башҡортостан»,
555