ЗАМИР
2. ҡар. ҡоһор.
3. Һөҙөмтә. □ Последствие, следствие. Кисә ашамағандың замирын бөгөн ҡайтарҙы. Ауыр эштең замиры төшә. Үтәуелдә ултырыуҙың замиры һуңынан төшә.
ЗАМИР II [ғәр. (Р.: честь; И.: conscience; honour; T.: zamir) и. иҫк. кит.
Намыҫ, выждан, йөрәк. □ Честь, совесть, сердце, душа.
ЗАМИРЫН КИЛТЕРЕҮ (замирын килтер-) (Р: довести что-л. до конца; И.: drive a nail home; T.: sona erdirmek) ҡ.
Шартына килтереү, еренә еткереү. □ Довести что-л. до конца. Замирын килтереп эшләу.
ЗАМОК I (замогы) [рус.] (Р: замок; И.: castle; T.: saray) и.
Феодал һарайы һәм уны уратып алған ҡәлғә. □ Замок. Урта быуат замогы. Замок башняһы.
ЗАМОК II (замогы) [рус.] (Р: замок; И.: lock; T.: kata) и.
Туп көбәгенә йәҙрәне бикләп ата торған механизм. □ Замок. Замокты ябыу.
ЗАМША [рус. < пол. zamsz < нем. sâmisch Leder] (P: замша; И.: suede; T.: güderi) и.
Болан, мышы йәки һарыҡ тиреһенән бәрхәт һымаҡ итеп эшләнгән йомшаҡ күн. □ Замша. / Замшевый. Замша бәрхәте. Тәбиғи замша. Яһалма замша. Замша бейәләй. Замша итек. ■ Яһалма замшанан тегелгән кейемдәр айырыуса иғтибар биреуҙе талап итә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2008. Замшаның бәрхәте тиҙ боҙолоусан һәм керләнеусән була. «Башҡортостан», 20 апрель 2009.
ЗАМЫСКА [рус.| (Р: обшитый ларчик; И.: casket, small trimmed chest; T: çekmece) и. диал.
Йүкә ҡайыры менән кәпләнгән тимер ҡумта. □ Обшитый ларчик.
ЗАН [ғәр. (Р: мысль; И.: thought, opinion; T: zan) и. иҫк. кит.
1. Башта йөрөгән уй, ниәт. □ Мысль, мнение. Зан ҡылыу. Башта зан йөрөтөу. Яҡшы занда булыу.
2. Фараз, күҙҙә тотолған уй-фекер.
□ Предположение, гипотеза, догадка. Шикле зан. Аныҡ булмаған зан.
ЗАНИ [ғәр. ûU] (Р: развратник; И.: libertine, profligate, rake; T: zani) и. иҫк.
Аҙғын ир. □ Развратник.
ЗАН ИТЕҮ (зан ит-) (Р: думать; И.: think, reflect; T.: zanına düşmek) ҡ.
Уйлау; фекер итеү. □ Думать, размышлять, предполагать; прийти к мнению. ■ [Биктаһир:] Насип булһа, икәуебеҙ бергә рәхәт-рәхәт йәшәрбеҙ, тип зан итәмен.
3. Өммәти. Оҙон ваҡыттар һөйләшеп ултырҙым, мәгәр ғилме һәм иғтидары Шәмсетдин суфый дәрәжәһенән куп тубән булыр тип зан ҡылдым. Р Фәхретдинов.
ЗАНИӘ [ғәр. <нО] (Р: развратница; И.: libertine, profligate, wanton; T.: zani) и. иҫк.
Аҙғын ҡатын. □ Развратница.
ЗАН ҠЫЛЫУ (зан ҡыл-) ҡ. ҡар. зан итеү.
ЗАНЯТИЕ [рус.] (Р: занятие; И.: study; classes; T.: ders) и.
1. Дәрес, уҡыу. □ Занятие. ■ Уҡытыу менән тәрбиә эше берҙәм процесс итеп ҡаралып, һәр бер дәрестә һәм дәрестән тыш занятиеларҙа эҙмә-эҙ утҡәрелә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2009.
2. ҡар. һабаҡ II, 1.
3. Күнекмә, шөғөл. □ Занятие. ■ Һалдаттар занятие ваҡытында уның приказын утәһәләр ҙә, занятие һуңында уға ҡарамайҙар, хатта һөйләшмәйҙәр ҙә. Д. Юлтый.
ЗАҢ I [фарс. 6^1 (Р: ржавчина; И.: rust; T.: pas) и. иҫк.
Тут, тутыҡ. □ Ржавчина. / Ржавый.
ЗАҢ II [ғәр. (Р: обычай; И.: customs; ways; T.: âdet) и. иҫк.
1. Кешеләр булдырған дөйөм ҡағиҙә; заман ҡануны, ғөрөф-ғәҙәте, йолаһы. □ Обычай, законы времени; людские правила; нравы современности. ■ Шунлыҡтан ирҙәре улгән ҡатындарҙы, теләһә-теләмәһәләр ҙә, ил заңына буйһондороп, иренең ағай-энеһенән берәй кешегә ҡушалар. С. Ҡудаш. Оҙаҡламай
596