Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 592 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАКОН БУЙЫНСА
Ҡанундан тайпылыусы, башбаштаҡлыҡ ҡылыусы. □ Правонарушитель. Закон боҙоусыны яуапҡа тарттырыу.
ЗАКОН БУЙЫНСА (Р. законно; И.: lawfully; T.: kanun gereğince, kanuni olarak)/?.
Законға (ҡанунға) нигеҙләнгән, законға (ҡанунға) ярашлы. □ По закону, законно. Закон буйынса эш итеу. Закон буйынса ҡуйылған талап.
ЗАКОНҒА ҠАРШЫ (Р.: противозаконный; И.: unlawful; T.: yasaya aykırı) с.
1. Ғәмәлдәге законға ҡаршы йүнәлтелгән. □ Противозаконный, против закона. Законға ҡаршы ризаһыҙлыҡ акциялары ойошторола.
2. Ҡанунды боҙған, ҡанунға һыймаған, ҡанунға кире мөнәсәбәтле. □ Противозаконный, противозаконно. Законға ҡаршы ҡарар нигеҙендә баҡсаны hymen ташлау.
ЗАКОНДАР ЙЫЙЫНТЫҒЫ (Р: свод законов; И.: code of laws; T.: düstur) и.
Тематика буйынса ғәмәлдәге закондар теркәлгән рәсми тупланма. □ Свод законов. Закондар йыйынтығын тулыландырыу.
ЗАКОНЛАШТЫРЫЛЫУ (законлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. законлаштырыу, страд, от законлаштырыу. Законлаштырылған тәртип.
ЗАКОНЛАШТЫРЫУ (законлаштыр-) (Р: узаконивать; И.: legalize; T.: yasallaştırmak) ҡ.
Закон менән нығытыу, законлы итеү.
□ Узаконивать. // Узаконение чего.
ЗАКОНЛАШЫУ (законлаш-) (Р: узакониваться, принимать законную силу; И.: legitimize; legalize; T.: yasallaşmak) ҡ.
Закон төҫөн алыу, законға әйләнеү.
□ Принимать законную силу.
ЗАКОНЛЫ (Р: законный; И.: legal; T.: yasal) с.
1. Закон (1) менән нығытылған, законға нигеҙләнгән, законға ярашлы, тейешле көскә эйә. □ Законный. Законлы вариҫ. Законлы хоҡуҡ. ■ Законлы никах менән ҡотлағыҙ, ағайым, — тип яуапланы ул, ауыҙын киң йырып, — бына тиҙҙән икебеҙ ҙә отпускы
алабыҙ ҙа бөтә Нижегородканы шаулатып туй яһарбыҙ, тип торабыҙ, Алла бойорһа. Д. Исламов.
2. Объектив законға (3) буйһонған.
□ Закономерный. Законлы куренеш. Законлы тарихи процесс. ■ Был ҡурҡыныс, ләкин һис бер юл менән дә ҡотолоу мөмкин булмаған ҡаты законлы сигнал, электр тогы һымаҡ, бөтә әҙәмдәргә бәрелеп, уларҙың бөтә ихтыярҙарын параличланы. Һ. Дәүләтшина.
3. кусм. Дөрөҫ, нигеҙле. □ Обоснованный, законный. Законлы талап.
ЗАКОНЛЫҠ (законлығы) (Р: законность; И.: lawfulness, legality; T.: yasallık) и.
1. Закон (1) менән нығытылған, законға нигеҙләнгән хәл. □ Законность. Ҡарарҙың законлығы. Законлыҡты нығытыу. Законлыҡты һаҡлау. Талаптарҙың законлығы.
2. Объектив законға (3) буйһонған хәл.
□ Закономерность. Тәбиғәттең уҫеш законлығы.
ЗАКОН НИГЕҘЕНДӘ (Р: на законном основании; И.: lawfully; T.: kanuni olarak)/?.
Законға (ҡанунға) таянған, закон менән нығытылған. □ На законном основании, на основании закона. Закон нигеҙендә уҙгәртеу.
ЗАКОНСА (Р: по закону; И.: by law; T.: kanunen)/?.
Законға ярашлы, закон буйынса. □ По закону. Законса эшләу. Законса хәл итеу. ■ [Туҡтамышев:] Рыҫҡол, ҡаҙнаны бик онота башланың әле. Ахыры законсараҡ һөйләшергә тура килер. Б. Бикбай.
ЗАКОНСЫ (Р: законовед; И.: lawyer, jurist, legal expert; T.: hukukçu) и.
1. Закон (1) сығарыусы. □ Законовед, юрист. Законсылар йыйылышы. Законсы раҫ-лауы.
2. Законды (1) белгән кеше. □ Законовед. Законсы булып китеу.
ЗАКОН СЫҒАРЫУСЫ (Р: законодатель; И.: legislator, law-giver; T.: kanun yapıcı) и.
Ҡанундар сығарыуға хоҡуҡлы һәм дәүләт акттары булараҡ закондарҙы (ҡанундарҙы) ҡабул итеүсе дәүләт органы. □ Законодатель.
592