Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 564 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ETEK
3. һөйл. Етлеккән, үҫеп ҙурайған, өлгөргән, тейешле сифатҡа еткән. □ Зрелый, созревший, спелый. Етек емеш. Етек алмаларҙы йыйыу.
4. диал. Йәше еткән, ҙурайған, үҫеп еткән. □ Зрелый, взрослый, совершеннолетний. ■ Етек ҡыҙҙар булһа — Бикйәнде күреп һөйләшеү хыялында. «Бикйән Мәргән». Ата-әсәһе ҡыуана етек бала күргәнгә. М. Буранғолов.
5. күсм. Сифаты камил, өлгөргән. □ Совершенный, созревший, зрелый. Етек фекер. Етек уй. Уйлап, фекеренең етеген генә әйтә торған кеше. ■ [Ҡарасәс:] Саф көмөштәй телең йышылғанға һин һөйләйһең һүҙҙең етеген. X. Ғәбитов.
ETEK II с. диал. ҡар. етеш 1,2. Етек тормош. Етек йәшәү.
ЕТЕК ЮЛ (Р.: заросшая тропинка; И.: path overgrown with grass; T.: otlarla sarılmış patika) и.
1. Кеше йөрөмәү сәбәпле үлән үҫеп бөткән һуҡмаҡ. □ Заросшая тропинка. ■ Мәскәү китһә — ил китер, илһеҙ бала кем булыр? Иҙел китһә — юл бөтөр, етек юлда кем йөрөр? М. Буранғолов.
2. Тапҡыр, ситтән урамаған тура юл.
□ Прямая дорога. ■ Иртәнсәккәй тороп һыуға барҙым, йомролай етек юл менән. Халыҡ йырынан.
ЕТЕЛЕ (Р.: седьмого размера; И.: size seven; T: yedinci) с. үлсәү h.
1. Үлсәме ете берәмеккә тиң (аяҡ кейеменә ҡарата). □ Седьмой (о размере обуви). Етеле калуш. Етеле итек.
2. Үлсәме ете берәмеккә тиң (шәм, лампа тураһында). □ Семилинейный (о свече, лампе). Етеле шәм. ■ Етеле лампа яҡты ғына яна. Уның тирәһендә төн күбәләге өйрәлә. Б. Хәсән.
ЕТЕЛЕК (етелеге) (Р: седьмого размера; И.: size seven; T.: yedilik) и.
Ете һаны менән билдәләнгән нәмә.
□ Предмет, измеряемый семью единицами. Етелек күләмле. Етелек һауыт.
ЕТЕЛЕҮ (етел-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. етеү 1,10.
■ Бына ҡырҡ икегә лә килеп етелде. 3. Биишева.
ЕТЕЛӘП (Р: около семи; И.: about seven; T: yedi civarında) сама һ.
Ете тирәһе, етегә яҡын. □ Около семи, приблизительно семь. Етеләп кеше. Етеләп дәфтәр.
ЕТЕЛӘТӘ (Р: семь раз; И.: seven times; T: yedi kez) р.
Ете тапҡыр, ете тапҡырға. □ В семеро, семь раз. Етеләтә артыҡ. Етеләтә кәм. Етеләтә түләү.
ЕТЕМ [ғәр. (Р.: сирота; И.: orphan; T.: yetim) и.
1. Ата-әсәһе йәки икеһенең береһе булмаған бала йәки үҫмер. □ Сирота. / Сиротский. Етем бала. Етемдәр йорто. Етем булыу. Етем итеү. Етем тәрбиәләү.
■ Етем баланың төҫөнән үк етем икәне беленеп тора, .. ҙур кешеләр кеүек, хәсрәтле була ул. М. Ғафури. Үгәй әсә ҡулында етем ҡалдым. М. Аҡмулла. Аҡтүбә .. толдарҙың, етемдәрҙең зарына ҡолаҡ һалып, тура килгәндә, ярҙам иткеләп тә ҡуя, ти. Әкиәттән. • Атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем. Мәҡәл. Етем тыуған бала үҙ кендеген үҙе ҡырҡыр. Әйтем.
2. Ата-әсәһеҙ ҡалған бала йәки инәһеҙ ҡалған башҡа йән эйәһе. □ Сирота. / Осиротелый. Етем бәрәс. Етем ҡалдырыу. Етем ҡалыу. Етем үҫеү. • Етем быҙау аҫраһаң, ауыҙың-мороноң май булыр, етем бала аҫраһаң, ауыҙың-мороноң ҡан булыр. Әйтем.
3. Ире үлгән, ирһеҙ, тол. □ Вдова. / Осиротелая, одинокая (вдова, старуха). Етем булыу. ■ Бына ошо ябай ауыл ҡатыны [Мәфтуха].. эштән бушыраҡ кистәрҙә күрше-тирәләге етем ҡатындарҙың, ирҙәре фронттан ҡайтмаған һалдаткаларҙың күңелдәрен күтәрә ине. X. Кәрим.
4. Ҡараусыһы юҡ, ҡараусыһыҙ, хужаһыҙ, ташландыҡ, яңғыҙ. □ Одинокий, покинутый, беспризорный, без родственников. Етем бабай. Етем өй. Етем ҡалыу. • Етем
564