Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 595 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАМИР
1. Кеше үҙе йәшәгән үҙенсәлекле осор; дәүер. □ Современность. / Современный. Замана талабы. Замана һулышы. ■ Еләнле, бишмәтле замандан модалар тыуҙырған заманам. Ҡарғатуйҙан, һабантуйҙан йолалар тыуҙырған заманам. Т. Ҡарамышева. Заманалар булған элгәре, булған илдең батыр улдары. Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр, бөтә ғаләм белгән уларҙы. С. Юлаев. Ауыр заманаға һылтанып, күпселек төбәктәрҙә хәҙер һабантуйҙы район үҙәгендә генә уҙғаралар. «Йәшлек», 22 июнь 2011.
2. Эйәлек бәйләнешендә килеп, кемдеңдер, нимәнеңдер шул осорға хас билдә йороткәнен белдерә. □ Своего времени. Замана балаһы. Замана мәктәбе. • Алаһы ла, ҡолаһы ла — замана балаһы. Әйтем. Көслөнөкө замана. Әйтем.
ЗАМАНА ЕЛЕ (Р.: веяние времени; И.: spirit of the times; T.: zamane esintisi) и.
Билдәле бер осорға хас шауҡым, йоғонто.
□ Веяние времени. Заман еле кешеләрҙе тиҙ үҙгәртә.
ЗАМАНАУИ (Р.: современный; И.: contemporary; T.: zamane) с.
Заманға хас. □ Современный. Заманауи идея. Заманауи яңғырай.
ЗАМАН АХЫРЫ ҺАЛЫУ (заман ахыры һал-) (Р: убить; И.: murder; T.: öldürmek) ҡ.
Йәнде ҡыйыу, үлтереү. □ Убить, лишить жизни. ■ [Бабсаҡ:] Туҡтамаҫтан, Хоҙай ҡушһа, барайым мин, ул йыртҡысҡа заман ахыры һалайым мин. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ЗАМАНДАШ (Р: современник; И.: contemporary; T.: zamandaş) и.
Кем менәндер бер тарихи осорҙа йәшәгән йәки йәшәүсе кеше. □ Современник. Беҙҙең замандаштар. Замандаш булыу. Замандаштар ҡоро. Замандаштарҙы юғалтыу.
ЗАМ АН Д АШ Л ЫҠ (заманда!пл ығы) (Р: одновременность; И.: contemporaneity; T.: zamandaşlık) и.
Кем менәндер бер тарихи осорҙа йәшәү хәле йәки йәшәүсе кешеләрҙең мөнәсәбәте.
□ Одновременность. Нанотехнологтар ме
нән замандашлыҡ. Афған ветерандары менән замандашлыҡ.
ЗАМАНИ [ғәр. (Р: временный; И.: temporary, provisional; T.: geçici) с.
Ваҡытлы. □ Временный. Замани мөнәсәбәт. Замани тәртип.
ЗАМАНСА (Р: по-современному; И.: in tune with the times; T.: modern) p.
Заманға хас рәүештә, заман талап иткәнсә, заман ҡушҡанса. □ По-современному, современно; в духе времени, в соответствии со временем, с эпохой. Заманса йәшәү. Заманса кейенеү. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауахана. Заманса эшләү. Заманса үҙгәртеү. Заманса донъя көтөү.
ЗАМАНСАЛАТЫУ ( замансалат-) йөкм. ҡар. замансалау, понуд. от замансалау.
Бүлмәне замансалатып йыйыштырыу. Кейемде замансалатып тегеү. Өйҙө замансалатып һалыу. Замансалатып уйнау.
ЗАМАНСАЛАУ (замансала-) (Р: делать по-современному; И.: make in tune with the times; T.: zamana uymak) ҡ.
Заманса итеү. □ Делать в духе времени, по-современному. Замансалап донъя көтөү. Замансалап тегеү. Замансалап яҙыу.
ЗАМАНСАЛАШТЫРЫУ (замансалаштыр-) (Р: осовременивать; И.: bring up to date, modernize; T.: modernleştirmek) ҡ.
Заманға яраҡлаштырыу. □ Осовременивать. Замансалаштырып һүрәтләү. Бейеүҙе замансалаштырыу.
ЗАМАНЫНДА (Р: в своё время; И.: once, some time, formerly; T.: zamanında) p.
Үҙ ғүмеренең ниндәйҙер бер осоронда, ҡасандыр бер заманда; үҙ ваҡытында. □ В своё время, когда-то. Заманында данлыҡлы бейеүселәрҙе күргән был сәхнә. Заманында әллә күпме айыу алған һунарсы. ■ Заманында Курман харунъяла һалдат булып хеҙмәт иткән. Ғ. Дәүләтшин. Заманында был йорт тирә-яҡҡа күренеп тора ине, һай мыҡты! Р. Бикбаев.
ЗАМИР I [ғәр. j-Uia] и. һөйл.
1. ҡар. шауҡым. Замиры төшөү. Йүткереү — һыуыҡтың замиры.
595