ЗАДАТКА
геев менән өс көн буйынса, төрлө юлдар һәм төрлө ауырлыҡтар аша утеп, ҡорал ташыу заданиеһын утәнеләр. һ. Дәүләтшина. Ошоға тиклем ашлыҡ тапшырыу буйынса Гәрәй Шаҡмановҡа ҡаты задание бирелмәгән икән. Б. Бикбай. Артель эшенә һаман кеше етешмәгәс, быйыл әсәйемә өс тонна бесән эшләп бирергә задание һалдылар. Н. Мусин. Тракторҙың башында тракторист ултыра. Бер көнлөк заданиеһын ярты көндә тултыра. Бәйеттән.
ЗАДАТКА [рус.] (Р.: задаток; И.: deposit; T.: öncelik, pey) и. һөйл.
1. Биреләсәк аҡса өлөшө. □ Задаток. ■ Ауылдарҙа кемдәр уҙ ерен вечнийға һатырға уйлағанын белеп алып, задатка фәлән биреп ҡуйырға ла, аҡсаны хәҙер ук туплай торорға кәрәк. һ. Дәүләтшина.
2. Һәләт. □ Задатки. Һурәт төшөрөугә задаткаһы бар.
ЗАДЕЛ [рус.] (Р.: задел; И.: work; T.: işin yapılmış kısmı) и. һөйл.
Башлап ҡуйылған эш; нигеҙ. □ Задел.
ЗАЕЗД [рус.] (Р: заезд; И.: heat; T: koşu) и.
1. спорт. Урау, урап килеү (бәйгелә, ярышта һ. б.). □ Заезд. Һуңғы заезд. ■ Үткәрелгән ун бер заезда юртаҡтар уҙышты һәм бер заезда аттар сабышты. И. Абдрахманов.
2. Ял итеүселәр төркөмөнөң шифахана, ял йорто, лагерға һ. б. килеүе. □ Заезд. Шифаханала заезд көнө йәкшәмбегә тура килде. Заезд тамамланды.
ЗАЁМ [рус.] (Р: заём; И.: loan; T: istikraz) и.
Граждандар хоҡуғы буйынса билдәле бер шарт менән бурысҡа (үтескә) аҡса туплауҙан ғибәрәт булған финанс килешеүе һәм шул шарт менән бурысҡа бирелгән аҡса. □ Заём. Заём биреусе. Заём алыусы. Дәуләт заёмы. Заёмға яҙылыу. Заёмға аҡса алыу. ■ Хәҙерге ваҡытта ситтән сығарыу заёмға бәйләнгән. Былай ҙа һуғыш бурысы миллиард менән иҫәпләнә. Д. Юлтый.
ЗАИҒ ИТЕҮ (заиғ ит-) (Р: тратить время зря; И.: squander time; T: zayi etmek)
Заяға үткәреү (ваҡыт, ғумер һ. б. тураһында). □ Тратить зря (о времени).
■ Һөйләшмәй, тик торор булһам: «Был жаһил, имеш, нисә йылдар мәдәристә ғумер заиғ итәр», — тиҙәр. Ғ. Кейеков.
ЗАИЛ [ғәр. JjIj] (Р: преходящий; И.: short-term; T.: kısa süreli) с. иҫк. кит.
Ҡыҫҡа ваҡытлы, мәңгелек түгел, үтә (бөтә) торған, бер мәллек кенә. □ Преходящий, недолговечный; кратковременный, мимолётный.
ЗАИЛ БУЛЫУ (заил бул-) (Р: иссякать; И.: run out; disappear; vanish; T.: zayi etmek) ҡ. иҫк. кит.
1. Юҡҡа сығыу, бөтөү (ваҡыт тураһында). □ Иссякать, исчезать; заканчиваться, проходить (о времени); пропасть.
■ Ғәзиз ата балаһы инем, булдым заил, айырылмаҡты тәҡдир ҡылды мәуләм йәлил. Бәйеттән.
2. Нимәнәндер мәхрүм булыу. □ Быть лишённым, лишиться чего-л.; потерять рассудок, лишиться рассудка. Аҡылдан заил булыу.
ЗАЙНАТЫУ (зайнат-) (Р: мастерски играть на музыкальных инструментах; И.: play musical instruments skillfully; T.: ustalıkla çalmak) ҡ. һөйл.
Моңло, яңғырауыҡлы итеп йырлау йәки уйнау; сыңғыратыу. □ Звонко петь или мастерски играть на музыкальных инструментах. ■ Мут тимәҫлекме ни Игнатты ла, .. тынлыҡты ярып, килә-килешләй тальянын зайнатып ебәрҙе бер заман. А. Мағазов.
ЗАЙЫҒ [ғәр. ёН (Р.: потерянный, пропавший зря; И.: lost; T.: zayi) с. иҫк. кит.
Әрәм, зая үткән, юҡҡа сыҡҡан. □ Потерянный, погубленный, пропавший зря.
■ Ҡайһылары ун йыл ята, оҙаҡ ҡалған, «эш»тәре Петербурға оҙап ҡалған, һиммәтле ниндәй ирҙәр; зайығ булып, аяғы ҡешән менән тоҙаҡланған. М. Аҡмулла.
♦ Аҡылға зайығ аҡылға зәғиф. □ Неумный.
ЗАКАЗ [рус.] (Р: заказ; И.: order; Т.: sipariş) и.
590