ЕТЕШЕҮ
17. кубр. юҡл. Хәл ҡылымдың -п формаһындағы һүҙ менән килеп, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында ҡушма ҡылым составында эш-хәрәкәттең һөҙөмтәһен кәметеп күрһәтә.
□ В отрицательной форме в сочетании с деепричастием на -п основного глагола выступает в роли вспомогательного глагола и указывает на недостаточность, незавершённость, неполноту действия. Аңлап етмәу. Белеп етмәу. Ишетеп етмәу. Килешеп етмәу. Ышанып етмәу. ■ Йәнтимергә был яуап [оҡшап]етмәне. С. Агиш.
ЕТЕҮ II (ет-) (Р.: достигать; И.: reach; T.: yetişmek) ҡ.
1. Оҙонлоҡ йәһәтенән ниндәйҙер самаға килеү. □ Достигать, дотянуться, хватать (по длине). Арҡан бәйләргә етә. ■ Беҙгә эшлә бик оҙон ут сылбыры, .. бер ҡоластай ергә етмәй торһон ул. Ш. Бабич. Ҡара ҡытат бишмәтеңә етмәй ҡалған яғалыҡ. Халыҡ йырынан.
2. Башҡа нәмә талан итмәү, булғаны менән ҡәнәғәтләнерлек булыу. □ Быть достаточным, удовлетворительным. ■ Беҙгә һинең ҡулың кәрәкмәй, башың булғас, еткән. Р. Ғабдрахманов. Башҡорт булыу өсөн уның һуҙен белеу генә етмәй, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын белергә кәрәк. С. Агиш. • Аҡыллыға ишара ла етә. Мәҡәл.
3. бойр. етәр, етте. Кемдеңдер эшен, һүҙен туҡтатыр өсөн әйтелә. □ Хватит, достаточно (работать, говорить и т. д.). ■ [Тимер:] Етте, куп телеңә һалышма! Б. Бикбай. Ҡыҙ һикереп тора ла: «Етәр, мин һинеке, егет!» — ти. Әкиәттән.
4. ярҙ. ҡ. ф. етмәгән. Кемдеңдер эш-ҡылығы саманан ашҡанын белдергәндә әйтелә.
□ Выступает в роли вспомогательного глагола в значении «не хватало», «не ограничился» чем. ■ [Ҡарағол:] Ишмырҙа кантондың уҙе талағаны, йортто хурлағаны етмәгән, Әпкәләй кеуек шайтан шәуләләрен ебәрә бит. Д. Юлтый.
♦ Етә ҡалыу берәр сәбәптән оторо ҡыҙып киткәнде белдереү өсөн әйтелә. □ Оказаться
достаточным, хватить. ■ Исхаҡов дилбегәһен саҡ ҡына ҡағып ҡуйҙы. Йондоҙға шул етә ҡалды — оса ғына. Р. Солтангәрәев.
ЕТЕҮ III (ет-) ҡ. диал. ҡар. етәкләү 2. Атты етеп килтерҙеләр.
ЕТЕҮ IV (Р: совершеннолетний; И.: adult; T.: yetişkin) с.
1. Үҫеп, бала йәшенән сыҡҡан, ҙурайған; еткән. □ Взрослый, совершеннолетний, достигший совершеннолетия. Етеу ҡыҙ.
2. Саманан артыҡ үҫкән, етек, оҙон (сәс-һаҡал, тырнаҡҡа ҡарата). □ Отросший (о волосах, бороде, ногтях). Етеу сәс. Етеу һаҡал. Етеу тырнаҡ.
ЕТЕҺЕ (Р: седьмой день кончины; И.: Muslim funeral ceremony; T.: yedinci gün) и. дини.
Мосолман дине буйынса, кеше үлгәндең етенсе көнөн билдәләгән көн һәм шунда уҡылған аят. □ Поминки (у мусульман на седьмой день кончины). Етеһен уткәреу. ■ Ҡартты ҡуйып, өсөн уткәреп, етеһен уҡытыуға, Айтуған менән Көнтуғанға икенсе ҙур ҡайғы килә, ти. Әкиәттән.
ЕТЕШ (Р: обеспеченный; И.: affluent; Т.: varlıklı) с.
1. Кәрәк ҡәҙәрле; етерлек, мул. □ Обеспеченный. Етеш тормош. Етеш кеше. Донъяһы етеш.
2. Мул итеп, етерлек бай рәүештә. □ Обеспеченно, в достатке. Етеш донъя кө-төу. Етеш йәшәу. ■ Барсынһылыу ҙың бөтә нәмәһе етеш, тик куңеле урынында тугел, ти. «Алпамыша». Янһары мал аҫрап, ете ерҙә йәйләп, биш ерҙә ҡышлап йөрөгән. Ул бик тырыш булған: көн тимәгән, төн тимәгән — эшләгән дә эшләгән. Шуға курә етеш көн иткән. Әкиәттән.
ЕТЕШЕҮ I (етеш-) (Р: успевать, поспевать; И.: have time to; T.: yetişmek) ҡ.
1. Ҡыуып, килеп етеп өлгөрөү. □ Успевать, поспевать. ■ Ваҡытына килеп етешә алмау. Саҡ етешеп өлгөрөу. Хужа һөрән һалған: «Бур Әхмәтте тиҙерәк тотоң!» -тип. Кем етешһен? Әхмәт киткән юлда
569