ЖИҺАД
ЖИҺАД [ғәр. (Р.: усердие; И.: industry; care; T.: çaba) и. кит.
1. Үҙеңде тәрбиәләүҙәге ныҡышлыҡ, тырышлыҡ; нәфсең менән көрәш. □ Самовоспитание, усердие, старание, прилежание. Эске жиһад. Жиһад курһәтеу.
2. дини. Изге һуғыш (һаҡланыу, ҡурғалау маҡсатындағы); йыһат. □ Священная война (оборонительного характера). ■ Бына тағы бер яңы йыр!.. Был булыр иң ахырғы, иң ҡаты, ҙур жиһад. 3. Биишева.
ЖИҺАН и. иҫк. ҡар. йыһан.
ЖИӘКЕ (Р.: домашняя шерстяная пряжа; И.: wool yarn; T: yün) и. диал.
Өйҙә орсоҡ менән иләнгән йөн еп. □ Домашняя шерстяная пряжа. Бейәләйгә жиәке әҙерләу.
ЖНЕЙКА [рус ] и. ҡар. урғыс. ■ Жнейкаға еккәндә, унан [Бурылдан] ҡотолор өсөн тип, Әпнасир малайы һаламы сығып торған мөйәтле ҡамыт кейҙергән. С. Агиш.
ЖОКЕЙ [рус. < тел. jockey] (Р: жокей; И.: jockey; T.: cokey) и. спорт.
Бәйгелә, ат ярышында ҡатнашҡан кеше (арбаға егелгән ат менән йәки һыбай)', бәйгесе. □ Жокей.
ЖОКҺОЗ (Р: несимпатичный; И.: unattractive, unsightly; T.: iğrendirici) с. диал.
һөймәлекһеҙ, һөйкөмһөҙ. □ Несимпатичный, отталкивающий.
ЖОҠА и. кул. диал. ҡар. йәймә.
ЖОМ [рус.] (Р: жом; И.: husks, marc; T.: baskı) и.
Шәкәр сөгөлдөрөнән ҡалған һығынды (мал аҙығы итеп ҡулланыла). □ Жом (сечка сахарной свёклы, отход свеклосахарной промышленности). Малдарға жом таратыу. Жом ашатыу. Киптерелгән жом. Әсегән жом.
ЖОМАДИӘЛАХЫР [ғәр. и.
иҫк. кит. ҡар. йомадиәлахыр.
ЖОМАДИӘЛӘҮҮӘЛ [ғәр. JVi и.
иҫк. кит. ҡар. йомадиәләүүәл.
ЖОМОШАҠ (жомошағы) и. диал. ҡар. лепкә.
ЖОНГЛЁР [рус. < фр. jongleur < лат. joculator ‘мәҙәксе’] (Р: жонглер; И.: juggler; T.: hokkabaz, jonglör) и.
Бер нисә нәмәне бер юлы оҫта ырғытып һәм тотоп алып уйнатҡан цирк артисы.
□ Жонглёр. Жонглёр булыу.
ЖОҢҠОУ (Р: медлительный; И.: sluggish, slow; T.: ağır kanlı) с. диал.
Яй ҡуҙғалыусан, ығыш, мыштыр (кешегә ҡарата). □ Медлительный, неповоротливый, копотливый (о человеке).
ЖОТ (Р: алчный; И.: grasping, mean, stingy; T.: cimri) и. диал.
Ҡомһоҙ, һаран. □ Алчный, жадный, скупой, скряга.
ЖӨУР-ӘЛӘМ [ғәр. j» + фарс. и. иҫк. кит. ҡар. михнәт. ■ Болим булмаҫ курмәгән нәху, вә кәлам, ғалим булмаҫ сикмәгән жоур-әләм. М. Өмөтбаев.
ЖӨББӘ [ғәр. <^>] (Р: джубба; H.:jubbah; T.: cüppe) и. иҫк.
Муллаларҙың оҙон еңле өҫ кейеме.
□ Джубба (вид одежды у мусульман). ■ Башына эшләпә, өҫтонә жөббә һымаҡ кейем кейгән .. һаҡаллы кеше мәсеттән сығып кырандасҡа ултырҙы. Д. Юлтый. [Зәйнәп-тең] куңелендә бик матур фәс менән жөббә кейгән оҙон буйлы,.. ҡара ҡашлы .. бер һурәт урынлашҡан. М. Ғафури.
ЖӨҒАЛӘ [ғәр. (Р: вознаграждение; И.: remuneration, compensation; T.: mükafat) и. иҫк. кит.
Бүләк, хаҡ. □ Вознаграждение, подарок, плата. Жөғалә биреу.
ЖӨДӘ I [фарс. *^>] (P: разлучённый; И.: done out of one’s share; T.: cüda) с. иҫк. кит.
Айырылған, яңғыҙ, бүленеп ҡалған.
□ Разлучённый, обделённый, обособленный. Жөдә хәл. Жөдә ваҡыт.
ЖӨДӘ II [фарс. '-*>] (Р: отдельно; И.: separately; T.: ayrı) р.
Айырым. □ Отдельно, обособленно.
ЖӨДӘ БУЛЫУ (жөдә бул-) (Р: расставаться; И.: part (with); T.: cüda düşmek) ҡ. иҫк. кит.
582