ЕТДИЛӘНЕҮ
Бит-ҡул йыуыу өсөн булған {ғәҙәттә, хуш еҫе булған) һабын; күҙ һабыны. □ Туалетное мыло, душистое мыло. Еҫле һабын менән ҡул йыуыу. ■ Заманалар уҙгәрә шул, заманалар хәҙер бутән. Әуәл ғашиҡтар, мәҫәлән, һөйгәненә еҫле һабын буләк иткән. Картотека фондынан.
ЕҪЛӘНЕҮ (еҫлән-) (Р.: тухнуть; И.: go bad; T: kokuşmak) ҡ.
Боҙолоп, һаҫыҡ еҫ алыу. □ Тухнуть, протухать. Ит еҫләнеу. Еҫләнеп бөтөу. Балыҡ йылыла тиҙ еҫләнә.
ЕҪНӘҮ (еҫнә-) ҡ. диал. ҡар. еҫкәү 1.
ЕҪСЕЛ (Р.: чуткий к запаху; И.: sensitive to smell; T: kokuya karşı hassas) с. һөйл.
Еҫ тойоуға шәп, еҫкә һиҙгер. □ Чуткий к запаху; имеющий хорошее обоняние. Еҫсел кеше. Еҫсел эт.
ЕҪСӘН (Р: быстро портящийся; И.: perishable; T: çabuk bozulan) с. һөйл.
Тиҙ боҙолоп, еҫләнеп барған. □ Быстро портящийся, быстро протухающий. Балык бик еҫсән, тиҙ генә эшкәртмәһәң, боҙөла ла ҡуя.
ЕҪ ТЕЙЕҮ (еҫ тей-) (Р: угореть; И.: get carbon monoxide poisoning;; T: kömür çarpmak) ҡ.
Ҡуҙҙан сыҡҡан газ менән ағыуланыу.
□ Угорать, отравляться угарным газом. Мунсала еҫ тейеу. Ҡыҙыу яғылған мейесте ҡапыл баҫып еҫ тейеу. ■ [Рәшиҙә:] Әллә башыма еҫ тейҙе инде, ҡолаҡтарым да шаулап тора. М. Тажи.
ЕҪТӘҮ (еҫтә-) ҡ. диал. ҡар. еҫкәү 1.
ЕТДИ I [ғәр. (Р: серьёзный; И.: serious, earnest; T: ciddi) с.
1. Тыныс аҡыл менән уйлап эш итеүсән.
□ Серьёзный, строгий, вдумчивый, основательный. Етди кеше. Етди булыу. ■ Аҡ-назаровтың һаман өйләнмәй йөрөуен дә куптәр хупланы, етди егет, ашыҡмай тип баһаланы. Ә. Вәли. Кем дә кем етди ҡыланһа, теләккә етер, тимен. М. Ғафури.
2. Үҙ-үҙенә талапсан булған, эшкә яуаплы ҡараған; абруйлы. □ Серьёзный, хорошо знающий своё дело, ответственный; со
лидный, строгий. Етди ғалим. Етди яҙыусы. Бөтәһе лә иҫәпләшкән етди гәзит. Етди банк.
3. Ысын, тәрән йөкмәткеле, еңел-елпе түгел. □ Настоящий, подлинный. Етди мөнәсәбәт. Етди хис.
4. Ҙур әһәмиәткә эйә; мөһим, иғтибар талап иткән. □ Серьёзный, большой, значительный, существенный. Етди кәңәшмә. Етди ҡаршылыҡ. Етди мәсьәлә. Етди хәл. Етди эш. Етди уҙгәреш. Етди яра. Ерҙе файҙаланыу эшендә етди кәмселектәрҙе бөтөрөу.
5. Ныҡлы иғтибар, тәрән уй, талапсанлыҡ сағылған (сырай, тон, тауыш һ. б. ҡарата). □ Серьёзный, сосредоточенный, озабоченный. Етди тон. Етди ҡараш. Етди сырай менән тыңлау.
ЕТДИ II [ғәр. (Р: серьёзно; И.: serious, earnest; T: ciddi) р.
Ҙур әһәмиәткә эйә; мөһим, иғтибар талап иткән. □ Серьёзно, значительно. Етди һөйләшеу. Мәсьәләгә етди иғтибар биреу.
ЕТДИЛЕК (етдилеге) (Р: серьёзность; И.: seriousness, earnestness; T.: ciddiyet) и.
Етди булған хәл. □ Серьёзность. Мәсьәләнең етдилеге. Йөҙгә етдилек сығарыу. ■ Буранбайҙың төҫөндә ниндәйҙер бер етдилек бар, ул көлмәй. Д. Юлтый. [Йәнтимер] ғәҙәтенсә, эштең ауырлығын, етдилеген кур-һәтер өсөн ҡаштарын йыйырып бер аҙ уйлап ала. С. Агиш.
ЕТДИЛӘНДЕРЕҮ (етдиләндер-) (Р: делать серьёзным; И.: make smth serious; T: ciddileştirmek) ҡ.
Етдигә әйләндереү, етди итеү. □ Делать серьёзным что, придавать серьёзность чему. Тауышты етдиләндереу. Эште кәрәгенән артыҡ етдиләндереп ебэреу. Тормоштағы уҙгәрештәр йәштәрҙе етдиләндерҙе.
ЕТДИЛӘНЕҮ (етдилән-) (Р: становиться серьёзным; И.: become serious; T.: ciddileşmek) ҡ.
Етдигә әйләнеү. □ Становиться серьёзным. Йөҙө етдиләнде. Эштәр етдиләнеп китте. ■ Сырайҙар, ҡараштар етдиләнә, бөтәбеҙҙең куҙ — шул тупта ғына. Н. Мусин.
561