ЖУРНАЛИСТИКА
Айырылыу, айырылышыу, айырылыуға дусар булыу. □ Расставаться; разъединяться. // Расставание; разлука (с кем-л.). Иркеңдән жөдә булыу. ■ Һайрамаҫ былбыл да, булһа гөлстандан жөдә. М. Аҡмулла.
ЖӨЗЬИ [ғәр. (Р: мизерный; И.: scanty, meagre; T.: cüzi) с. иҫк. кит.
Бик аҙ дәрәжәлә булған, бәләкәй генә, остоҡ ҡына; әһәмиәтһеҙ. □ Мелкий, очень маленький, частичный, мизерный, незначительный, пустячный. ■ Тор урыныңдан, ҡыймылда, ынтыл, алға бар, ҡулыңда бар бит һинең бер жөзьи ихтыяр. С. Яҡшығолов.
ЖӨЗЬӘ [ғәр. *>] (Р: часть, доля; И.: part, portion; share; T.: cüz) и. иҫк. кит.
Бер бөтөндөң өлөшө; киҫәк, бүлек, бүлексә. □ Часть целого, частица, кусок, доля. Китаптың жөзьәһе. ■ Ҡөрьән 30 жөзьәнән тора. Ә. Бейешев. Берәй нәҫерле китаптың жөзьәһенән ятҡа яҙырға. М. Өмөтбаев.
ЖӨЗӘМ [ғәр. е1^] (Р- проказа; И.: leprosy; T.: cüzam) и. иҫк. кит.
Йоғошло тире ауырыуы; махау. □ Проказа. Жөзәм ауырыуы. Жөзәмде дауалау.
ЖӨНД [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. ғәскәр.
ЖӨНТӘФИ с. диал. ҡар. йөнтәҫ.
ЖӨНҮД [ғәр. <я^] и. иҫк. кит. ҡар. ғәскәр.
■ Жөнуд шаятинды тәржих ҡылып, унан һуң беҙҙе Хоҙай ормаҡ кәрәк. М. Аҡмулла.
ЖӨҢКӨҮ (жөңкө-) ҡ. диал. ҡар. сумыу.
ЖӨРЬӘТ [ғәр. ^] и. ҡар. йөрьәт.
■ Башҡалар ҙа уйлай уны, тик әйтергә жөрьәттәре етмәй. С. Агиш.
ЖӨСӨМБАШ и. диал. ҡар. торонбаш.
ЖӨҺД и. иҫк. кит. ҡар. жәһед.
ЖРЕЦ [рус.] (Р: жрец; И.: priest (of heathen religious cult)', T.: rahip) и.
1. Мәжүсиҙәрҙең дин башлығы, мәжүси йолаларҙы атҡарыусы. □ Жрец. Мысыр жрецтары. ■ Утҡа табыныуҙың уҙәге Әзербайжанда булған. Бында «мәңгелек уттар» янына һиндостан жрецтары храмдар төҙөгән. Д. Бураҡаев.
2. иҫк. кусм. әһел.
ЖУЙҠАНҺЫҘ(Р: непослушный; И.: disobedient, naughty; T.: söz dinlemez) с. диал.
Тәртипһеҙ, тыңлауһыҙ. □ Непослушный, недисциплинированный. Жуйҡанһыҙ бала.
ЖУҢҒАР [рус. джунгар < монг. джун-һар] (Р: джунгар; И.: princes heading the Oirat khanate; T: Oyrat hanlığının prensi) и. map.
1. XVII быуаттағы Ойрат ханлығының хөкүмәт башындағы кенәздәр төркөмө.
□ Князья во главе Ойратского ханства в XVII веке.
2. Ҡалмыҡтарҙың XVII—XVIII быуаттарҙағы атамаһы. □ Название калмыков в XVII-XVIII веках.
ЖУРНАЛ [рус. < фр. journal 'көндәлек’] (Р: журнал; И.: magazine; journal; T: dergi) и.
1. Китап һымаҡ итеп сығарылған ваҡытлы баҫма. □ Журнал. Айлыҡ, журнал. Балалар журналы. Әҙәби журнал. Журнал сығарыу. Журналға баҫыу. Журналға яҙылыу. Я 1927 йылда «Сәсән» исемле әҙәби журнал сығарыла башлай. 3. Шәрҡи.
2. Көндәлек хәлде теркәп бара торған ҡалын дәфтәр. □ Журнал (книга для записи). Вахта журналы. Класс журналы. Журналға яҙып барыу. ■ Сәғиҙә тулҡынланыуынан класс журналын алырға ла онотто. Уҡытыусылар булмәһенән сыҡкас, кире боролдо. М. Тажи.
ЖУРНАЛИСТ (журналисы) [рус. < фр. journalist] (Р: журналист; И.: journalist, pressman; T: gazeteci) и.
Журналистика менән шөғөлләнгән профессиональ хеҙмәткәр. □ Журналист. Сит ил журналисы. Журналистар йорто. Журналистар союзы. Журналист булыу. ■ Рабиға Ҡушаева һәләтле журналист була. Ул .. «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитендә йыш ҡына төрлө мәҡәләләр менән сығыш яһай. Картотека фондынан.
ЖУРНАЛИСТИКА [рус.] (Р: журналистика; И.: journalism; periodical press; T.: gazetecilik) и.
1. Гәзит, журнал, радио һәм телевидениелағы әҙәби-публицистик эшмәкәрлек.
□ Журналистика, публицистическая деятельность в журналах. Гәзит, журналистика
583