Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 559 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕҪКӘНЕҮ
Орбита буйлап Ер тирәһендә әйләнә торған хәрәкәт итеүсе космос аппараты.
□ Спутник (космический аппарат). ■ Беҙ осорҙоҡ күккә Ер юлдашы планеталар серен белергә. Б. Вәлид.
ЕР ЯҢЫРТЫУ (ер яңырт-) (Р.: рекультивировать; И.: recultivation; T.: yeniden toprağı işleme) ҡ.
Сәнәғәт эҙемтәһе булараҡ боҙолған ер өҫтөн эшкәртеү, яйға һалыу: мәғдән ҡалдыҡтары, көл, шлак өйөмдәрен тигеҙләү, ерҙе тырматыу, үлән сәсеү һ. б. □ Рекультивировать. // Рекультивация.
ЕСАУЛ [сығатай jasaul ‘бойороҡто үтәүсе’] (Р: есаул; И.: yesaul (Cossack captain); T.: askeri) и. хәрби.
Казак ғәскәрҙәрендә ротмистр һәм капитан рангыһына тиң дәрәжә. □ Есаул. ■ Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡойған урынындағы акланда, өс полкты тәшкил иткән 1500-гә яҡын яугир йыйылып, хәрби күнекмәләр үтә. Әҙерлек эшен кантон етәксеһе подпоручик Аҡҡол Биктимеров, йорт старшинаһы есаул Ибраһим Айсыуаҡов, дистанция начальниктары Буранбай Ҡотосов, Юлбарыҫ Бикбулатов һәм башҡалар үҙ иңенә ала, һуңғыһы полк командиры ла була. «Башҡортостан», 23 декабрь 2011.
ЕСЕМ [ғәр. (Р: тело, материя; И.: matter; body; T.: cisim) и.
1. физ. Арауыҡтың билдәле бер өлөшөн биләп торған матди нәмә; арауыҡтағы айырым бер предмет. □ Тело, материя, вещество. Ҡаты есем. Шыйыҡ есем.
2. мат. Арауыҡтың һәр яҡтан сикләнгән бер өлөшө. □ Тело. Геометрик есем.
3. Йән эйәһенең матди сифаты; тән.
□ Тело. Есеменә үтеп инеү. Бар есеме ҡаршы килеү.
4. Асыл. □ Сущность. • Исемендә тугел — есемендә. Мәҡәл. Исеменә курә есеме. Әйтем.
ЕСМАНИ [ғәр. (Р: физический;
И.: physical; T: fiziksel) с.
Тере организмдарҙың есеменә хас булған; мускул хәрәкәттәре менән бәйләнгән; матди, физик. □ Физический, телесный, вещественный. Есмани көс.
ЕҪ I [боронғо көнсығыш төрки ийес, йыд} (Р: запах; И.: smell; odour; T: koku) и.
1. Төрлө нәмәләрҙең танауға һиҙелгән сифаты. □ Запах. Ҡырҡыу еҫ. Һаҫыҡ еҫ. Хуш еҫ. Аш еҫе. Бензин еҫе. Сәскә еҫе. Еҫ бөркөү. Еҫе булыу. Еҫе сығыу. Еҫ килә. ■ [Танауға] яңы һауған һөт еҫе менән быҫҡып янған тиҙәк еҫе килеп бәрелә. Ғ. Ғүмәр. Куңелде ҡытыҡлап, танауға әскелтем бесән еҫе килеп бәрелә, куңелгә рәхәт булып ҡала. Н. Мусин.
2. Углерод янып бөтмәү сәбәпле сыҡҡан ағыулы газ. □ Угарный газ. Самауыр еҫе. Мунсала еҫ тейгән. ■ [Булат:] Әллә кистән башҡа еҫ тейгән, күңел болғана. К. Кинйәбулатова. [Тау батыр:] Башыма еҫ тейеп ятҡанмын, яңы ғына ҡалҡып торҙом, — тип яуап ҡайтарған. Әкиәттән.
♦ Еҫе лә ҡалманы (йәки еҫе лә юҡ, еҫе-еле юҡ) бөтөнләй юҡҡа сыҡты, юҡ булды. □ соотв. И духу не осталось (об отсутствии кого, чего). ■ Йыйылыштың еҫе лә .. ҡалманы. Халыҡ яғаға килеп һуғышырға тотондо. И. Насыри. Ағастың, йәшеллектең уҙе тугел, еҫе лә юҡ. Ғ. Дәүләтшин. Һыңараяҡ уянып китһә, теге әбейҙең еҫе-еле юҡ, ти. Әкиәттән.
ЕҪ II (Р: сувенир; И.: souvenir; T: hatıra-hk) и. диал.
Иҫтәлекле бүләк. □ Сувенир, памятный подарок. Еҫ итеп берәуһен бирмәне ҡәйнешем.
ЕҪ АЛЫУ (еҫ ал-) (Р: взять след по запаху; И.: smell; T: kokusunu almak) ҡ.
Еҫтән һиҙеп, кемдең йәки нимәнеңдер барлығын, эҙен белеү; эҙенә төшөү. □ Взять след по запаху, һунар эте тиҙ еҫ ала. ■ [Әбделнәғим:] Айыуҙың береһе еҫ алды бит, ҡәһәрең. Ҡапыл туҡтап, башын бороп еҫкәнде лә, яман үкереп, мин менеп барған ҡарағайға ҡарай сапты. Н. Мусин.
ЕҪЕР и. ҡар. еһер.
ЕҪКӘНЕҮ (еҫкән-) (Р: нюхать; И.: smell; T: koklamak) ҡ.
559