ЕТЕН БАҠРАҺЫ
3. Шул сүстән иләнгән еп һәм туҡыма. □ Лён, льняная пряжа, нить. Етен биләу. Етен кулдәк. Етен туҡыма. ■ Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҡыҙыл кизеләр менән матурлап, етен ебенән һуғылған ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. 3. Биишева. [Батша — килендәренә:] Йә, мин биргән етендән кулдәк тегеп килтерҙегеҙме? Әкиәттән.
4. кусм. Ҡсътк һары, йомшаҡ (сәскә ҡарата). □ Льняной (о волосах, по цвету и мягкости напоминающих волокно льна). ■ Бөҙрә сәсең әллә етен инде, әллә инде алтын. Картотека фондынан.
ЕТЕН БАҠРАҺЫ (Р.: куколь льняной; И.: corncockle species; T.: ortak karamuk) и. бот.
Ғәҙәттә, етен баҫыуында, юл буйҙарында үҫеүсе, ҡыяҡ япраҡлы, һабаҡ осонда ғына көрән, алһыу, ҡыҙыл (һирәк кенә аҡ) сәскә ата торған, ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек; сәғәт сәскәһе. □ Куколь льняной (лат. Agrostemma githago). ■ Етен баҡраһының сәскәһе нәфис, әммә аңҡып торған еҫе юҡ, сафлыҡ ҡына бөркөлә унан. «Йәшлек», 8 апрель 2010.
ЕТЕН ЕЛПӘҺЕ (Р.: лучшее волокно льна; И.: the best fibre of fief; T.: ketenin en iyisi) и. туҡ.
Етендең иләү өсөн әҙерләнгән иң яҡшы сүсе. □ Лучшее волокно льна (идёт на нитки ). Етен елпәһе һатып алыу.
ЕТЕН ИЛӘҮ (етен илә-) (Р.: прясть лён; И.: clean out fief; T.: keten ayıklamak) ҡ.
Талҡып йомшартылған сүстән орсоҡ ярҙамында еп ишеү. □ Прясть лён. ■ Ә ҡәйенбикә етен, йөн иләй, ойоҡ-бейәләй бәйләй. «Йәшлек», 10 май 2011.
ЕТЕН ЙОЛҠОУ (етен йолҡ-) (Р: собирать лён; И.: pick, gather flax; T.: keten toplamak) ҡ.
Етенде тамыры менән тартып өҙөп йыйыу. □ Раздёргивать, собирать лён.
ЕТЕН КИНДЕРЕ (Р: льняное полотно; И.: huckaback; T.: keten) и. туҡ.
Етендән һуғылған туҡыма. □ Льняное полотно. Етен киндерен шымартыу. Етен киндеренән таҫтамал тегеу.
ЕТЕНСЕ I (Р.: седьмой; И.: the seventh; T: yedinci) рәт һ.
Урын тәртибе 7 менән билдәләнгән. □ Седьмой. Етенсе класс. Етенсе көн. Етенсе урын. Етенсе бала. ■ Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән, ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. М. Аҡмулла. Бер аҙҙан һуң, етенсе аҡҡош килеп, .. кулгә төшкән. Кулгә инеу менән улар береһенән-береһе матур ете ҡыҙға әйләнгән. Әкиәттән.
ЕТЕНСЕ II (Р: льновод; И.: flax grower; T: ketenci) и.
Етен үҫтереү эше белгесе. □ Льновод. Етенсе булып эшләу. Вологда етенселәренең уңышы.
ЕТЕНСЕЛЕК (етенселеге) (Р: льноводство; И.: flax cultivation; T.: ketencilik) и.
Етен үҫтереү менән шөғөлләнгән ауыл хужалығының бер тармағы. □ Льноводство. / Льноводческий. Етенселек хужалығы. Етенселекте уҫтереу. Етенселек менән шөғөлләнеу. Етенселекте тергеҙеу. Ҡара тупраҡлы райондарҙа етенселекте киңәй-теу.
ЕТЕН СҮБӘГЕ (Р: льняная пакля; И.: tow; T.: keten kıtık) и.
Етенде талҡып тарағандан һуң ҡалған ҡыҫҡа сүс; ҡаба төбө. □ Льняная пакля, льняные очёски. Етен субәге һалып төпләу. Етен субәгенән тоҡ тегеу.
ЕТЕН ТАЛҠЫУ (етен талҡы-) (Р: мять, теребить лён; И.: rumple; T.: keten ovmak) ҡ.
Етенде сүсен айырыу өсөн талҡыға ҡыҫып йомшартыу. □ Мять, теребить лён.
ЕТЕР-ЕТМӘҪ (Р: еле-еле, скудно; И.: barely, scantily; T.: güçbelâ) р.
1. Етерлек түгел, әҙ; таҡы-тоҡо (аҙыҡҡа ҡарата). □ Еле-еле, немножко, чуть-чуть, в небольшом количестве, скудно (о пище). Етер-етмәҫ аш. Етер-етмәҫ аҙыҡ. ■ Ул Айбулат менән әсәһенә йылына ни бары ун биш-егерме бот иген, малға етер-етмәҫ бесән, куп ваҡытта һалам .. бирә килде. һ. Дәүләтшина.
566