Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 558 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕРӘН БӘШМӘК
X. Мохтар. Менгән генә атың ерән икән, елгән һайын алдан килә икән. Халыҡ йырынан.
2. Ҡушма һүҙ составында ҡыҙғылт төҫмөрҙәрҙе асыҡлап килә. □ Вторая часть сложных слов в значении «с рыжеватым оттенком». Ҡан ерән. Ҡола ерән. Сағыу ерән.
3. һөйл. ҡар. ерәнсәй.
ЕРӘН БӘШМӘК (бәшмәге) (Р.: рыжик;
И.: saffron milk сар; T.: mantar türü) u.
Һөт күҙәнәклеләр ғаиләһенә ҡараған аҡһыл ерән төҫтәге ашай торған бәшмәк. □ Рыжик (лат. Lactarius deliciosus).
ЕРӘНГЕС с. ҡар. ерәнес 1, 2.
ЕРӘНДЕРЕҮ (ерәндер-) (Р: вызывать отвращение у кого; И.: cause aversion, repugnance, disgust; T.: iğrendirmek) ҡ.
1. Ерәнергә мәжбүр итеү. □ Вызывать отвращение, брезгливость у кого, коробить кого, претить кому. Ҡешене ерәндереу.
2. эйһ. ф. ҡар. ерәнеү 1,2. Ерәндерә, куңел болғана.
ЕРӘНЕС [боронғо төрки йеринч] (Р: отвратительный; И.: disgusting, loathsome; T.: iğrenç) с.
1. Бысраҡлығы менән ерәнеү хисе уят-ҡыс; сикәнес, сирҡаныс. □ Отвратительный, омерзительный, гнусный, гадкий. Ерәнес булыу. Ерәнес еҫ. Ерәнес урын. ■ [Әбей:] Минең кеше көнлө, һөйкөмһөҙ, ерәнес бу лыуымда.. ни ғәйебем бар һуң? Т. Хәйбуллин.
2. кусм. Намыҫһыҙлығы, түбәнлеге менән ытырғандырғыс. □ Бессовестный, низкий, отталкивающий, мерзкий, вызывающий отвращение (поступок, человек). Ерәнес кеше. ■ Улар былтыр уҙҙәренең ерәнес эштәрен асыҡтан-асыҡ эшләй алһалар, хәҙер йәшенеп-боҫоноп ҡына эшләй башланылар. Ғ. Дәүләтшин.
ЕРӘНЕҮ (ерән-) (Р: брезгать; И.: be fastidious, squeamish (about); T.: iğrenmek) ҡ.
1. Бысраҡҡа һанап ытырғаныу; сирҡаныу, сикәнеү. □ Брезгать, испытывать отвращение к чему. Сусҡа итенән ерәнеу. ■ Батша [халыҡ] менән бер табаҡтан ашарға, бер көрәгәнән ҡымыҙ эсергә ерәнә. Әкиәттән.
2. кусм. Намыҫһыҙға, түбәнгә һанап, ытырғаныу. □ Испытывать отвращение к кому, гнушаться. // Отвращение, омерзение. Ярамһаҡлыҡтан ерәнеу. Ялағайҙың ҡылығынан ерәнеу. Ерәнеу тойғоһо. ■ Халҡы тибәргән кешенән йыландар ҙа ерәнә. М. Хәй.
ЕРӘН ҠАШҠА (Р: рыжий с белой звёздочкой конь; И.: chestnut horse with a white star; T.: beyaz yıldızlı al at) и.
Маңлайында аҡ төртөгө булған ерән ат.
□ Рыжий с белой звёздочкой, отметиной конь. ■ Ерән ҡашҡа атҡайым, бигерәк матур малҡайым! Халыҡ йырынан.
ЕРӘНЛӘНЕҮ (ерәнлән-) (Р: рыжеть;
И.: turn reddish; T.: pas rengi almak) ҡ.
1. Ерән төҫкә инеү. □ Рыжеть. Сәсе ерәнләнгән.
2. Ерән төҫө менән айырылып тороу.
□ Рыжеть.
ЕРӘНСЕК (Р: брезгливый; И.: fastidious, squeamish, finical; T.: iğrengen) c.
Ерәнеп барыусан. □ Брезгливый. Ерәнсек кеше. Ерәнсек булыу.
ЕРӘНСӘ и. ҡар. ерәнсәй.
♦ Ел теймәҫ ерәнсә үпкәсел; һүҙ күтәрмәгән. □ Очень обидчивый; недотрога.
■ [Гөлйөҙөм:] Әй инде, ошо Яланбикә булһа, уйнағанды ла кутәрмәҫ. Бигерәк ел теймәҫ ерәнсәһең, ҡыйтыҡ. Һ. Дәүләтшина.
ЕРӘНСӘЙ (Р: лошадь рыжей масти; И.: chestnut horse; T.: al at) и.
Ерән төҫтәге ат. □ Лошадь рыжей масти.
■ Ерәнсәй ҙә менән ай Көрәнсәй юрғалайҙыр тура юл менән. Халыҡ йырынан. Иртәгеһенә ел етмәҫ ерәнсәйгә атланып, был бай юлға сыға. Әкиәттән.
ЕРӘНҺЫУ (Р: рыжеватый; И.: reddish, rust-coloured, fawn-coloured; T.: kızıl) c.
Әҙ генә ерән, ерәнгә тартым. □ Рыжеватый. Ерәнһыу сәс. ■ [Януарҙың] биле дуға кеуек бөгөлгән, ерәнһыу йөнө ҡаҫмаҡланып урыны-урыны менән төләп бөткән. «Ҡуҙый-күрпәс менән Маянһылыу».
ЕР ЮЛДАШЫ (Р: спутник; И.: sputnik, artificial Earth satellite; T.: yoldaş) и.
558