Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 556 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ
24 октябрь 2011. Ҡатламдағы физик, химик һәм механик процестар арҡаһында ер тетрәү, тауҙар яһалыу, вулкандар урғылыу күренештәре хасил була. Д. Бураҡаев. Ысын булһа, борон заманда Ғәбиттәр йәшәгән ауыл тирәһендә дицгеҙ шаулаған һәм баяғы геологик үҙгәрештәр, тәбиғәттәге ғәрәсәттәр, ер тетрәүҙәр, вулкандар урғылыу арҡаһында ул бынан сигенгән, ә был тау, әуәл дицгеҙ төбөндә булып, ахырҙа ҡалҡып сыҡҡан икән. Ә. Әминев.
2. миф. Ышаныуҙар буйынса, Ер менән күкте ҡалтыратып дейеү килеүе. □ В отдельных представлениях башкир дрожание земли предвещает приближение дива (демона). ■ Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп дейеү килә, ти. Әкиәттән.
ЕР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ (ер төҙөклән-дер-) (Р.: землеустройство; И.: land management; T.: toprak kullanım sistemi) ҡ.
Ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу буйынса дәүләт сараларының теҙмәһе. □ Землеустройство.
ЕР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮСЕ (Р: землеустроитель; И.: land manager; T.: toprak kullanım sistemi çalışanı) u.
Ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу, һаҡлау буйынса белгес; ер төҙөкләндереү белгесе. □ Землеустроитель.
ЕР ТӨП Л ӘҮ (ер төплә-) (Р: корчевать; И.: stub; T.: sökmek) ҡ.
Ерҙе иген баҫыуына, баҡсаға һ. б. әйлән-дереү өсөн шул урындағы ағас, ҡыуаҡтарҙы тамырынан ҡуптарып таҙартыу □ Корчевать. // Корчевание. Ер төнләп баҡса яһау.
ЕР ТУБЫ (Р: название игры в мяч; И.: а ball game; T.: top oyunu) и.
Туп уйыны атамаһы (тупты ергә бәреп, төрлөсә — ҡул, аяҡ, елкә, бил аша ергә төшөрөп тотоп уйнау, күберәк ҡыҙҙар уйнай). □ Название игры в мяч.
ЕР УБЫУ (ер уп-) ҡ. ҡар. ер йотоу.
ЕР УЛЫ и. ҡар. ер балаһы. ■ Күкте гиҙгән Ер улына ғашиҡ булған Ай ҡыҙы. Ҡ. Даян.
ЕР ҮЛСӘҮСЕ (Р: землемер; И.: land surveyor; T.: messah) и.
Хужалыҡ мәнфәғәттәрендә ҡулланыу өсөн ерҙе үлсәп биреүсе белгес. □ Землемер.
ЕР ХУРЫ (Р: писаная красавица; И.: picture of beauty; T: güzel) и.
Ожмах ҡыҙындай гүзәл, сибәр ҡатын, ҡыҙ. □ Писаная, неземная красавица. ■ Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе, һындарыц гүйә фәрештә кәүҙәһе. С. Юлаев.
ЕРҺЕҘ (Р: безземельный; И.: landless; T: topraksız) с.
1. Ере булмаған, ере юҡ. □ Безземельный. Ерһеҙ халыҡ. Ерһеҙ крәҫтиән.
2. һөйл. ҡар. ерлекһеҙ. Ерһеҙ ғәйепләү.
ЕРҺЕҘЛЕК (ерһеҙлеге) (Р: безземелье;
И.: lack of (arable) land; T: topraksızlık) и.
1. Epe булмау, epe булмаған хәл. □ Безземелье. Ерһеҙлектән бөлгөнлөккә төшөү. Ерһеҙлектән күсеп китеү.
2. һөйл. ҡар. ерлекһеҙлек.
ЕРҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (ерһеҙләндер ) (Р: обезземеливать; И.: become dispossessed of land; T: topaksızlaştırmak) ҡ.
Ерһеҙ итеү, ерһеҙ ҡалдырыу. □ Обезземеливать. // Обезземеливание.
ЕРҺЕҘЛӘНЕҮ (ерһеҙлән-) (Р: обезземеливаться; И.: stay dispossessed of land; T: topraksızlaşmak) ҡ.
Ерһеҙ ҡалыу, ерһеҙгә әйләнеү. □ Обезземеливаться, обезземелеть. // Обезземеливание. ■ Ярлылар ерһеҙләнә,.. ауыл байҙары ер, мал, хужалыҡ ҡоралдары туплай. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 10,1965.
ЕРҺЕНЕҮ (ерһен-) (Р: привыкать к чему, И.: adapt to (circumstances); T: alışmak) ҡ.
Берәр ерҙе, урынды үҙ итеү. □ Привыкать к чему, осваиваться, приживаться, считать своим, близким (новоеместо). ■ Ерһенмәгән, яратмаған өсөн ауылын ташлап китте, тимәгеҙ. А. Игебаев. Таштуғайҡай, һи-нец туғайыцды Урал ҡыҙҡайҙары ерһенмәҫ. Халыҡ йырынан.
ЕРҺЕТЕҮ I (ерһет-) (Р: подвергать гниению; И.: let rot, allow to decay; T: çürütmek) ҡ.
556