Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 562 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕТДИ ТӨҪ АЛЫУ
ЕТДИ ТӨҪ АЛЫУ (етди төҫ ал-) (Р.: принять серьёзный вид; И.: take on a serious air; T.: ciddi bir tavır takınmak) ҡ.
1. Төҫ-сырайға етдилек биреү, үҙен етди тотоу. □ Принять серьёзный вид, становиться серьёзным. Бар ҡиәфәте етди төҫ алды. Трибуна артына баҫып етди төҫ алыу.
2. Көсөргәнешле, ҡатмарлыға әйләнеү (эшкә ҡарата). □ Принять серьёзный вид (оборот) (о деле, ситуации и т.п.). Ваҡиғалар етди төҫ алды.
ЕТДИӘТ [ғәр. (Р: серьёзность;
И.: seriousness, earnestness; T.: ciddiyet) и. иҫк.
Етдилек, тырышлыҡ, иғтибарлылыҡ, көс һалып эш итеүсәнлек. □ Серьёзность, усердие, старательность. ■ Кеше һәр ваҡыт етдиәт менән генә лә йәшәй алмай. Шаярыу, уйын-көлкө лә теләй. Т. Йәнәби.
ETE I [боронғо төрки йети\ (Р: семь; И.: seven; T.: yedi) төп һ.
1. Алтынан һуң килгән, 7, VII цифрҙары менән билдәләнгән һан. □ Числ. колич. Семь. Ете йөҙ. Ете етең ҡырҡ туғыҙ.
2. Кем йәки нимәнецдер 7-гә тиң иҫәбе. □ Количество, равное семи. Ете кеше. Eme тон. Eme йәш. Eme быуын. И Етегән дә тигән ете йондоҙ ете әйләнә тацдар атҡанса. Халыҡ йырынан. Былар ете көн, ете төн көрәшкән. Шунан килеп Алп батыр ҡыҙҙы ецгән. «Алпамыша».
3. Һандың юғары дәрәжәһен белдереү өсөн ҡулланыла; бик күп, бик ҡалын йәки ҙур, тәрән һ. б. □ В значении превосходной степени: чрезмерно, много раз, в большом количестве; очень, самый. Ете йоҙаҡ менән бикләү. Ете ҡат тир сығыу. ■ Ярты яҡтан яҡламаҫ ул, ете яҡтан яҡлар ул. «Уҙаҡ-Туҙаҡ — Балабәшнәк ярсығы», һалдаттың ете ҡат тиреһен тунаусы, хәрби хеҙмәткә өйрәтеүсе, йәнен алырҙай ҡыланыусы, кәрәк саҡта үҙ йөрәген һурып алып бирергә әҙер тороусы иң яҡын командирҙары — Сәлим Пирмөхәмәтов. С. Поварисов. Ҡарттың бөтә донъяһы ете ҡат йоҙаҡ аҫтында. А. Ғирфанов. • Ете ҡат үлсә, бер ҡат ҡырҡ. Әйтем.
4. миф. Сакраль мәғәнәгә эйә иң әһәмиәтле арауыҡ: иң юғары, иң түбәнге, иң урта. □ Употребляется для обозначения сакрального пространства, времени, числа. Ете ҡат ер аҫты. Ете ҡат күк өҫтө. Ете төн уртаһы. Ете юл саты. ■ Әүлиә, көйөн алмаштыра төшөп, һамаҡлай бирә: — Торған урыны ер ситендә, ете диңгеҙ аръяғында; ете үркәсе күккә ашҡан ҡомло тауҙар артында; шыр урмандар араһында, ете ҡат ерҙең аҫтында. «Ҡуҙыйкүрпәс». Уҡытыусылар [Сәлимде]: «Күккүҙ ауылынан бер яҙыусы сыға», — тип, уның күңелен ете ҡат күккә күтәреп ҡуя торғайнылар. С. Поварисов.
♦ Ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен белә бөтә нәмә тураһында хәбәрҙар булған, ҡайҙа, нимә булғанын артығы менән белеп йөрөгән кеше тураһында әйтелә. □ О всезнающем, обо всём осведомлённом человеке. Ете ятып бер төшөнә инмәү һис бер ваҡыт уйлап ҡарамау, иҫкә алмау, күҙ алдына һис килтермәү, онотоу. □ Ни разу и не вспомнить о ком-чём. М Ете ятып бер төшөмә инмәгән кеше тотһон да: «Ҡоҙа», — тип килеп күрешһен әле. Н. Ҡәрип.
ETE II (Р.: острый; резкий; И.: sharp; T.: keskin) с. диал.
1. Үткер, осло. □ Острый, хорошо режущий, колющий. Ете беҙ. Ете бәке.
2. күсм. Төҫө, еҫе, тәме үткер, көслө, ҡырҡыу. □ Резкий, едкий, сильный (о цвете, запахе, о пряностях); сильный; остроглазый, дальнозоркий (о зрении). Ете күҙле. Тәме eme. Ете май. Аш ете булған. • Ете ҡыҙыл тиҙ уңа. Мәҡәл.
ЕТЕ АТА и. диал. ҡар. ата-баба.
ЕТЕ БЫУЫН (Р: семь поколений; И.: seven generations; T.: yedi kuşak) и.
Һәр кемгә белеү мотлаҡ һаналған туғанлыҡ хисабы. □ Семь поколений (исчисление поколений, знание которого обязательно для каждого). Ете быуыныңды белеү. Ете быуынды һанау. Ете быуынды билдәләү. ■ Ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу — һәр зат-ара зыялыларҙың изге бурысы. «Йәшлек», 29 сентябрь 2009. Ҡыҙым Әлфиә үҙ шәжәрәһен
562