Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 563 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ETEK
күрһәтеү өсөн ете быуын ата-бабаһы хаҡында мәғлүмәт тупланған кейеҙ баҫты. «Киске Өфө», № 5, 2012. • Ете быуынын белмәгән ир етем, ете быуын тарихын белмәгән ил етем. Мәҡәл.
ЕТЕГӘН [боронғо төрки йетигән} (Р.: Большая Медведица; И.: Big Dipper; T.: Yedigir) и. астр.
(баш хәреф менән) Төньяҡта сүмес һымаҡ урынлашҡан, ете яҡты йондоҙҙан торған, йыл буйы күренгән йондоҙлоҡ; Оло Етегән. □ Созвездие Большая Медведица. ■ Кук йөҙө асыҡ. Етегән йөндоҙ ҙа таңға ҡарай ҡойроғон борған ине инде. Б. Ишемғол. Етегәндең алтын ижауынан бергә эстек яҙҙың моңдарын. Р. Ғарипов. Етегән генә тигән ете йондоҙ Өлкәрҙәрен ташлап китә алмай. Халыҡ йырынан.
ЕТЕГӘН ЙОНДОҘ и. астр, (баш хәреф менән) ҡар. Етегән.
ЕТЕҘ I (Р: быстрый; И.: quick, rapid; T.: hızlı) с.
1. Эшкә, хәрәкәткә сос, өлгөр; уңған, шәп. □ Быстрый, проворный. Етеҙ ҡыҙ. Йомошҡа етеҙ. Етеҙ булыу. ■ Берҙә картам белмәйһең, Ғариф ағай,— тине Ғәләү, уның һыҙланыу һыҙ-ниһеҙ етеҙ хәрәкәтенә һоҡланып. Б. Бикбай.
2. Шәп, тиҙ, йылдам; тиҙ хәрәкәтле, тиҙ йөрөшлө. □ Быстрый; быстроходный. Етеҙ хәрәкәт. Етеҙ машина. Етеҙ ат. Етеҙ ел. Етеҙ ҡош. Етеҙ атлау. ■ һәм Ғәбиттең, ябай бер уҫмер егеттең, күңелендә әлегә уҙе лә аңлап-төшөнөп етмәгән серле моң тыуа, етеҙ ҡоролайҙай бер аҫҡа, бер өҫкә йүгергеләгән ҡыҙға ҡарата йөрәгендә хис уяна. Ә. Әминев. Етеҙ ат, һылыу ҡатын, төҙөк мылтыҡ — егеттең шунда булыр йыуанысы. М. Аҡмулла. Уның мөләйем йөҙөнә, етеҙ хәрәкәттәренә ҡараһаң, уға бер ҙә уҙ йәшен бирмәҫһең. «Йәйғор», №4, 2011. Һыу сәсрәтеп, мостовойҙан етеҙ автобустар уҙа. Ғ. Сәләм. Төшөп киләм саңғыла. Текә ерҙә еләм етеҙ, һөҙәк ерҙә — яй ғына. Ә. Вәхитова. Тау араһындағы үҙәндән етеҙ ағышлы тар ғына йылға килеп сыға. Ф. Иҫәнғолов. • Етеҙ бала етегә еткәнсе тешәй. Мәҡәл.
ЕГЕҘ II (Р: тяжёлый; И.: heavy; T: yağlı) с.
Тәме үткер, ауыр (майлы аҙыҡҡа ҡарата). □ Тяжёлый (о жирной пище). Ҡаҙ майы етеҙ, ашауға ауыр.
ЕТЕҘ III с. диал. ҡар. етек I. Етеҙ сәс.
ЕТЕҘЛЕК (етеҙлеге) (Р: быстрота, проворность; И.: quickness, rapidity; T: çabukluk) и.
Етеҙ булыу сифаты. □ Быстрота, проворность. ■ Ҡайтыуына бер-ике генә ай булһа ла, ул [Гәрәев] уҙенең етеҙлеге, батырлығы арҡаһында тиҙ күренекле урын алып өлгөрҙө. И. Насыри. Байназар атын бороп, килгән етеҙлеге менән ук кире сапты. Б. Бикбай.
ЕТЕҘЛӘНДЕРЕҮ (етеҙләндер-) (Р: убыстрять, ускорять; И.: speed up, hasten; T: hızlandırmak) ҡ.
Етеҙгә (I, 2) әйләндереү. □ Убыстрять, ускорять. Хәрәкәтте етеҙләндереү.
ЕТЕҘЛӘНЕҮ (етеҙлән-) (Р: убыстряться; стать проворным; И.: speed up, hasten; T.: hızlanmak) ҡ.
Етеҙгә (I, 2) әйләнеү. □ Убыстряться, ускоряться; становиться быстрым, проворным. ■ Әкиәттә бурҙар хәйләкәрерәк, ете-ҙерәк була барған һайын сюжет та етеҙләнә. Ә. Сөләймәнов.
ЕТЕҘ ЮЛ и. диал. ҡар. етек юл 2.
ЕТЕ ЙӘН и. диал. ҡар. рахит. Ете йән балаларҙа булып ҡуя. ■ Элек ете йәнде тик имләп кенә дауалайҙар ине. Башҡорт мифологияһынан.
ETEK I (Р: отросший; И.: overgrown; Т.: fazla büyümüş) с.
1. Үҫеп оҙонайған, еткән. □ Отросший (о волосах, бороде, ногтях). Етек сәс. Етек тырнаҡ. Етек һаҡал. ■ Ул [Тимер] йыуан бармаҡтарын етек сәстәренә аралаштырҙы. Б. Бикбай. Сикәһен һаҡал баҫҡан, етек сәсле кеше, берсә әсәйемә, берсә Шәһиткә ҡарап:«Үҙегеҙгә кәрәкмәгәс, һатһағыҙ, арыу булыр ине», — тип һүҙгә ҡушылды. Н. Мусин.
2. ҡар. етеҙ I, 1, 2. ■ Файҙаһы юҡ буш һүҙгә һәр кем етек, был һүҙҙе талаш ҡылмаҫ күңеле китек. М. Аҡмулла.
563