Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III. 601 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ЗАРУРАТ
япраҡтай ҡойола, тик зарланыр юҡ зарым. М. Кәрим. Ҡайҙан килеп төштөң һуң әле һин! — ти батша, зарланып. Әкиәттән.
2. Ҡемдеңдер кәмселегенән, насар яғынан ризаһыҙлыҡ белдереп яманлау, һуҡраныу.
□ Жаловаться, ныть, хныкать, скулить, плакаться на кого. // Нытьё, хныканье. Килендән зарланыу. Аҡса юҡлыҡҡа зарланыу. Хөкүмәткә зарланыу. Н Ғата ағай .. заир мулланан зарланырға тотондо. А. Карнай. Етмәһә, улына зарлана икән — йәнәһе, һунар итеүенә ҡамасаулай. Ә. Әминев.
ЗАРЛАНЫШЫУ (зарланыш-) ҡ. урт. ҡар. зарланыу 1. взаимн. от зарланыу 1.
■ « Ҡыш көнө һалҡында аҙыҡ табыуы ҡыйын булды», — тип зарланышҡан, ти? былар. Әкиәттән.
ЗАРЛАТЫУ (зарлат-) ҡ. диал. ҡар. зарландырыу. ■ Ярар, бик борсолмайыҡ. Алланың рәхмәте бик киң. Урыҫ ҡулдарында бик оҙаҡ зарлатмаҫ, һ. Дәүләтшина.
ЗАРЛАУ I (зарла-) (Р.: горевать; И.: grieve (for); T.: kahırlanmak) ҡ.
Ҡайғырыу, хәсрәтләнеү. □ Горевать, скорбеть, печалиться. Зарлап илау. Зарлап йәшәү.
■ Зарлап йөрөп үтте ғүмерҙәрем, донъя рәхәткәйен күрмәнем. Халыҡ йырынан.
ЗАРЛАУ II (Р.: печальная песня; И.: sad tune, song; T.: hüzünlü şarkı) и.
Хәсрәт, зар белдереп йырлаған йыр.
□ Печальная песня; песня о горе; плач. Зарлау тыңшу. Зарлау яҙыу. Олатайымдың һуғыш йылдарында сығарған зарлауҙарын яҙып алдым.
ЗАРЛЫ (Р: горестный; И.: sorrowful, sad; T.: acıklı) с.
1. Зары, хәсрәте бар; ҡайғы-хәсрәтле.
□ Горестный, печальный, скорбный. Зарлы ғүмер. Зарлы бала. Зарлы кеше. Зарлы хикәйә. Ғүмере зарлы. Зарлы үткән ғүмер. ■ Өмәт һәр кисен Әптерәш ағай өйөнә йыйылып әңгәмә һатып ултыра торған зарлылар янына килә ине. Д. Юлтый. Ҡул ҡаушырып, зарлы таҡмағыңды әйткәнеңде хәҙер күрмәйҙәр. Д. Юлтый. • Яңғыҙ барлы, ғүмере зарлы. Мәҡәл.
2. Нимәгәлер ныҡ мохтаж. □ Нуждаемость в чём-л., потребность в ком-чём. Белемгә зарлы. Бер күрергә зарлы. • Ярлы көнө зарлы булыр. Әйтем.
ЗАР-МОҢ (Р: горесть; И.: sorrow, grief, anguish; T.: acı) и. йыйн.
Күңелдәге ауыр кисереш; зарлы моң; ҡайғы-хәсрәт. □ Кручина, горесть, печаль.
ЗАРУР I [ғәр. (Р: необходимый; И.: necessary; T.: zaruri) c.
1. Бик кәрәкле, бик мөһим; мотлаҡ. □ Нужный, необходимый, надобный, потребный; важный. Зарур эш.
2. Башҡаса мөмкин булмаған; мәжбүри, тейешле, мотлаҡ. □ Обязательный, безусловный, должный. Тәбиғәттәге зарур бәйләнеш.
ЗАРУР II [ғәр. (Р: необходимо; И.: (it is) necessary; needful; T.: zaruri) р.
1. Бик кәрәкле, бик мөһим; мотлаҡ. □ Необходимо, нужно, надобно, потребно; важно. Зарур булыу. Зарур килешеү. Һөйләшеү зарур.
■ Санияның хәлен, уға операцияның ни ҡәҙәр зарур икәнен ауырыуҙың үҙенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә инем мин. Ф. Әсәнов. Тик шыршы ғорур, ултыра зарур, сәнсеп энәһен, ул аҡ ҡайындың йомшаҡ толомон тоймай, күрәһең. Я. Ҡолмой.
2. Башҡаса мөмкин булмаған; мәжбүри, тейешле, мотлаҡ. □ Обязательно, безусловно. М Беҙҙең гәзит башҡорт телендә сыҡҡас, авторҙарҙың башҡорт фамилиялы булыуы зарур. «Ағиҙел», № 8, 2005.
ЗАРУРАТ [ғәр. (Р: необходи-
мость; И.: necessity; T.: zaruret) и.
1. Бик кәрәклек, сараһыҙлыҡ. □ Необходимость, потребность, надобность, нужда. Зарураттан төнөн күлгә һыу алырға барыу.
■ Иртән генә тороп бер ҡараһам, Ҡырҡты менән Өрпәк күренә. Эй-й... ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе, зарураттан күркәм күренә. Халыҡ йырынан.
2. Башҡаса мөмкин булмаған хәл; мәжбүри, мотлаҡ сара. □ Безусловность, вынужденность. Ҡүңеле тартмаһа ла зарураттан ашаны.
601