ЗАР
май ятҡан ил зары, туңмай ятҡан ил зары. Ҡобайырҙан.
ЗАР II [фарс. Jj] (Р.: нуждающийся; И.: needy; T.: eksikli) с.
Бик теләгән нәмәгә мохтаж булған. □ Остро нуждающийся, терпящий лишения в чём, страдающий. Белемгә зар кеше. Бер күрергә зар. ■ Ишетелә ҡолдарҙың зар йыры, йәш түгә һылыуҙар зинданда. Яҡты көн, татлы өн юҡ унда, зың да зың бығауҙар сылбыры. М. Кәрим. Икебеҙ ике яҡтабыҙ, бер һөйләшергә зарбыҙ. Халыҡ йырынан.
ЗАРАР [ғәр. (Р.: вред; И.: harm; hurt, injury; T.: zarar) и.
1. Насар һөҙөмтә биргән кире тәьҫир; зыян. □ Вред, вредность. Зарары куп. Зарар килеү. Зарары тейеү. Тәмәкенең зарары. ■ Кеше аҡылы тыуҙырған техниканан бер төркөм халыҡ файҙалана. Ә иң күп өлөшө уның зарар, һәләкәт күрә. Д. Юлтый. Дарыуҙарҙы контролһеҙ ҡулланыуҙың зарары тураһында күп яҙылғаны бар. Шулай ҙа был темаға тағы бер тапҡыр туҡталыуҙың зыяны булмаҫ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2008.
2. Ниндәйҙер матди юғалтыуға килтергән тәьҫир; зыян, ҡаза. □ Убыток, ущерб. Зарар күреү. Зарар итеү. Зарар килтермәйенсә генә үҙгәртеү. ■ Тау һыуһары ауыл тирәһенә эйәләшеп, йорт хайуандарына күп зарар килтерә. Р. Фәхретдинов.
♦ Зарар юк кешенең бер эше менән килешеп, уны тынысландырғанды белдереп әйтелә. □ Не беда, ничего; пусть.
ЗАРАР ИТЕҮ (зарар ит-) (Р: вредить; И.: injure, harm; T.: zarar vermek) ҡ.
1. Насар һөҙөмтәле тәьҫир яһау. □ Вредить кому-чему, причинять вред. Ятып уҡыу күҙгә зарар итә.
2. Ҡаза килтереү. □ Нанести ущерб, приносить убыток, вред кому-чему. Быйылғы ҡоролоҡ ныҡ зарар итте.
♦ Зарар итмәҫ {йәки булмаҫ) файҙаға ғына булыр, насар түгел. □ Не помешает, не повредит.
ЗАРАР КҮРЕҮ (зарар күр-) (Р.: нести убытки; И.: bear/incur losses; T: zarar görmek) ҡ.
Ҡазаға дусар булыу, юлығыу. □ Нести убытки; пострадать.
ЗАРАРЛАНЫУ (зарарлан-) (Р: повредиться; И.: be damaged, be injured; T.: zarar çekmek) ҡ.
1. Зарар, зыян килеү; нимәнеңдер зарары, зыяны тейеү. □ Пострадать, повредиться, поразиться, портиться; получать травму. // Повреждение, поражение, порча; получение травмы. Ер тетрәүҙән зарарланған йорттар. Ташҡындан зарарланған баҫыуҙар. Торон менән зарарланған ужым. Үҫентенең зарарланған тамырҙарын ҡырҡып ташлау. ■ Зарарланған быуын шешә, һәм йөрөүе ауырлаша, етмәһә, һыҙлай башлай. «Йүрүҙән», 11 декабрь 2011. Йоҡо мейене зарарланыуҙан һаҡлаусы иң яҡшы юл булып иҫәпләнә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2009.
2. күсм. Насар тәьҫиргә юлығыу, кире һөҙөмтәһе тейеү. □ Пострадать, повредиться.
ЗАРАРЛАУ (зарарла-) (Р.: повреждать; И.: harm; T: zarar vermek) ҡ.
1. Зарар итеү, зарар килтереү. □ Повреждать кого-что. Тын юлдарын зарарлау. Тупраҡты зарарлау. ■ Уның [Ғәни] башында уйҙар йүгерҙе: бүре зарарлағандыр йәки башҡасалыр. Картотека фондынан.
2. Матди юғалтыуға килтереү, ҡазаға, зыянға юлыҡтырыу. □ Наносить ущерб. Ҡоротҡостарҙың сәсеүлектәрҙе зарарлауы. Сит арендаторҙарҙың урманды зарарлауы. Яҙғы ташҡындың баҡса ерҙәрен зарарлауы. ■ Сәсеүлектәрҙең бер ни тиклем өлөшөн дауыл һәм ҡырау зарарланы. «Башҡортостан», 20 апрель 2009.
ЗАРАРЛЫ (Р.: вредный; И.: harmful, detrimental; T.: zararlı) с.
1. Зарар, зыян килтерә торған; насар йоғонтоло; зыянлы. □ Вредный, пагубный, вредоносный; вредно, пагубно, вредоносно. Зарарлы матдә. Зарарлы тәьҫир. Сәләмәтлеккә зарарлы аҙыҡтар. Күп йоҡлау зарарлы.
2. Ҡурҡыныс тыуҙырырлыҡ, хәүефле. □ Опасный. Зарарлы һөҙөмтәләргә килте-
598