ЗАЛИМЛЫҠ
ЗАЛИМЛЫҠ (залимлығы) (Р.: деспотизм, тиранство; И.: despotism; T.: zalimlik) и.
Мәрхәмәтһеҙлек, ҡаты бәғерлелек; за-лимдарға хас тәбиғәт, сифат. □ Деспотизм, тиранство, тирания, жестокость, угнетение. Залимлыҡ итеу. Залимлыҡ ҡылыу. Залимлыҡ курһәтеу. ■ [Хәтимйән:] Шул ағайым залимлыҡ эшләй. Ә һин, ҡусты, ҡайғырма, тиһең, өгөт бирәһең. Ғ. Лоҡманов.
ЗАЛОГ [рус.] (Р.: залог; И.: deposit; T.: tutu) и.
1. Бурысҡа алған аҡса урынына ҡалдырып торолған нәмә. □ Залог. Залогҡа алыу.
2. Йөкләмәне йәки вәғәҙәне нығытыу өсөн алдан бирелгән аҡса; аманат, заклад.
□ Залог. Залогҡа биреу.
ЗАЛОЖНИК (заложнигы) [рус.] и. ҡар. аманат 3. Заложник алыныу.
ЗАЛОМ [рус.] и. ҡар. тығын 1,1, 2.
ЗАЛП [рус.] (Р: залп; И.: volley; T.: salvo) и.
Бер юлы бер нисә ҡоралдан асҡан ут.
□ Залп. Залп биреу. Залп менән атыу.
■ Көслө залп тауҙар араһын шаңҡыта. И. Ғиззәтуллин.
ЗАЛЫМ и. диал. ҡар. эләгет.
ЗАМАН I [ғәр. û^j] (Р: время, эпоха, период, пора; И.: epoch; age; era; T.: zaman) и.
1. Ҙур ваҡиғалар, хәлдәр, ниндәйҙер үҙенсәлектәр менән билдәләнгән оҙайлы ваҡыт; осор. □ Время, эпоха, век, период. Боронғо заман. Борон-борон заманда. Әуәл замандар. Хәҙерге заман. Элекке заман. Ҡырағайлыҡ заманы. Батшалар заманы.
■ Тауҙың дәл тубәһенә әллә ни замандарҙан бирле ниндәйҙер бер әулиә эйәләшкән. Ғ. Дәүләтшин.
2. Билдәле бер осор, дәүер, ваҡыт (кешелек, халыҡ, дәуләт һ. б. тормошонда барған).
□ Время, современность. / Современный. Заман кешеһе. Заманға яраҡлашыу. Заман талабы. Заманды аңлау. Заман ҡушыуы. Үҙгәрештәр заманы. Заманы шулай. Заманына курә уҡымышлы кеше булыу. Заманына курә ҙур мәктәп. Заманына курә ҡыйыу фекер. ■ Ул заман китап ҡайҙа был замандай, йөрөймөн тәрән ерҙән һыу
ала алмай. М. Аҡмулла. Башҡорт дәуләт опера һәм балет театры замандың бөйөк бейеусеһе Рудольф Нуриев хөрмәтенә халыҡ-ара фестивалдәр уткәреуҙе дауам итә. «Йәшлек», 23 июнь 2011. • Заманың ниндәй — яҙмышың да шундай. Әйтем. Заманына ҡарап бурек кейәләр. Әйтем.
3. Тормоштағы билдәле бер ваҡыт; саҡ.
□ Время, пора. Уҡып йөрөгән заман. Бола заман. Сабый заман. Колхоз заманы. Сталин заманы. Компьютер заманы. Аслыҡ заманы. ■ Бик куптәр өсөн сигеу, бәйләм бәйләу, ғөмумән, ҡул эштәре «әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш» һанала. Әммә ҡул эштәре менән ултырыу — куңел талабы, тип иҫәпләй ҡул оҫталары. «Йәшлек», 25 май 2011.
4. Йылдың, тәүлектең билдәле бер мәле, ваҡыты. □ Об определённом периоде дня, ночи, суток, сезона. Көн оҙайған заман. Таң беленгән заман. Төш заманында эште туҡтатыу. Төн заманында уянып китеу.
♦ Эт башына эркет түгелгән заман тормоштағы мул ваҡыт. □ Пора изобилия, полного достатка.
ЗАМАН II (Р.: прорубь для ловли рыб; И.: ice hole (in fishing)', T.: buzda açılmış oyuk) и. диал.
Балыҡ тотоу өсөн файҙаланылған мәке.
□ Прорубь для ловли рыб. Заман уйыу.
ЗАМАН III (Р: очень быстро; И.: fast, quickly, instantly; T.: çabuk)/?, диал.
Тиҙ, шунда уҡ. □ Очень быстро, мгновенно. Заман барып emen. Заман әйләнеп килеу. Заман ҡайтыу.
ЗАМАН IV (Р: время глагола; И.: tense; T: zaman) и. гром.
Ҡылымдың эш-хәрәкәттең һөйләү мәле-нә ҡарата ваҡыт мөнәсәбәтен күрһәтә торған формаһы. □ Время глагола. / Временной. Кылымдың заман менән уҙгәреше. Хәҙерге заман формаһы. Киләсәк заман формаһы. Үткән заман сифат ҡылымы. Шаһитһыҙ уткән заман. Шаһитлы уткән заман.
ЗАМАНА [ғәр.
594