ЕТЕҮ
4. Сифат-дәрәжә йәһәтенән тиңләшеү.
□ Быть равным, равноценным (по качеству, по величине), равняться. ■ Ләлә әйтә: «Бесәй яҡшы!» Фәрит: «Етмәй, — ти, — эткә!» Ф. Рәхимғолова.
5. Нимәлер эшләү өсөн уңайлы мәл тыуыу. □ Наступить (о времени). // Наступление подходящего времени для чего-л. Еләк ваҡыты етте. Уңыш йыйыу ваҡыты етһә, аяҙ көндәр теләйбеҙ. ■ [Бабайҙың ҡайтыр ваҡыты еткәс, дейеү пәрейе:] Малайыңды өс йылға уҡытырға алып ҡалам, — тигән. Әкиәттән.
6. Бара-бара бер урынға өлгәшеү. □ Доходить, доезжать и т. п. Ауылға етеү. Капҡа төбөнә етеү. Өй тапҡырына етеү. ■ Һүҙҙең ошо еренә еткәндә, .. кәмәбеҙҙең мороно яр ситендәге һал ҡабырғаһына дыңҡ итеп барып бәрелде. Т. Йәнәби. Һуғышта алған дан менән Яйыҡҡа еткән Бүгәсәү. С. Юлаев.
7. Кемгәлер билдәле булыу, ишетелеү.
□ Стать известным, доноситься, дойти (о вестях). ■ Һалдаттар араһында башланған бола начальствоға еткән булһа кәрәк. Д. Юлтый.
8. Алдан билдәләп ынтылған нәмәгә өлгәшеү. □ Достигать, добиваться. Маҡсатҡа етеү. К Ниәтләнеп егет атҡа менһә, ниәтенә етмәй булырмы? Халыҡ йырынан. • Сабыр иткән моратына еткән. Мәҡәл.
9. Булмышҡа, ғәмәлгә килеү (ваҡыт, мәл, эш-хәрәкәт төшөнсәләренә ҡарата).
□ Наступать, наставать. Китер көн етте. Көҙ етте. Яҙ етте. Төш етте. М [Хасбулат:] Бына ай ҙа ҡалҡты, хикәйәтте һөйләр саҡ етте. 3. Биишева. Шоңҡар ҡарттың кесе улына ла сират еткән ханға барырға. Б. Вәлид. Һауымы еткән һыйырҙар мөнрәп сығыр быҙауһыҙ. «Аҡбуҙат».
10. Билдәле бер йәшкә яҡынлашыу, билдәле бер йәште тултырыу. □ Достигать, доходить. Иллегә [илле йәшкә] етеү. Йәше йөҙгә етте.
11. Ниндәйҙер эш-хәлде башҡарыу, эшләү кимәлендә булыу, тороу. □ Доходить, приходить (в какое-л. состояние), быть
готовым к чему. Ахыр сиккә етеү. Иларға етеү. ■ Тел тейҙерер урын да юҡ ҡымыҙға, әбейҙәрҙең эше еткәс ҡумыҙға. М. Кәрим. Ауыр һүҙҙәр әйтештек, хатта йоҙроҡҡа етә яҙҙыҡ. Д. Юлтый.
12. Үҫеп, бала йәшенән сығыу; бәлиғ булыу, ҙурайыу. □ Становиться взрослым, достигать совершеннолетия. Еткән ҡыҙ. ■ һәр өй тәңгәлендә бәпкәләре етеп бөткән ҡаҙ көтөүҙәре ята. 3. Биишева. • Улың етһә, ҡыҙы яҡшы менән ауылдаш бул. Мәҡәл.
13. Үҫеп, эшкә ашыр дәрәжәгә килеү; өлгөрөү. □ Поспевать, созревать. Бесән етте. Иген етә. ■ Арыштан ҡалмай, бойҙай менән һоло ла ағарып етеп килә. М. Кәрим. Сабындарҙа үлән тулҡынлана, бесән етте, бесән өлгөрҙө. Б. Вәлид.
14. Саманан артыҡ үҫеү (сәс-һаҡал, тырнаҡҡа ҡарата); оҙонайыу. □ Отрасти, обрасти (о волосах, бороде, ногтях). Мыйығы еткән. Сәсе еткән. Тырнағы еткән. ■ Кемдер берәү .. ирендәре кипкән, һаҡалдары етеп, сал инә башлаған .. Мөлөк ағайға ҡарай килә. Т. Хәйбуллин.
15. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы һүҙ менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында ҡушма ҡылым составында хәрәкәттең тамамланғанын белдерә. □ В сочетании с деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и выражает завершённость действия. Барып етеү. Килеп етеү. Ҡыуып етеү. ■ Биштауға ҡайтып етерлек хәл ҡалманы. М. Тажи. Хыялдар менеп етмәҫлек бейек ул беҙҙең Ватан. Р. Ниғмәти.
16. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы һүҙ менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында ҡушма ҡылым составында эш-хәлдең камиллыҡҡа өлгәшкәнен белдерә. □ В сочетании с деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и выражает полную готовность действия, созревание. Өлгөрөп етеү. Бешеп етмәгән балан. Төҙәлеп етмәгән көйө йөрөп өҙлөктөм.
568