ЕҪКӘРЕНЕҮ
1. Тегенән-бынан еҫкәү. □ Нюхать, обонять. Еҫкәнеп йөрөү. ■ Уның [байҙың] артынан еҫкәнеп, ҡойроғон һәлберәтеп, әлеге эт һынындағы Бәлә бара. Әкиәттән.
2. кусм. Аҫтыртын ғына белешеү, эҙләнеү. □ Разнюхивать, вынюхивать. // Раз-нюхивание, вынюхивание. ■ «Ана, ҡоҙа булған нәмәң еҫкәнеп килеп етте! Кунаҡ саҡырғанды белеп, юрамал йөрөй ул һалбыр ирен!» Әкиәттән.
ЕҪКӘРЕНЕҮ (еҫкәрен-) ҡ. диал. ҡар. еҫкәнеү 1.
ЕҪКӘТЕҮ (еҫкәт-) (Р: давать нюхать; И.: give to smell; T.: koklatmak) ҡ.
Нимәнеңдер еҫен танауға тарттырыу.
□ Давать нюхать. Дарыу еҫкәтеү. Хушбуй еҫкәтеү.
ЕҪКӘҮ (еҫкә-) (Р: нюхать; И.: smell (at); T.: koklamak) ҡ.
1. Берәй нәмәнең еҫен танауға тартыу.
□ Нюхать, обонять. // Обоняние. Хушбуй еҫкәү. Еҫкәү ағзалары. ■ Моцланып еҫкәргә ҡалды тәмле еҫле гөлдәре. Ш. Бабич.
2. Үпкәгә алыу; һулау. □ Дышать чем-л. Һауа еҫкәү. ■ Бай йәшеллектәр хуш еҫтәргә мансылып, шуларға күмелеп ятҡан өйҙәр .. һауа саф — еҫкәп, эсеп туйғыһыҙ. Ғ. Дәүләтшин.
3. күсм. Күреп, баштан кисереп белеү.
□ Испытывать, познавать. ■ [Абыстай:] Мин әле йәп-йәш, кеше ҡорона яңы еттем, донъя йәшерендәрен яңы еҫкәй башланым. .. Йәш йөрәгем әле булһын тыныслыҡ таба алмай. Т. Хәйбуллин.
ЕҪ-ҠОҪ (Р: запахи; И.: different smells; T.: koku) и. йыйн.
Төрлө насар еҫтәр. □ Разные запахи. Кейем-ҡаралдыны елләтеп, еҫен-ҡоҫон бөтөрөү. ■ Һи-и, балаҡайым,— тине түҙмәйенсә Хәтмулла ҡарт. Бөгөн генә өлгөргән, бөгөн генә һуғылған ашлыҡта ниндәй еҫ-ҡоҫ булһын инде. 3. Ғәлимов.
♦ Еҫе-ҡоҫо ҡалманы (йәки юҡ) эҙе лә юҡ. □ соотв. Его и след простыл.
ЕҪЛЕ (Р: пахучий; И.: odorous; T.: kokulu) с.
1. Ниндәйҙер (хуш, әсе, сөсө, һаҫыҡ һ. б.) еҫе булған, шул еҫте сығарып, аңҡытып торған. □ Пахучий, имеющий запах, с запахом. Еҫле сәскә. Әсе еҫле. Ҡырҡыу еҫле. Еҫле булыу. ■ Ихатаның лапаҫ менән ҡапланған мөйөшөндә бер рус крәҫтиәне һаман йоҡламаған, йоҡоно ҡасыра торған әсе еҫле тәмәке тарта. С. Агиш.
2. Хуш еҫле. □ Душистый, ароматный. ■ Еҫле гөлдәр ултыртайыҡ, еҫле гөл еҫле була. Халыҡ йырынан.
3. Еҫе (2) бар, еҫ тейҙерә торған. □ Угарный. Еҫле мунса. Еҫле самауыр. ■ Килен мунса яға белмәй, мунса яҡһа, еҫле була. Т. Арслан.
ЕҪЛЕ БӨРМӘКӘЙ (Р: ясменник пахучий; И.: woodruff; T.: ince otu) и. бот.
Киң таралған ике йәки күп йыллыҡ йондоҙло япраҡлы йәбешкәк үлән. □ Ясменник пахучий, подмаренник душистый (лат. Asperula graveolens). Еҫле бөрмәкәй итәккә йәбешә.
ЕҪЛЕ ГӨЛ (Р: комнатная мята; И.: mint species; T.: Parlak Mustafa) и. бот. диал.
1. Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ваҡ япраҡлы, эфир майы булған хуш еҫле үҫемлек; бөтнөк гөлө. □ Комнатная мята, плектрантус (лат. Plectranthus). ■ Еҫле гөл янында еҫһеҙ гөл дә хуш еҫләнә, тигәндәй, әлеге әҙәбиәт йондоҙҙарының нуры — атаһы Бимәттең дә күңел даирәһен шаҡтай ныҡ яҡтыртҡандыр. С. Поварисов. Беҙҙең баҡсаны ҡоштар ярата, унда еҫле гөл-сәскәләр ата. К. Кинйәбулатова.
2. Яран гөл. □ Герань. Еҫле гөл йыл әйләнәһенә тиерлек сәскә атып ултыра. ■ Тәҙрә төбөм еҫле гөл. Халыҡ йырынан.
ЕҪЛЕ КӘРЕШКӘ (Р: разновидность вики садовой; И.: kind of plant; T.: bir çeşit bilki) и. бот.
Оҙонсараҡ ҡуш япраҡлы, хуш еҫле, эре сәскәле, нәҙек оҙон һабаҡлы ваҡ ҡуҙаҡлы баҡса үҫемлеге. □ Разновидность вики садовой.
ЕҪЛЕ ҺАБЫН (Р: туалетное мыло; И.: toilet soap; T: tuvalet sabunu) и.
560