ЕТЕН
бала илаһа, ер-кук илар. Әйтем. Етем ҡорһағы ете ҡат. Әйтем.
♦ Үкһеҙ етем атаһы ла, әсәһе лә юҡ, бөтөнләй яңғыҙ. □ Круглая сирота. ■ Мин ун ике йәшемдә саҡта атай ҙа, әсәй ҙә улеп, укһеҙ етем булып ҡалдым. М. Ғафури. Етем уҫте ул [Фатих]. Ә, юҡ, етем тип ни, бөтөнләй ук укһеҙ етем тугел, әсәһе менән генә. К. Мәргән.
ЕТЕМ-ЕҺЕР (Р.: сироты; И.: orphans; Т.: eytam) и. йыйн.
Етем бала-саға, етем кешеләр. □ Сироты. ■ [Әҙһәм ҡарт:] Батшалар һуғышалар -һуғышалар ҙа бер-береһенә ер бирешеп яраша торғандар, тик бына әҙәм ҡырылыр инде, етем-еһер кубәйер. Ж. Кейекбаев. [Һәубән:] Сура батырҙан ҡот йыйып, батыр тыуған затым бар; етем-еһер куҙ йәшен һыҡратмаҫҡа антым бар. «Аҡбуҙат».
ЕТЕМ-ЙОҪОР (Р: сироты; И.: orphans; T.: eytam) и. диал. йыйн. ҡар. етем-еһер.
ЕТЕМЛЕК (етемлеге) (Р: сиротство; И.: orphanhood, orphanage; T.: yetimlik) и.
Етем булыу хәле. □ Сиротство. Етемлек куреу. Етемлек татыу. ■ Ауыр һуғыш йылдарында барлыҡ балалар татыған етемлек, аслыҡ, юҡлыҡ һурпаларын татып, эштә бешегеп уҫкән малай ул. «Таң», 17 ғинуар 2011. Бала сағым етемлектә утте, әсә иркәләуен курмәнем. Я. Ҡолмой. Һаҡла ҡыҙҙы яман куҙҙән, хыянаттан — тоғро йәрҙе, етемлектән — сабыйҙарҙы. Р. Бикбаев.
ЕТЕМСЕЛЕК (етемселеге) и. ҡар. етемлек. Етемселек менән ғумер итеу. Етемселектә йәшәу.
ЕТЕМҺЕРӘТЕҮ (етемһерәт-) (Р: относиться как к сироте; И.: be hurting an orphan; T.: yetim görmek) ҡ.
1. Етем балаға ҡараған кеүек кәмһетеп ҡарау, ыҙа, нужа күрһәтеү, етем һымаҡ итеү. □ Относиться как к сироте, постоянно обижать. ■ [Айбулат — Гөлйөҙөмгә:]Етәр, Гөлйөҙөм, илама. Бер мин тугел бит, ил менән. Илама. Балаларҙы яҡшы ҡара, етемһерәтмә. Һ. Дәүләтшина.
2. төш. ҡар. етемһерәү 2, 3. страд, от етемһерәү 2, 3. Өйҙө етемһерәтеу. Ауылды етемһерәтеу.
ЕТЕМҺЕРӘҮ (етемһерә-) (Р: чувствовать себя сиротой; И.: feel like an orphan; T.: yetim gibi hissetmek) ҡ.
1. Үҙеңде етем кеше һымаҡ итеп һиҙеү, етемлектә ыҙа сигеү, бойоғоу, етемлекте ауыр кисереү. □ Чувствовать себя сиротой. Етемһерәп ҡалыу. ■ Башҡа балалар атаһына иркәләгәндә, уның да минең алға ултырып иркәләнгеһе, һөйҙөргөһө килә булыр. Шуның өсөн минең исемдән тағы бер уп. Ҡосаҡла. Ул етемһерәмәһен. Б. Хәсән.
2. Хужаһыҙ, ташландыҡ, кәм хәлдә булыу. □ Быть заброшенным, покинутым, пустеть, оставаться без присмотра. ■ Байгилдин көрһөнгәндәй итеп тәҙрә ҡапҡастары бикле торған етемһерәп ултырған бер өйҙө курһәтте. X. Ғиләжев. Мәғрур ҡыҙыл йорттар араһында етемһерәй һоро хрущёвка. Р. Бикбаев. Әйберҙәрҙе йыйып төйнәгәндәр, өй эсе етемһерәп ҡалған. Яр. Вәлиев.
3. кусм. Яңғыҙлыҡта, ҡараусыһыҙ булыу, етем һымаҡ, бойоҡҡан һымаҡ күренеү. □ Сиротеть, осиротеть; выглядеть одиноко. ■ Тау битләуҙәрендә, ҡаялар араһында .. кәкре-бөкрө ҡайындар ғына етемһерәп ултыра. Ә. Бикчәнтәев. Тигеҙ дала кукрәгендә йәшәй, етемһерәп, яңғыҙ Йөрәктау. Ҡ. Даян.
ЕТЕМҺЕТЕҮ (етемһет-) ҡ. ҡар. етемһерәтеү 1. Баланы етемһетеу.
ЕТЕМҺЕҮ (етемһе-) ҡ. ҡар. етемһерәү 1-3.
ЕТЕМӘК (етемәге) и. диал. етем 2. Етемәк быҙау. Етемәккә имеҙлек менән һөт эсереу. Ҡулға эйәләшкән етемәк бәрәс.
ЕТЕН [боронғо төрки кәтән} (Р.:лён; И.: flax; T.: keten) и.
1. Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған үҫемлек. □ Лён. / Льняной. Оҙон етен. Етен баҫыуы. Етен майы. Етен сәсеу. • Етен сәсһәң, кулдәк кейерһең. Мәҡәл.
2. Шул үҫемлектең сүсе. □ Льняное волокно, лён. Етен иләу. Етен талҡыу.
565