ЖИТЕК ЮЛ
тамғаһы булараҡ командование тарафынан бирелгән ҡалай киҫәге. □ Жетон. Хәрбиҙәр жетоны. ■ Ҡамауҙа ҡалған Ленинград халҡы суҡышында хат илтеусе ҡарлуғасты һынландырған жетонды туштәренә тағып йөрөткән. «Ағиҙел», № 3, 2010.
ЖИВОПИСЬ [рус.] и. ҡар. һынлы сәнғәт.
ЖИГАН [рус.] (Р.: жиган; И.: cheat; T.: yankesici, dolandırıcı) и. һөйл.
Алдашып, урлашып йөрөгән кеше.
□ Жиган. Ҡалала тамам жиганға әйләнеп бөткән. ■ Әллә толчокҡа сығып, жиган булып, кеҫәгә төшөп йөрөрһөңмө? С. Агиш.
ЖИҘ ҮЛӘНЕ и. бот. диал. ҡар. ҡылған.
ЖИЗИӘ [ғәр. .>] (Р.: подушная подать; И.: poll tax, capitation; T: cizye, kelle vergisi) и. иҫк. кит.
Ислам дәүләттәрендә мосолман булмаған кешеләргә йән башына һалынған яһаҡ (һалым). □ Подушная подать, которую платили в мусульманских странах иноверцы. Жизиә йыйыу.
ЖИЙМӘ и. диал. ҡар. ыйыҡ.
ЖИЛАН КҮҘ I ( Р: незабудка; И.: forget-me-not; T.: unutmabeni) и. бот. диал.
Күгәрсен күҙе. □ Незабудка (лат. Myosotis).
ЖИЛАН КҮҘ II (Р: ногтоеда; И.: whitlow; T.: dolama) и. мед. диал.
Тырнаҡ аҫтына сыҡҡан эренле шешек; күпертке. □ Ногтоеда, нарыв под ногтем. Жилан куҙ сығыу. Жилан куҙҙе дауалау.
ЖИЛД [ғәр. -^>] (Р: кожа; И.: leather; skin; T.: cilt) и. иҫк. кит.
1. Тире. □ Кожа, шкура. Жилден яҡшы тәрбиәләгән.
2. Китап тышы. □ Обложка книги.
3. Китаптың бер данаһы йәки бер томы.
□ Экземпляр или том книги. ■ Ҡалын бер жилд [Аҡмулланың] уҙ шиғырҙарының вә башҡа ваҡиғаларҙың мөсәууә-дәләренән ғибәрәт икәнлеге мәғлум булды. Р. Фәхретдинов. Беҙ кургән тәуарих Зөлҡәрнәйеңдең ун бишенсе жилдендә, йәғни китабында. М. Өмөтбаев.
ЖИЛЕТ [рус. < фр. gilet] (Р: жилет; И.: waistcoat; T: yelek) и.
Еңһеҙ, яғаһыҙ ҡыҫҡа кейем. □ Жилет. / Жилетный. Ҡатын-ҡыҙҙар жилеты. Жилет кейеу. ■ [Бимрановтың] ғәжәп килешле жилет кеҫәһенән көмөш сәғәт сылбыры .. куренеп тора. 3. Биишева.
ЖИЛХУЗ (Р: сумасброд; И.: madap; T.: zıpır) и. диал.
1. Еңел холоҡло, дыуамал кеше. □ Сумасброд. / Сумасбродный. Жилхуз ир. Жилхуз булыу.
2. миф. ҡар. ен-пәрей.
ЖИМ и. диал. ҡар. ем 1.
ЖИРАНТ [рус. < ит. jirante} (Р: жирант; И.: endorser; T: ciranta) и. фин.
Индоссамент буйынса ҡиммәтле ҡағыҙҙы башҡа кешегә тапшырған кеше; индоссант. □ Жирант.
ЖИРАФ [рус. < фр. girafe < ғәр. <*Ь5] (Р: жираф; И.: giraffe; T: zürafa) и. зоол.
Оҙон муйынлы, оҙон аяҡлы сыбар төҫтәге Африка хайуаны. □ Жираф (лат. Giraffa Camelopardalis). Ҡыҫҡа муйынлы жираф. М Иҙел аръяғында, оҙон муйынын һуҙып ағас япрағы ашай торған жираф кеуек, төтөнлө завод торбаларын юғары кутәргән ҡалаға ла алыҫ ҡалмай. И. Насыри.
ЖИР КЕНДЕК (кендеге) и. диал. ҡар. инеш 1,1.
ЖИСЕМ [ғәр. ^] (Р- тело; И.: matter; body; T: cisim) и. иҫк. кит.
Есем. □ Тело. / Телесный. ■ Мең мәртәбә артыҡ булыр ине һоҡланыуҙан сонға жисеменә. Т. Йәнәби.
ЖИСМАНИ [ғәр. ^^] (Р: телесный; И.: corporal, physical; T: cismani) с. иҫк. кит.
1. Есем сифатындағы, есмани; тән менән кәүҙәгә бәйле, физик. □ Телесный, физический. ■ Жисмани көс менән аҡыл көсөн бергә егеп алға ҡыуабыҙ. Ғ. Хәйри. Улар [палачтар] рухани ҙа, жисмани ҙа улгәндәр. Ш. Фидаи.
2. Матди, матдәгә ҡараған. □ Вещественный.
ЖИТЕК ЮЛ и. диал. ҡар. етек юл 1, 2.
581