ЕТЕҮ
Табаҡтағы бишбармаҡ етер-етмәҫ кенә булып ҡалды. Т. Йәнәби.
2. Кәрәгенсә түгел, күләме әҙ, ҡыҫҡа һ. б. □ Неполный, не доверху, не до краёв, недостаточный, небольшой, в малом количестве. Етер-етмәҫ тултырылған. Етер-етмәҫ утын. Етер-етмәҫ эшселәр. Етер-етмәҫ ҡаралды. ■ Мейес эргәһенә етер-етмәҫ түшәлгән кейеҙҙең сите тәңгәлендә Хәмдиәнең йәш балаһының сәңгелдәге элеүле тора. һ. Дәүләтшина.
ЕТЕР-ЕТМӘҪТӘН (Р.: не успев дойти; И.: hardly, only just, barely; T.: hemen yetişince) р.
1. Кәрәк еренә, урынына барып етмәгән хәлдә, етмәҫ элек, етеп өлгөрмәҫ элек. □ Не успев дойти. Ҡайтып етер-етмәҫтән. Ҡыуып етер-етмәҫтән. ■ [Убырлы ҡарсыҡ] ҡыуып етер-етмәҫтән: «Киленкәйем, ул-тыртһана, аяҡтарым бик талды!» — тип ҡысҡыра икән. Әкиәттән.
2. Өлгөрмәгән, кәрәк кимәленә етмәгән хәлдә. □ Не достигший состояния готовности, полного развития: незрелый, неспелый, недоваренный. Үҫеп етер-етмәҫтән өҙөү. Өлгөрөп етер-етмәҫтән ашау. ■ Йәштәр уны [сиренде] яраталар һәм саманан тыш яратҡанғамы, сәскә атып етер-етмәҫтән ботаҡтарын һындырып бөтөрәләр. Картотека фондынан.
ЕТЕРЕҮ (етер-) (Р.: завершить; И.: round off; T.: yetirmek) ҡ. диал.
1. Аҙағына еткереү, өлгөртөү, тамам итеү; бөтөрөү. □ Завершить, довести до конца. ■ [Кәләнфер:] Йәгеҙ, егеттәр, һәләт булығыҙ, туланы тиҙерәк етерәйек! X. Ғәбитов.
2. күсм. Бөтөрөү, ҡаҡшатыу, юҡҡа сығарыу, юҡ итеү. □ Изнурить, вывести из строя, привести в непригодность, уничтожить. ■ [Ҡарасәс:] Ана тора, ҡайным малға һатһа .. яңғыҙ ҡыҙын, әйҙә, етерһен! X. Ғәбитов. Хәйҙәр бур Абдулланың атын һағалап йөрөй ине, етерҙе, ахыры. Т. Морат. • Һуҡҡан үлтерер, саҡҡан етерер. Мәҡәл.
ЕТЕРЛЕК I (Р: достаточный; И.: sufficient; T.: yeterli) с.
Күләм-самаһы ҡәнәғәтләнерлек, тейешле күләмдә, кәрәк ҡәҙәр булған; еткелек, еткән. □ Достаточный. Етерлек нәмә. Етерлек ашамлыҡ. Етерлек утын әҙерләү, һыуҙың етерлек булыуы. ■ Ашығыс ғәскәри эштәр өсөн ҡыҫҡа төндәр ҙә, оҙон көндәр ҙә етерлек түгел. һ. Дәүләтшина. Айыуғолаҡ бер көн эсендә йылға етерлек утын ташыған. Әкиәттән.
ЕТЕРЛЕК II (Р: достаточно; И.: sufficient; T.: yeterli) р.
Саманан артыҡ, бик күп. □ Достаточно; сверх меры, с избытком, излишне. Етерлек түҙеү. ■ Беҙ бының ҡыйынлығын етерлек татыныҡ инде. С. Агиш.
ЕТЕҮ I (ет-) [боронғо төрки йет-\ (Р: догнать; И.: catch up (with); T: yetişmek) ҡ.
1. Нимәнеңдер артынан ҡыуып килеп, шул нәмә менән тигеҙләшеү, йәнәшәләшеү. □ Догнать, доходить, настигать, достигать. Йүгереп етеү. Ҡыуып етеү. ■ Күп ҡыуа торғас, ҡуян арыны, бара алмай туҡтала. Мин етеп, таш, кәҫ менән орғас, сабырға уҡтала. Ш. Бабич. Үрелдем — тота алманым, йүгерҙем — етә алманым. Халыҡ йырынан.
2. Һан, күләм йәһәтенән ҡәнәғәтләнерлек, тейешле, кәрәк саҡлы булыу. □ Быть достаточным (по количеству, объёму), хватать. Ашауға етә. Утын ҡышҡа етә. Аҡса етә. Белем етә. Барырға көс етә. Хәл етә. Урын барыһына ла етә. ■ [Үмәр:] Яңғыҙ ҡыҙымды кейендерергә генә аҡсам етер әле. Һ. Дәүләтшина. Очколары етһә, кәрттәрен ташлап, ауыҙын йомоп, бер аҙ түбән ҡарап тора. Д. Юлтый.
3. Күләм йәһәтенән ниндәйҙер саманы ҡәнәғәтләндереү. □ Быть достаточным, удовлетворительным, хватать. Дарман етеү. Сабыр етеү. Түҙем етеү. Хәл етеү. Етеп торор. Күләткәлә ҡурай тартып ятыр мәл түгел. ■ Ҡарт ағастарға йәбешеп ҡалырға ҡулдарымдың көсө етмәне. Б. Ишемғол.
567