Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 593 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАЛИМ ЙӘЛЛӘТ
ЗАКОНҺЫҘ (Р.: незаконный; И.: lawless, illegal, unlawful; T.: yasadışı) c.
Закон менән нығытылмаған, законға ярашһыҙ. □ Незаконный, беззаконный. Законһыҙ эш. Законһыҙ йәшәу. Законһыҙ эшләу. ■ Беҙ ни, әлеге һинең менән һөйләшкәнсә, Кузьмин утарына законһыҙ ҡушылып киткән уҙебеҙҙең ерҙәр тураһында берәй эш сығарып булмаҫмы икән тип, шул яҡта йөрөп әйләнергә сығып киткәйнек. Һ. Дәүләтшина.
ЗАКОНҺЫҘЛЫҠ (законһыҙлығы)
(Р.: беззаконие; И.: illegality, lawlessness; T.: kanunsuzluk) и.
Законға (1) һыймаған эш-хәл; башбаштаҡлыҡ. □ Беззаконие. Законһыҙлыҡ эшләу. Законһыҙлыҡҡа юл ҡуйыу. Законһыҙлыҡты йәшереу. Законһыҙлыҡ хөкөм һөрөуе. Законһыҙлыҡ осоро. ■ Бер ниндәй ҙә алмашыу булмаған бит! Ә законһыҙлыҡты йәшереу өсөн уйлап сығарылған алдашыу был. «Һәнәк», № 2, 2008.
ЗАКРОЙ [рус.] (Р.: закрой; И.: groove; helter-skelter; T.: döşeme) и. архит.
Параллель таҡталарҙың бер-береһенә индерелеп ҡуйылған беркетмәһе. □ Закрой (соединение параллельных досок, при котором край одного из этих элементов перекрывается соседним благодаря срезу или ступеньке на стыке). ■ Ҡаҙарманың иҙәне закрой булмаҫ, буй булыр. Халыҡ йырынан.
ЗАКУП (закубы) [рус.] (Р: закуп; И.: purchase; T.: köylü) и.
1. тар. Ер биләүсенең хужалығында эшләп түләү шарты менән бурысҡа аҡса алып, бойондороҡлоҡҡа төшкән крәҫтиән.
□ Закуп. Рәсәй закуптары. Закуп хоҡуғы.
2. иҫк. Дәүләттең халыҡтан аҙыҡ-түлек, мал йәки башҡа нәмә һатып алыуы. □ Закупка. / Закупочный. Закуп йыйыу. Закуп комиссияһы. Закуп хаҡы. Закуп һатыу.
ЗАКУПСЫ (Р: закупщик; И.: purchaser, (wholesale) buyer; T.: mubayaa memuru) u.
1. иҫк. Закуп алған дәүләт ойошмаһы йәки закуп йыйған кеше. □ Закупщик.
2. һөйл. Күмәртәләп һатып алыусы.
□ Закупщик.
ЗАКУСОЧНЫЙ [рус. закусочная] и. һөйл. ҡар. тәғәмхана.
ЗАҠЫМ [ғәр. eJj] и. ҡар. зәҡҡум 1, 2.
ЗАЛ [рус. < нем. Saat ‘йорт, бина’] (Р: зал; И.: hall; room; T.: salon) и.
1. Йыйылыш йәки башҡа күмәк сара өсөн тәғәйенләнгән ҙур бүлмә. □ Зал. Концерт залы. Спорт залы. Суд залы. Тамаша залы. ■ Театр залында бер нисә шәрҡ павильоны асылып, унда ҡатнашыу өсөн ҡалабыҙҙың хосуси сауҙагәрҙәренә лә рөхсәт биреләсәк. С. Агиш.
2. Ҡунаҡ, тантана өсөн тәғәйенләнгән киң бүлмә. □ Зал. М Был йорттарҙың оло урамға ҡараған бер ҙур залында Юлия һәм тағы ике врач кисә генә комиссиянан уткәрелгән ҡыҙылармеецтарҙың эштәрен оформить итеп ултыра ине. Һ. Дәүләтшина.
ЗАЛИМ I [ғәр. Д^>] (Р: жестокий; И.: despotic, cruel; T.: zalim) с.
Мәрхәмәтһеҙ, ҡаты бәғерле; ғәҙел булмаған. □ Деспотический, деспотичный; жестокий, несправедливый. Залим батша. Залим хөкумәт. Залим ир. Залим әҙәмдәр. ■ Үҙ диндәрен ҡорос ҡорал итеп, ҡан туккәндәр залим ҡарундар. Д. Юлтый. • Залим турә куп һөйләр, ғәҙел турә аҙ һөйләр. Мәҡәл.
ЗАЛИМ II [ғәр.^](Р: деспот; И.: despot; T.: zalim) и.
Иҙеүсе, йәбер-золом итеүсе. □ Деспот, притеснитель, тиран, угнетатель.
ЗАЛИМАНА I [ғәр.-фарс. ^Lb] (Р: жестокий, тиранический; И.: brutal; savage; T.: zalimane) с. иҫк.
Мәрхәмәтһеҙ, ҡаты бәғерле; залимдарға хас. □ Деспотичный, жестокий, тиранический, несправедливый.
ЗАЛИМАНА II [ғәр.-фарс. (Р.: жестоко; И.: cruelly; T.: zalimane) р. иҫк.
Мәрхәмәтһеҙ, ҡаты бәғерле. □ Деспотично, жестоко, тиранически, несправедливо.
ЗАЛИМ ЙӘЛЛӘТ [ғәр.-фарс.
(Р.: палач; И.: executioner; T.: zalim) и.
Баш киҫеүсе, язалаусы кеше. □ Палач. ■ Мәңгелеккә юҡҡа сыҡһын залим йәлләт ҡылысы! С. Рәхмәтуллин.
593