ЗАР БУЛЫУ
pey. Зарарлы булыу. ■ Бәйләу пунктында доктор мине ҡараны ла: «Зарарлы тугел, өс көндән кире полкка китерһең. Хәҙергә ял ит!» — тине. Д. Юлтый. Ул [татландыҡ] һыуҙарҙы шул көйөнсә генә Ағиҙелгә ағыҙырға ярамай, зарарлы матдәләре куп була. М. Мостафин.
ЗАРАРЛЫҠ (зарарлығы) (Р.: вредность;
И.: harmfulness; T.: zararlılık) и.
1. Зыянлы, хәүефле сифат, насар йоғонтоһо булған хәл-торош. □ Вредность, пагубность. Араҡы эсеуҙең зарарлығы. Ашҡаҙанға зарарлыҡ. Айырым эсемлектәрҙең зарарлығы.
2. Матди юғалтыуға килтергән хәл; зыянлы, ҡазалы сифат. □ Убыточность, разорительность.
ЗАРАРҺЫҘ I (Р.: безвредный; И.: harmless, innocuous; T.: zararsız) с.
1. Насар тәьҫирһеҙ; зыянһыҙ. □ Безвредный, безобидный. Зарарһыҙ матдә. Зарарһыҙ кеше.
2. Ҡурҡыныс түгел, хәүефһеҙ. □ Безопасный, не опасный. Зарарһыҙ сара. Зарарһыҙ яра.
ЗАРАРҺЫҘ II (Р: безвредно; И.: harmlessly, with no harm done; T.: zararsız) p.
1. Насар тәьҫирһеҙ; зыянһыҙ. □ Безвредно, безобидно. Куп йөрөу — зарарһыҙ. ■ Минең башка тағы ла бер ауыр мәсьәлә тыуҙы. Үҙ-ара һөйләшкәндә руссаны зарарһыҙ һөйләһәм дә, ундай публика алдына сығыуы мөмкин тугел. Д. Юлтый.
2. Ҡурҡыныс түгел, хәүефһеҙ. □ Безопасно. Зарарһыҙ булыу.
ЗАРАРҺЫҘЛАНДЫРЫЛЫУ (зарар-һыҙландырыл-) ҡ. төш. ҡар. зарарһыҙландырыу. страд, от зарарһыҙландырыу.
ЗАРАРҺЫҘЛАНДЫРЫУ (зарарһыҙландыр-) (Р: обеззараживать; И.: disinfect; T.: zararsız etmek) ҡ.
1. Зарарлы матдәләрҙән, насар тәьҫирҙән арындырыу, зарарһыҙға әйләндереү. □ Обеззараживать. // Обеззараживание. Һыуҙы зарарһыҙландырыу. Орлоҡтарҙы зарарһыҙландырыу.
2. Ҡурҡынысһыҙ, хәүефһеҙ итеү.
□ Обезвреживать. // Обезвреживание. Атом станцияһы территорияһын радиациянан зарарһыҙландырыу. ■ Мина яланына килеп еткәс, улар йәшерелгән миналарҙы зарарһыҙландырҙылар, алға барырға юл астылар. Р. Низамов.
ЗАРАРҺЫҘЛАНЫУ (зарарһыҙлан-) ҡ. ҡайт. ҡар. зарарһыҙлау, возвр. от зарарһыҙлау. Ағын йылға уҙенән-уҙе зарарһыҙлана. Зарарһыҙланған химик бомба.
ЗАРАРҺЫҘЛАУ (зарарһыҙла-) (Р: обеззараживать; И.: disinfect; T: zarar etmek) ҡ.
1. Зарарһыҙға әйләндереү, зарарһыҙ итеү. □ Обеззараживать. // Обеззараживание. Ағыулағыс матдәләрҙе зарарһыҙлау.
2. Ҡурҡынысһыҙ, хәүефһеҙ итеү.
□ Обезвреживать. // Обезвреживание.
ЗАРАУАТ ИТЕҮ (зарауат ит-) ҡ. диал. ҡар. ыҙғышыу.
ЗАРБА [ғәр. <>>*] (Р: удар; И.: blow; T.: darbe) и. иҫк. кит.
1. һуҡҡан, бәргән көс; һуғылыш, бәрелеш. □ Удар, столкновение, битьё. Дошман зарбаһы. Зарбаға ҡаршы тороу. ■ Алтын башлы ниндәйҙер уҡ зарбаһынан улеп ҡалған икән тип белде инде. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. кусм. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан бәхетһеҙлек, бәлә; ҡайғы-хәсрәт. □ Несчастье, беда. Зарба куреу. Зарбаға сыҙау.
ЗАРБАЛЫ (Р: печальный; И.: sad, mournful; T.: kederli) с. иҫк. кит.
Бәләле, хәсрәтле. □ Печальный, горестный. Зарбалы тормош. Зарбалы яҙмыш.
ЗАРБА ОРОУ (зарба ор-) (Р: приносить несчастье; И.: hurt; T: hasara uğratmak) ҡ.
Бәхетһеҙлеккә юлыҡтырыу; ҡайғы-хәсрәт килтереү. □ Приносить несчастье. ■ Ҡулымда бар минең утлы суҡмар хаиндарға зарба орорлоҡ. X. Ғәбитов.
ЗАРБА ЯҺАУ (зарба яһа-) ҡ. ҡар. зарба ороу.
ЗАР БУЛЫУ (зар бул-) (Р: горевать; И.: grieve; mourn; T.: gamlanmak) ҡ.
599