Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 580 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЖАҺ
Ҡаты бәғерле, бәғерһеҙ; яфалаусы.
□ Мучающий; бессердечный, бездушный, жестокий. Жафи кеше. Жафи булыу.
ЖАҺ [фарс, »и] (Р_: высокий ранг; И.: high title, rank; T.: cah) и. иҫк. кит.
Дәрәжә, юғары урын, абруй, абруйлы исем. □ Высокое положение, высокий ранг; звание, авторитет, чин, сан. ■ Әгәр бирһәң бер залимға ихтыярлыҡ золом менән жаһ, дәуләт ҡулға керһә, һәр кешегә берәр торло зарар итер. М. Ғафури.
ЖАҺИЛ [ғәр. с. диал. ҡар. яһил 1, 2. Жаһил булыу.
ЖАҺИЛАНӘ [ғәр. (Р.: по неведению; И.: through ignorance; T.: cahilane) р. иҫк. кит.
Наҙандарса, ғилемһеҙ, аңһыҙ рәүештә, белмәйенсә. □ По неведению, по незнанию; как невежда, безграмотно, невежественно, глупо. Жаһиланә фекерҙә булыу.
ЖАҺИЛИ [ғәр. (Р.: невежественный; И.: ignorant; T.: cahil) с. иҫк. кит.
1. Наҙан, ғилемһеҙ, белемһеҙ, аңһыҙ.
□ Невежественный, необразованный, безграмотный. Жаһили әҙәм.
2. Ислам осорона тиклемге дәүергә ҡараған. □ Доисламский. Жаһили дәуерҙәр.
ЖАҺИЛИӘТ [ғәр. (Р.: безграмотность; И.: illiteracy; ignorance; T.: cahiliyet) и. иҫк. кит.
1. Белемһеҙлек, томаналыҡ, наҙанлыҡ, аңһыҙлыҡ. □ Безграмотность, невежество; невежественность. ■ Жаһилиәткә гуйә ҡәрҙәше батмышта уҙе хайран. С. Яҡшығолов. Р. Фәхретдинов жаһилиәттән ҡотолоуҙың тубәндәге шарттарын курһәтә: «.. Һәр айылда ирҙәр һәм ҡыҙҙар .. мәктәбе асыу .. » Ә. Харисов, һәр бер эштә ғораз берлән талашабыҙ, аһ, жаһилиәт майҙанында аҙашабыҙ. Бәйеттән.
2. Исламға тиклемге дәүер; мәжүсилек.
□ Доисламский период; язычество. Жаһилиәт заманы.
ЖВАН [рус.] и. диал. ҡар. банка 1.
ЖГУТ [рус.] (Р: жгут; И.: tourniquet; T.: burulmuş bez parçası) и. мед.
1. Яраның ҡанын ваҡытлыса туҡтатыу өсөн аяҡ-ҡулды быуа торған бау. □ Жгут. Жгут ҡулланыу. Жгут һалыу.
2. ҡар. бау 1.
ЖЕЙӘН и. диал. ҡар. ейән. Жейән ҡыҙ. Жейән ул.
ЖЕЛАТИН [рус. < лат. gelatus ‘туңып ҡатҡан’] (Р: желатин; И.: gelatin; T.: jelatin) и.
Хайуандарҙың һөйәге, тарамыштарынан ҡайнатып яһалған кулинарияла, техникала, медицинала һәм фото эшендә ҡулланылыусы аҡһым матдә. □ Желатин. Желатин ебетеу. Желатин етештереу. Желатин менән ҡатырыу. Торттың өҫкө йөҙөнә желатин ҡатнашмаһы йәйеу.
ЖЕЛЕ [рус. < фр.£е/ее ‘туңған’] (Р: желе; И.: jelly; T.: jöle) и. кул.
Яңы бешкән йә туңдырылған еләк-емешкә желатин ҡушып әҙерләнгән ашамлыҡ.
□ Желе. / Желейный. Эремсек менән еләк желеһы.
ЖЕН и. диал. ҡар. ҡыҙыл үңәс.
ЖЕНЬШЕНЬ [рус. < ҡыт.] (Р: женьшень; И.: ginseng; Т.: jinsen) и. бот.
Тамыры медицинала ҡулланыла торған Алыҫ Көнсығыш үҫемлеге. □ Женьшень (лат. Рапах). Женьшень тамыры. Женьшень менән дауаланыу. ■ Ҡан баҫымы ту-бәнәйһә, элеутерококк, лимонник, женьшень төнәтмәһен эсергә тәҡдим ителә. «Йәшлек», 12 ғинуар 2011.
ЖЕТОН [рус. < фр. jeton] и. (Р: жетон; И.: medal; counter; T: jeton) и.
1. Ниндәйҙер ойошманың ағзаһы икәнде билдәләп һәм берәй ваҡиғаның иҫтәлегенә йәки ярышта еңеүсегә бүләк итеп бирелә торған ҡалай значок (йәки медаль төрө).
□ Жетон. Жетон тапшырыу. Иҫтәлекле жетон.
2. Шартлы билдә булған йәки нимәгәлер хоҡуҡ биргән металл киҫәге йәки пластик дүнгәләк. □ Жетон. Уйын автоматтары жетоны.
3. хәрби. Б уғыш хәрәкәттәре мәлендә хәрбиҙәргә үлем осрағында кәүҙәһен танытыу
580