ЗАДАНИЕ
Шахтала ер өңөүсе (сабыусы) кеше.
□ Забойщик. ■ Шахтаға төшөу менән, хәл дә йыймай, гудок тауышы ишетелгәнсе, забойсылар эш башланы. Картотека фондынан.
ЗАБУН [фарс. ûjü] с. ҡар. зәбун.
ЗАВОД [рус.] (Р.: завод; И.: factory; plant; T.: fabrika) и.
1. Сәнәғәт һәм эре кәсепселек хужалығы. □ Завод. Моторҙар эшләу заводы. Завод идараһы. Завод хужаһы. Кирбес заводы. ■ Шунан яҙмыш уларҙы Баймаҡ, Миәс приискыларына ташлай, Белорет, Инйәр, Лапышты заводтарын да ҡалдырмайҙар. Б. Бикбай.
2. Тоҡомло йылҡы йәки ҡиммәтле балыҡ үрсетә торған хужалыҡ. □ Завод. Йылҡысылыҡ заводы. Балыҡсылыҡ заводы.
ЗАВОДСЫ (Р.: заводчик; И.: factory owner, mill owner; T.: fabrika sahibi) и. иҫк.
Завод хужаһы. □ Заводчик. Урал заводсылары. ■ Икенсе баштан бер килке урыҫтар тирмәнсе Яков, тире заводсыһы Иван, Павел, сауҙагәр Александр, тағы әллә кемдәрҙең, һыҙғыра-һыҙғыра зыҡ ҡубып, гармун тартып килгәндәре куренә. Т. Хәйбуллин.
ЗАВУННАНЫУ (завуннан ) (Р: грустить; И.: be sad, blue; T: mahzun olmak) ҡ. диал.
Эс бошоу. □ Грустить. Завуннанып йөрөу. Завуннанып ултырыу.
ЗАГОВОР [рус.] (Р: заговор; И.: conspiracy, plot; T: komplo) и.
Билдәле бер маҡсат менән йәшерен һүҙ ҡуйышыу; аҫтыртын килешеү. □ Заговор. Заговор ҡороу. Заговорҙың асылыу ы.
ЗАГОВОРСЫ (Р: заговорщик; И.: conspirator, plotter; T: komplocu) и.
Аҫтыртын килешеүҙә ҡатнашыусы.
□ Заговорщик. Заговорсылар төркөмө.
ЗАГОН [рус.] (Р: загон; И.: stretch cot; T: sokma) и.
1. Бер буй баҫыу ере; буй. □ Загон. ■ Ана, баҫыу карабы ла куренде. Уттарын йылтырата-йылтырата загон буйлап комбайн уҙып китте. Ә. Вәли.
2. Көтөүлектең кәртәләп алынған бер өлөшө; кәртә, ялан кәртәһе. □ Загон. ■ Кө-төулек участкаларға һәм загондарға буленде. Картотека фондынан.
ЗАГРАЖДЕНИЕ [рус.] и. ҡар. кәртә 3.
ЗАГС [рус.] (Р: запись актов гражданского состояния; И.: registry office; T: nüfus ve nikah dairesi) u.
Никахты теркәү, яҙылышыу бүлеге. □ ЗАГС (запись актов гражданского состояния). ■ [Тәзкирә:] Ҡуй, әсәй, улай мәшәҡәтләнеп тормайыҡ, ваҡыт та һуң, иртәгә загсҡа барып яҙылырбыҙ ҙа... Н. Мусин.
ЗАГСЛАУ (загсла-) ҡ. һөйл. ҡар. никахты теркәү.
ЗАГСЛАШЫУ (загслаш-) ҡ. һөйл. ҡар. яҙылышыу. Йәйен загслашып та ҡуйҙылар.
ЗАГСЛЫ (Р: зарегистрированный; И.: registered {about marriage)’, T.: kaydedilmiş) c. һөйл.
Загс тарафынан теркәлгән; загстан үткән, никахҡа ингән. □ Зарегистрированный. Загслы никах.
ЗАГСҺЫҘ (Р: незарегистрированный; И.: unregistered; T.: kaydedelmemiş) с. һөйл.
Загс тарафынан теркәүһеҙ. □ Незарегистрированный. Загсһыҙ никах.
ЗАҒФОРАН [ғәр. и. ҡар. зәғферән I.
ЗАДА I [фарс. oJj] (Р: сын; И.: son; T.: zade) и. иҫк. кит.
1. Ир бала. □ Сын, дитя (мальчик).
2. Нәҫел-нәсәп, сығыш. □ Родня. ■ Латифа задажың берлә, Ләбибә әуләдең берлә, ки бағдан гөлзадың берлә сәлим булың, доға бездин. Ғ. Соҡорой.
ЗАДА II [фарс. öjIj] (Р: сын; И.: son; T.: zade) и. иҫк. кит.
Ҡушма һүҙҙәрҙең «кемдеңдер улы» тигән мәғәнәне аңлатҡан икенсе өлөшө. □ Вторая часть сложных слов, вносящая значение «сын такого-то». Ханзада. Шаһзада. ■ Карачәч сылыу бер шәһәрзаданың ҡызы ирде, Сәхипжамалирде. «Буҙйегет ҡиссаһы».
ЗАДАНИЕ [рус.] и. һөйл. ҡар. йөкләмә. Хәрби задание. ■ Самарҙа улар Вася Сер-
589