Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 597 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАР
беҙ хандарҙың бөтә заңдарына ҡаршы рәхимһеҙ һуғыш асырбыҙ. Ш. Шәһәр. • Заман башҡа — заң башҡа. Мәҡәл.
2. ҡар. зан 2.
ЗАҢ-ЙОЛА (Р.: обычаи, нравы; И.: customs; T.: âdet) и. йыйн.
Ҡабул ителгән дөйөм ҡағиҙәләр. □ Обычаи, нравы. Заң-йола буйынса. Заң-йоланы һаҡлау. ■ Байҙар ҡалынына саҡырылған кешенең мәжлескә бармауы бик ҙур ғәйептән һанала. Әлимә ундай урынға барырға яратмаһа ла, халыҡтың заң-йолаһы буйынса барырға мәжбур ине. Д. Юлтый.
ЗАПАЛ [рус.] (Р.: запал; И.: detonator; T.: funya) и. иҫк.
Тоҡандырғыс, ҡабыҙғыс. □ Запал. Гранат запалы. Мина запалы ҡулсаһы.
ЗАПАС [рус.] (Р: запас; И.: stock, supply; T.: rezerv) и.
1. Киләсәккә һаҡлап тотолған нәмә; һаҡлыҡ нәмә; һаҡ. □ Запас. / Запасный. Аҙыҡ запасы. Орлоҡ запасы. Запас аҙыҡ. Запас кейем. Запас яғыулыҡ. ■ Станциянан ун километр самаһы киткәс тә, автомобилдең шины шартланы. Запас шин юҡ ине. А. Карнай. Һалдаттар асыҡтылар. Аҙыҡ запасы юҡ. Д. Юлтый. • Запас ашарға һорамай. Әйтем.
2. Тәбиғи рәүештә булған нәмә миҡдары. □ Запас. Дым запасы. Тәндәге витамин запасы. Илдәге ағас запасы. Нефть запасы. ■ Картуф булбеһендә бик куп крахмал запасы бар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2008. Яҙғы тупраҡтағы дым запасының куплеге йәки аҙлығы уның көҙ һәм яҙ купме дым һеңдереуенә бәйләнгән. «Башҡортостан», 20 февраль 2012.
3. кусм. Кешеләге белем, һәләтлек һ. б. нәмә күләме. □ Запас. Һуҙ запасы. Әйтерһең дә, һөйләшер һуҙҙәр запасы кисә һөйләшеп бөтөлгән. Ф. Иҫәнғолов.
4. һөйл. Кейем теккәндә йөйгә ҡалдырылған артыҡ өлөш. □ Запас. Запас ҡалдырып тегеу.
5. Һуғыш ваҡытында хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле, хәрби иҫәптә тора торған граждандар. □ Запас. / Запасный. За
пастағы генерал. Запастағы лейтенант. Запасҡа ебәреу. Запас полк. ■ Башҡортостандан ҡайтҡас, куп тә утмәне, йылдары тулған һалдаттарҙы запасҡа ебәреу тураһында приказ бирелде. Р. Низамов. Кисә минең яҡташымдың хеҙмәт срогы тулды, ә бөгөн уға запасҡа китергә приказ булды.
з. Рафиҡов.
ЗАПАСЛАНЫУ (запаслан-) (Р: запасаться; И.: provide oneself (with); stock up; T: tedarik etmek) ҡ.
Запас йыйыу, запас туплау. □ Запасаться. Иген менән запасланыу. Запасланып ҡалыу.
ЗАПАСЛЫ (Р: запасливый; И.: thrifty; provident; T: tedarikli) с.
Запас тотҡан, запасы бар; һаҡлыҡлы.
□ Запасливый. Запаслы кеше.
ЗАПОВЕДНИК (заповеднигы) [рус.] и. һөйл. ҡар. ҡурсаулыҡ.
ЗАПОНКА [рус.] и. ҡар. ҡаптырма. Яңы запонкалар.
ЗАПРАВКА [рус.] и. һөйл.
1. ҡар. яғыулыҡ станцияһы. Заправкала эшләу. Заправка пункты.
2. Машина, һәр төрлө башҡа приборҙарға яғыулыҡ, май, запас матдә ҡойоу эше. □ Заправка. Картридж заправкаһы. Заправкаға туҡтау.
ЗАПУН (Р: фартук; И.: apron; T: önlük)
и. диал.
Алъяпҡыс. П Фартук.
ЗАПЫН и. ҡар. тоҡон 2. Запын купере. Запынды бикләу. ■ Өйөм-өйөм боҙҙар запын бағаналарына килеп бәреләләр ҙә ваҡланып таралалар. М. Тажи.
ЗАР I [фарс. Jj] (Р: горе; И.: grief, sorrow; T.: acı) и.
Йөрәк өҙгөс ауыр кисереш; ҡайғы, хәсрәт.
□ Горе, печаль, скорбь. Зар йыры. Зарланыр зарым юҡ. Зар һөйләу. ■ Бер кем, берәу мине ҡыҙғанмай, әйткән зарҙарымдан көләләр. Д. Юлтый. Бәхетһеҙ ҡатындың әллә ҡайҙа, тәрәндә йыйылып ятҡан зары тышҡа бәреп сыҡты: ике куҙе йәш менән тулды. К. Мәргән. Иҫ киткес һағыш был моңда, зар, укенес! Ә. Әминев. Донъяла иң тулҡынлы .. тын-
597