Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 574 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЕТЛЕКТЕРЕҮ
Тейешле үҫеш кимәленә етеү (ҡарындағы балаға ҡарата)] киреһе — етлекмәү. □ Становиться доношенным (о плоде в утробе). Етлегеү мәле. Етлекмәй тыуған бәрәс. Етлекмәй тыуған бала.
ЕТЛЕКТЕРЕҮ (етлектер-) (Р.: донашивать; И.: bear at full term; T: yetiştirmek) ҡ.
Тейешле үҫеш кимәленә еткереү (ҡарындағы балаға ҡарата). □ Донашивать, выносить (ребёнка или детёныша в утробе).
ЕТМЕШ [боронғо төрки йетмиш] (Р: семьдесят; И.: seventy; T: yetmiş) төп һ.
1. Алтмыш туғыҙҙан һуң килгән һандың исеме; ете тиҫтәне белдерә, 70, LXX цифрҙары менән билдәләнә. □ Семьдесят. • Етмештәге лә сабый, етеләге лә сабый. Мәҡәл.
2. Кем йәки нимәнеңдер 70-кә тиң иҫәбе.
□ Семьдесят. Етмеш кеше. Етмеш йәш. Етмеш килограмм. Етмеш саҡрым. Етмеш бер.
ЕТМЕШЕНСЕ (Р: семидесятый; И.: the seventieth; T: yetmişinci) рәт һ.
Урын тәртибе 70 менән билдәләнгән.
□ Семидесятый. Етмешенсе бүлмә. Етмешенсе өй.
ЕТМЕШЛЕК (етмешлеге) (Р: двугривенный; И.: twenty-copeck coin; T: yirmi kapiklik) и. иҫк.
Боронғо егерме тинлек тәңкә. □ Двугривенный. ■ Әй, ҡоҙаның бүләге, ошо микән күргәне? Етмешлек тип көткән булһаҡ, һуҡыр барнау биргәне. Туй йырынан.
ЕТМЕШЛӘП (Р: около семидесяти; И.: about seventy; T: yetmişe yakın) сама һ.
Етмеш тирәһе, етмешкә яҡын. □ Около семидесяти, примерно семьдесят. Етмешләп кеше. Етмешләп йәш.
ЕТМЕШӘР (Р: по семидесяти; И.: seventy each; T: yetmişer) бүл. һ.
Һәр береһе етмешкә тиң. □ По семидесяти. Етмешәр һум. Етмешәр килограмм.
ЕТМӘҺӘ (Р: вдобавок; И.: besides; T: yetmedi) мөн.
Былай ҙа ярамаған бер эш-хәлгә тағы бер нәмә өҫтәлгәнде белдерә; шуның өҫтөнә,
өҫтәүенә. □ Вдобавок, более того, к тому же. Етмәһә, буран сыҡты. Ҡараңғы төштө, етмәһә, тағы ямғыр яуа башланы. ■ Күпме ашлыҡ йыйылмай ҡалған! Етмәһә, һаламын өймәй, тегендә-бында эткеләп, һөрөргә трактор төшөргәндәр. Р. Низамов. Тәкәңде йәлләп, һуймай йөрөй инең, бына йәтеш булды ла баһа, тип көлә, етмәһә. Н. Мусин.
ЕТӘ I (Р: следом за; И.: after; behind; T: sonra) бәйл.
Төбәү килештәге һүҙҙәр менән кемдеңдер йәки нимәнеңдер артынан булған урынды белдерә; кемгәлер эйәрә; ҡала. □ Вслед за .. , следом за .. , вослед. Әнүәргә етә Мөнәүәр тигән улы бар. Мәфрүзәгә етә мин.
ЕТӘ II (Р: очень; И.: very; T: çok) р. диал.
Бигерәк, үтә. □ Очень, слишком. ■ Төн уртаһы еткәс, бер ҡыҙ илай, етә бәхеттәрем юҡ-юҡ тип. Халыҡ йырынан.
ЕТӘГЕҺЕ (Р: последующий; И.: following; T: bir sonraki) с. диал.
Артынса килгәне. □ Последующий. Быға етәгеһе.
ЕТӘК (етәге) (Р: вождение за руку; И.: walking by leash; T: elini tutarak yürümek) u.
1. Ҡулдан йәки теҙген, бау менән тотоп алып барыу, йөрөтөү. □ Вождение за руку, вождение в поводу или на поводке, идти за руку, идти в поводу или на поводке. Етәктә барыу. Етәктә йөрөү. Етәккә йөрөү. Етәккә яҡшы йөрөгән ат. ■ Карабай етәктәге аттарҙың береһенә Сарыбайҙы мендерә. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу».
2. күсм. Йүнәлеш биргән эшмәкәрлек; юлбашсылыҡ, етәкселек. □ Руководство, водительство. Берҙәм Рәсәй партияһы етәгендә йөрөү. Һис кем етәгенә бармау. • Карты бар өйҙөң китабы бар, китабы бар өйҙөң етәге бар. Мәҡәл.
♦ Етәктә бау өҙмәй йөрөү кеше ыңғайлы, тыңлаулы булыу. □ Быть уступчивым, покладистым.
ЕТӘКЛӘТЕҮ (етәкләт-) ҡ. йөкм. ҡар. етәкләү 1, 2, 4. понуд. от етәкләү 1, 2, 4. Етәкләтеп барыу. Малды етәкләтеп ебәреү.
574