Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 591 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАКОН БОҘОУСЫ
Алдан бирелгән, ҡушылған, әйтелгән һорау, үтенес, эш. □ Заказ. Индивидуаль заказ. Заказ алыу. ■ Ашханаға алпан-толпан атлап берәу килеп керҙе һәм буш өҫтәл артына барып ултырҙы ла уҙенән заказ алыуҙарын туҙемле генә көтә башланы. М. Кәримов. Мин әйтәм, беҙ уҙебеҙ һуғышҡа ҡаршы кешеләр, тимен, улар әйтә, һеҙ, тиҙәр, һуғыштан алынып, заказ буйынса бында килтерелгән һалдаттар. Д. Юлтый.
ЗАКАЗНИК (заказнигы) [рус.] и. ҡар. ҡурсаулыҡ. ■ Республикала «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты .. составына федераль һәм республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары индерелде. Улар — «Шулгәнташ» ҡур-саулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтынан, 16 апрель 2012.
ЗАКАЗСЫ (Р.: заказчик; И.: customer, client; T.: müşteri) и.
Заказ биргән кеше йәки ойошма. □ Заказчик. Заказсы теләге. Заказсыға эште ваҡытында тапшырыу. Заказсының дәғуәһе. Заказсы хоҡуғы. ■ Төҙөлөш ойошмаһы заказсы менән әҙер продукция өсөн генә иҫәпләште. Йорттар графикта курһәтелгән ваҡытҡа әҙер булдылар. «Башҡортостан», 10 октябрь 2006.
ЗАКАТ [ғәр. Ы£у] и. ҡар. зәҡәт.
ЗАКАТЛЫ с. ҡар. зәҡәтле.
ЗАКАТСЫ и. ҡар. зәҡәтсе.
ЗАКИР [ғәр. >Ь] (Р: упоминающий; И.: one who mentions; T.: zikir) и.
1. Телгә алыусы, иҫкә алып һөйләүсе. □ Упоминающий, называющий, вспоминающий.
2. иҫк. Зекер әйтеүсе. □ Восхваляющий, славословящий (Аллаха в своих молитвах). ■ Атаһының ураҙала булып, намаҙ уҡып, зекер-тәсбих әйтеп йәшәуен, закир булыу һәләтен иҫкә алдылар. «Башҡортостан», 18 июнь 2011.
ЗАКИСЬ [рус.] и. ҡар. әсемә.
ЗАКЛАД [рус.] (Р: заклад; И.: mortgage; T.: tutu) и. һөйл.
1. Нимәгәлер аманат булып торған мал-мөлкәт. □ Заклад. К Шул тариҡса Бло-хинда һәмишә артыҡ ер ҡалды. Заманында Ҡаратау, йәғни Аҡбирҙе тауы яландары менән, генераль план алынғас, Өфөнөң Минаев исемле чиновнигына закладҡа һалынып, бәғдә губерна идараһы ул ерҙе торг менән һатҡанда, Өфөнөң беренсе гильдия купецы Кондратий Игнатьевич Блохин һатып ал-мыш икән. М. Өмөтбаев.
2. иҫк. Бәхәсләшкәндә отош булып торған аҡса, нәмә һ. б. □ Заклад. И Бына йәштәр туңәрәгендә көрәш башланып китте, һәм тамашасылар еңеусе өсөн заклад һалып бәхәсләштеләр. Картотека фондынан.
ЗАКОН [рус.] (Р: закон; И.: law; T: yasa) и.
1. Дәүләт власының юғарғы органы тарафынан тейешле тәртиптә ҡабул ителгәндән һуң, юғары юридик көскә эйә булған норматив акт; ҡанун. □ Закон. Закон проекты. Закондар йыйынтығы. Законға лайыҡ. Закон буйынса. Законға ҡаршы. Закон сығарыусы. ■ Заманында бай булған был ерҙәрҙә тулы урман менән ҡорт, мал-тыуар ҙа, кумәк ғәскәр һәм закон ярҙамында ҡарар тапты сауҙагәрҙәр сауҙаһында. М. Өмөтбаев. • Заманына курә законы. Мәҡәл. Яғаһы юҡ тун булмаҫ, законы юҡ ил булмаҫ. Мәҡәл.
2. Ҡағиҙә, тәртип, заң. □ Порядок. Һәр бер нәмәнең уҙ законы бар.
3. Төрлө күренеш араһындағы объектив бәйләнеш; сәбәп менән һөҙөмтә араһындағы эске бәйләнеш; ҡанун. □ Закон. Йәмғиәт закондары. Тәбиғәт закондары. Энергияның һаҡланыу һәм уҙгәреу законы.
ЗАКОН БОҘОУ (закон боҙ-) (Р: нарушить закон; И.: break the law; T: suç işlemek) ҡ.
Законды (ҡанунды) үтәүҙән тайшаныу. □ Нарушить закон. // Правонарушение. Закон боҙоуға юл ҡуймау.
ЗАКОН БОҘОУСЫ (Р: правонарушитель; И.: infringer of the law; T: suçlu) и.
591