ЖӘБЕР
ЖЫЙТ-ЖЫЙТ (Р.: фьють-фьють; И.: sound imitative word; T: vız vız) оҡш.
Ҡапыл-ҡапыл жыйт иткән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание звукам, издаваемым быстро пролетающими предметами: фьють-фьють. ■ Ун алты ракета, ҡойроғонан ут көлтәһе бырғып, .. жыйт-жыйт итеп оса ғына, ти. Й. Солтанов.
ЖЫЙЫЛДАУ (жыйылда ) (Р: проноситься со свистом; И.: whizz by; T.: vızıldamak) ҡ.
1. Жый-жый итеү, жый-жый килеү.
□ Проноситься со свистом. Жыйылдап тороу. Снаряд ярсыҡтары тирә-яҡҡа жыйылдап төшә.
2. кусм. Ҙур тиҙлектә хәрәкәт итеү.
□ Быстро промчаться, пролететь. ■ Жыйылдап утеп торған автобустарға ҡулдар һуҙыла. А. Ғирфанов.
ЖЫЙЫНҺЫҘ с. диал. ҡар. йыйнаҡһыҙ.
ЖЫЛАШТЫРЫУ («ж»лаштыр-) (Р: жекать; И.: pronounce with a zh sound; T: halk ağızlarında j ile konuşmak) ҡ.
Башҡорт теленең ерле һөйләштәрендә й, е, я фонемаларын ж өнөнә тартым итеп әйтеү — «ж»лаштырыу (мәҫәлән, жиң (ең), жәй (йәй), жәймә (йәймә), жәйәу (йәйәу), жыйнолыу (йыйналыу), жарыу (ярыу), жай-лау (яйлау)). П Жекать. // Жекание. Жы-лаштырып һөйләу.
ЖЫЛЫЙ и. диал. ҡар. серетке.
ЖЫЛЫУ (жыл-) ҡ. диал. ҡар. шыуыу.
ЖЫУ (Р: вжж; И.: sound imitative word; T.: vız) оҡш.
Етеҙ хәрәкәтте, көслө ел тауышын белдергән һүҙ; жыж. □ Подражание звуку, возникающему при сильном порыве ветра или молниеносном движении: вжж. ■ Ыласын бик алыҫтан куҙ һала; килде, типте жыу итеп, өйрәк уны белмәй ҡала. М. Ғафури.
♦ Йөрәк жыу итеү ҡапыл ныҡ ҡурҡыу.
□ Сердце ёкнуло, сердце оборвалось (о сильном испуге). ■ Стой! Туҡта!..— тине командир. Беҙҙең йөрәктәр жыу итеп ҡалды. Ғ. Ғүмәр.
ЖЫУҮПАНЫУ (жыуаттан-) ҡ. диал. ҡар. ярамһаҡланыу.
ЖЫУ-ЖЫУ (Р: вжж-вжж; И.: onomatopoeic word; T.: vız vız) оҡш.
Ҡабат-ҡабат жыу иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам, возникающим при молниеносном движении: вжж-вжж. N Таң алдынан жыу-жыу килеп ниндәйҙер кәлтә-кәлтә ут осорға тотондо. Картотека фондынан.
ЖЫУЛАУ (жыула-) (Р: шуметь; И.: make a noise; be noisy; T.: gürültü etmek) ҡ.
Жыу итеү, жыу килеү. □ Шуметь. ■ Ел жыулай, ҡар туҙҙыра. Д. Юлтый.
ЖЫУЫЛДАТЫУ (жыуылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. жыуылдау 1, 2. понуд. от жыуылдау
1,2. Жыуылдатып әйләндереу.
ЖЫУЫЛДАУ (жыуылда-) (Р: сильно шуметь; И.: make a heavy noise; T.: vızıldamak) ҡ.
1. Жыу-жыу итеү. □ Сильно шуметь. Жыуылдап әйләнеу.
2. кусм. Ҡурҡып өлпөлдәү (йөрәккә ҡарата). □ Колотиться от страха (о сердце).
■ Иршаттың йөрәге жыуылдап китте, аяҡ бармаҡтарына тиклем эҫелек йугереп утте. К. Мәргән.
ЖӘББАР I [ғәр. (Р: могущественный; И.: powerful, mighty; Т.: cabbar) с. иҫк. кит.
Бик ҡеүәтле, ҙур көскә эйә булған. □ Могущественный, могучий; сильный, мощный.
■ Әуәлдәрем иҫемдә ине, был иҫемдә юҡ, ҡаза етһә бирә икән жәббар Хоҙай. М. Аҡмулла.
ЖӘББАР II (Р: Аллах; И.: the Most High; T.: cebbar) и.
Алла исемдәренең береһе. □ Всевышний (эпитет Аллаха).
ЖӘБЕР [ғәр. (Р: гнёт, притеснение; И.: oppression; T.: ceberut) и. иҫк. кит.
1. Физик йәки рухи йәбер, яфа, ирекһеҙләү, золом. □ Угнетение, гнёт, притеснение, принуждение, насилие; обида. ■ Нишләйһең һуң, беҙгә тәҡдирҙең зәһәрле жәбере был. Ш. Бабич.
2. ҡар. алгебра. Жәбер дәресе.
585